Бөтә яңылыҡтар

Декабрь айына халыҡ һынамыштары

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр. 2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.

Декабрь айына халыҡ һынамыштары
Декабрь айына халыҡ һынамыштары
  • 3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.
  • 4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.
  • 5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.
  • 6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.
  • 7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.
  • 8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.
  • 9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.
  • 10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.
  • 11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.
  • 12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.
  • 13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә 110 көн ятыр.
  • 14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.
  • 15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.
  • 16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.
  • 17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.
  • 18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.
  • 19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.
  • 20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр. 
  • Ҡалғанын МАХ каналында уҡырһығыҙ. Беҙҙең каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/club156150050
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас