Бөтә яңылыҡтар

Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты булдырылды

Сибай институтында мәғариф өлкәһендәге билдәле шәхес, күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинетын асыу тантанаһы булды. Был кабинет уның яҡты иҫтәлегенә, фиҙакәр хеҙмәтенә һәм күп быуындар өсөн өлгө булып торған тормош юлына арналған.

Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты булдырылды
Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты булдырылды

    Кабинетты асыуҙың традицион таҫмаһын киҫеү хоҡуғы Сибай институты директоры, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа һәм ғалимдың тормош иптәше, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләковаға бирелде.

     Илдус Ҡасим улы Бүләков – тормошон фәнгә, мәғарифҡа һәм туған телде үҫтереүгә бағышлаған абруйлы шәхес. Ул үҙенең фиҙакәр хеҙмәте, тәрән белеме һәм кешелеклелеге менән күптәр өсөн үрнәк булып торҙо. Уның хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары беҙҙең институт һәм республика тарихында мәңгелек эҙ ҡалдырҙы. Илдус Ҡасим улы – ысын мәғәнәһендә бөйөк һәм абруйлы кеше булды, уның мираҫы киләсәк быуындарға юл күрһәтә. |

     Сибай институты асылған көндән Илдус Ҡасим улы менән бергә эшләгән коллегаларына – биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөковҡа һәм Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтуринға – айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың хәтирәләре студенттар өсөн бик фәһемле булды. Ғалимдың тормош иптәше, Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙына һәм улы Илнур Илдус улына, ошондай хәтер урынын булдырыуҙа күрһәткән ярҙамдары һәм фатихалары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бындай исемле кабинеттарҙың асылыуы киләсәк быуындар өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Улар үткәнде онотмаҫҡа, күренекле шәхестәрҙең тормош юлын өйрәнергә һәм уларҙың ҡаҙаныштарынан илһам алырға ярҙам итә. Илдус Ҡасим улының исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк!

 Был изге эште тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында беҙ ошондай мөһим сараны үткәрә алдыҡ.

Вәсилә ВӘЛИЕВА,  V курс.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас