Сара 12.00 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусылар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк: Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре, аниматорҙар сығышы, интерактивтар, викториналар һәм уйындар. Теләүселәр Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары менән милли музыка инструменты - ҡурайҙы үҙ ҡулдары менән эшләй ала. Сараның алып барыусыһы - Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов.
Бәләкәстәр өсөн дә ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Улар өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары «Ямаҡай бәпкә» спектаклен ҡуясаҡ, «Тамыр» вокал ансамбле һәм «Ғаилә» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре концерт номерҙары менән сығыш яһай.
Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ «Хазина» этно-төркөмөнән концерт көтә.
Байрам барышында махсус фотозона эшләй, һәр теләгән кеше унда иҫтәлеккә фотоға төшә ала.
Ваҡыты: 14 декабрь, 2025 йыл, 12:00-15:00 сәғ.
Урыны: МЕГА сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы, Рубежная урамы, 174)
Мәғлүмәт башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан алынды.
Фото: com