Ҡунаҡтар башҡорт халҡының кәсептәре, аш-һыуы, уҡтан атыу, селтәр үреү, һандыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре менән танышты. Уҡыусыларҙың Кванториум технопаркында түңәрәгенә йөрөүселәрҙең дә уңыштары бихисап, төрлө конкурстар еңеүселәре. Әйткәндәй, 3D форматында Мөхәмәтша Буранғолов бюсының күсермәһен дә эшләгәндәр. Лицейҙың «Аманат» театр берекмәһе уҡыусылары Сулпан Иманғоловтың «Һуғыштан ҡайтҡан китап» әҫәре буйынса сәхнәләштереү нәҡ ауыр һуғыш йылдарында уҡыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген бәйән итте.
Секциялар төрлө тематикаға бүленгән ине. «Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт эпостарын тикшеренеүҙәге роле һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү», инсенировкалар конкурсы, «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын онотмайыҡ», уҡытыусыларҙың дәрес һәм кластан тыш саралар буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшкәртмәләре, «Урал батыр» эпосының гео-био-химик йүнәлештәре», «Математика, физика һәм информатика фәндәренең тәғлимәте» секцияларын компетенлы жюри баһаланы. Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа тыуған телдәр һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе, доцент Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Өфө фәнни һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология фәндәре кандидаты Айнур фәнис улы Үтәев, «Башҡортостан уҡытыусы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина һәр секцияның еңеүселәре менән призерҙарын билдәләне.
Бындағы һәр бала Мөхәмәтша Буранғолов тормошо һәм ижады тураһында яҡшы белә. «Урал батыр» эпосын да башҡорт, инглиз, рус телдәрендә яттан белә. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың данлы эштәрен нәҡ лицей уҡыусылары дауам итеүенә инандыҡ.