Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы

14 декабрҙә, йылдағыса, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Башҡорт теле көнө уңайынан байрам ойошторҙо. Был көндө МЕГА сауҙа үҙәгендә башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға теләүселәр өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләне. Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары ҡул эштәре, музыка инструменттары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы

Бер нисә сәғәт дауамында байрам урынында өфөләр туған телдәрендә аралашты һәм күңел асты. Улар өсөн профессионал артистар һәм йәш таланттар сығыш яһаны. Байрам Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәләштергән «Ямаҡай бәпкә» спектакле менән асылды. HAZINA этно төркөмө, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Юнир Һағынбаев, Әлиә Исҡужина һәм Әлфиә Ғәлләмова, М. Кәрим исемендәге 158-се һанлы мәктәптең «Дуҫлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбле, «Тамыр» вокал ансамбле сығыш яһаны. Тамашасыларға айырыуса «Ғаилә» башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре сығышы оҡшаны –бәләкәстәр бейене лә, шиғыр ҙа һөйләне. Концерт менән бер рәттән актер Шәһит Хамматов һәм тележурналист Ләйсән Мәзитова интерактив уйындар һәм флешмобтар уҙғарҙы.

Мәғлүмәт Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан алынды.

Фото: соm

Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙҙы
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас