Бөтә яңылыҡтар

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр булыр

Г.Ә. БАСИРОВА, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Маҡсат: профессор Д.С. Тикеевтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау; туған телгә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр булыр
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр булыр

Йыһазландырыу: ғалимдың фотоһүрәттәре, китаптары күргәҙмәһе, проектор, видеояҙма, аудиояҙма.

 

Сараның барышы

Талғын ҡурай моңо ишетелә. Уҡыусылар һөйләгәндә проектор аша ғалимдың фотоһүрәттәре презентацияһы, тауышһыҙ ғына видеояҙмалар күрһәтелә.

1-се уҡыусы:

Туған теле – милләт ғорурлығы,

Уның даны, ҡото, ҡеүәте.

Үҙенә хас йыры, моңо, наҙы,

Ҡабатланмаҫ ғөрөф-ғәҙәте.

 

Шуға ла бит ата-баба телен

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған,

Башын яуҙа һалған уның өсөн,

Башҡортлоҡтан башын тартмаған. (Р. Хажиев.)

1-се алып барыусы. Эйе, ғүмереңде бирерлек тә шул телебеҙҙең һөйкөмлөлөгө, матурлығы, йылылығы, яғымлылығы, наҙлылығы өсөн. Һөйләшкәндә үҙе бер наҙлы йыр булып яңғырай. Бына шул йырыбыҙҙың тауышы өҙөлмәһен, киләсәк быуындарға ла барып етһен тип тырышҡан башҡорт теле ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Данис Солтан улы Тикеев.

2-се алып барыусы. Данис Тикеев 1940 йылда Башҡорт АССР-ының Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә.

2-се уҡыусы. Үҙенең тыуған яғы тураһында ошолай тип яҙып үтә ғалим: “Электричканан төшөп, аҡрын ғына ауыл яғына юл алдым. Йәйге матур көн, ашығырға сәбәп юҡ. Уйҙарыма сумып, хәтирәләргә бирелеп, яй ғына атлайым: күптән булғаным юҡ ине тыуған яҡтарҙа. Тирә-яҡҡа күҙ hалам. Бөтәhе лә беҙ бала саҡтағы hымаҡ: бормаланып-бормаланып ауылымды икегә бүлеп аҡҡан Мәләгәҫ йылғаhы ла, уның аша hалынған тимер юл күпере лә, ауылыбыҙҙы көнбайыш яғынан дуғалай уратып алған урманлы тауҙар теҙмәhе лә шул уҡ; сейә йыйырға йөрөгән Сейәле тау ҙа, ауылыбыҙҙың көнсығышындағы зыярат та үҙ урынында, унда үҫкән ҡайындар йыуанайып, бейегәйеп киткән, тик зыяраттың майҙаны ғына киңәйгән: иҫке кәртәләре hүтелеп алынып, ул яңы рәшәткәләр менән уратып тотолған.

Беҙ уҡыған ағас мәктәп тә шул уҡ урында, ләкин ул инде ярым емерек хәлдә, ә бына уның эргәhендәге кирбестән hалынған башы ялтыр тимер менән ябылған ике ҡатлы мөhабәт мәктәп бинаhы ауылыбыҙға йәм өҫтәп әллә ҡайҙан күренеп тора.

Мәктәп эргәhендәге урамда ауылыбыҙ халҡы эсәр hыу ала торған ҡойо әле hаман да бар икән. Уның hыуы үтә лә тәмле hәм мул була торғайны, кешеләр унан көнө буйы hыу ташыhа ла, hыуы етә, бөтмәй торғайны. Башҡа урамдарҙа ла ҡойолар бар ине барлығын, әммә уларының hыуы, хатта был ҡойонан илле-алтмыш метр алыҫлыҡта ғына, мәктәп ихатаhында, ҡаҙылған ҡойоноң hыуы ла ул тиклем үк тәмле түгел ине, шунлыҡтан бөтә ауыл халҡы сәй ҡайнатыу, аш бешереү өсөн йәйен дә, ҡышын да hыуҙы ошо ҡойонан ала торғайны”.

1-се алып барыусы. Күпме хис, моң, наҙ һалынған был һүҙҙәргә. Ул: “Ауылымда булһам, үҙемде ожмахтағылай хис итәм, сөнки тыуған яҡҡа, атай нигеҙенә ҡарата тыуған хис-тойғоно алмаштырырлыҡ, уға тиң булырлыҡ бер ниндәй ҡөҙрәт – бер нәмә лә юҡ фани донъяла”, тип яҙа. Данис Солтан улы Тикеев үҙенең хикәйәләрендә, нәҫерҙәрендә бик йыш ҡына үҙенең бала сағына, уҡыу йылдарына әйләнеп ҡайта. Уның дуҫтары, иптәштәре лә иҫтәлектәре менән бүлешә.  Йәшлек дуҫы, ғалим Әхмәт Сөләймәнов былай тип иҫләй:

3-сө уҡыусы. 1944 – 1945 уҡыу йылы. Данис әле уҡыу йәшенә етмәгән саҡ. Шулай ҙа ул әсәһенән ҡалмай, мәктәпкә йөрөй. Бара ла әсәһе дәрес биргән арала кластағы парталарҙың иң артҡыһында ултырып тора. Бер ваҡыт РОНО-нан тикшереү килә. Саимә апайҙың класында асыҡ дәрес бара.

Артабан уҡыусылар сәхнәләштереп күрһәтәләр. Мәктәп. Дәрес бара. Алдағы парталарҙа уҡыусылар, артҡы парталарҙа бер бәләкәй генә малай һәм мәктәп директоры менән район мәғариф бүлегенән комиссия ағзалары ултыра.

Уҡытыусы. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам. Һорауҙарығыҙ бармы?

Район мәғариф бүлегенән комиссия ағзаһы (алға сығып). Уҡыусылар, ниндәй һүҙ төркөмдәре һөйләмдә хәбәр булып килә? (Уҡыусылар өндәшмәй.)

Данис (ҡул күтәрә). Һөйләмдең хәбәре булып исемдәр, һандар, алмаштар, сифаттар, ҡылымдар, рәүештәр килә.

Директор (Саимә апайға). Ниңә класҡа алып инәһең балаңды?! Мәктәптең эске тәртип ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙаһың.

Район мәғариф бүлегенән комиссия ағзаһы (тынысландырып). Нишауа, нишауа. Һеҙ улығыҙ менән юлы сыҡҡанда миңә килегеҙ. (Китәләр.)

3-сө уҡыусы. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына барһалар, фронтовик малайы Данисҡа мөдир бынамын тигән пальто, быйма һәм кәпәс кейҙереп ҡайтара.

2-се алып барыусы. Кескәй Данис дүрт йәшенән үк уҡый башлай, гүйә, яҙмыш уның ғүмеренең ҡыҫҡалығын иҫкәрткәндәй, тыумыштан талантлы баланы текә һәм бейек фән үрҙәренә сабый сағынан әйҙәгәндәй. Ете айҙан атлап, дүрт йәшендә башланғыс класс уҡыусылары менән бергә дәрестәрҙә ҡул күтәреп, дөрөҫ яуаптары менән өлкәндәрҙе аптыратып ултырған кескәй “уҡыусының” ғалимлыҡ сифаттары уның булмышында шул саҡта уҡ төҫмөрләнә.

4-се уҡыусы.

Сейәлетау аръяғына баҡҡан

Хыял тулы күңел күҙҙәрең,

Ғалим, шағир, әҙип булғанға ла

Барҙыр әле әйтер һүҙҙәрең.

Аҡыл бүлешкәндән арта ғына –

Шәкерттәрең тулы донъяла,

Улар ҙа бит остаз эҙҙәренән

Ғилем үрҙәренә юл ала.

5-се уҡыусы.

Хеҙмәт юлын ижад менән бергә

Армыттарҙы уҙып үҫкәнме?

Мәләгәҫтең яҙғы ярһыулығы

Ихлас булмышыңа күскәнме?

Ҡариҙелдең еләҫ ярҙарында

Көҙгө уйсанлығың сағыла.

Уҡытыусым, күркәм байрамыңды

Үткәрергә яҙһын тағы ла!

Ғүмер-тауҙың иң-иң түбәһендә

Алтын бөртөктәре табыла. (Р. Ғәлимова.)

1-се алып барыусы. Данистың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, ул тырышып уҡый. Яуаплы, эш һөйөүсән, ярҙамсыл булып үҫә. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ әҙәби эшкә, журналистикаға дәрте уяна. Тәүге мәҡәләләрен, хикәйәләрен, шиғырҙарын яҙа башлай. Был турала дуҫы Әхмәт Сөләймәнов былай тип иҫләй:

6-сы уҡыусы. Өлкән кластарҙа уҡыған сағында Данис мәктәп, ауыл, колхоз тормошондағы яңылыҡтарҙы гәзиттәргә хәбәр итеүгә әүәҫләнеп китә. Хәбәрнамәләре араһында, уңай яҡтар менән бер рәттән, төрлө кәмселек, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләгәндәре лә була. Уларҙы уҡып, берәүҙәр йәш хәбәрсене маҡтай, икенселәре ризаһыҙлыҡ белдерә. Уҡытыусылары араһында ла төрлө ҡараш тыуа. Хуплаусылар араһынан мәктәп директоры Табулдиндың йылы һүҙҙәрен Данис оҙаҡ күңелендә һаҡлай. Директор уға “Маладис! Тағы ла тосораҡ итеп яҙ. Ҙурыраҡ материалдар яҙып ҡара”, – тип кәңәш бирә. Ә бер осрашып һөйләшеп ултырғанда “Мә, ҡустым, минән бер иҫтәлек булһын”, – тип уға үҙенең фотокарточкаһын бүләк итә. Ҡайтҡас фотоны әйләндереп ҡараһа, унда шундай һүҙҙәр яҙылған була: “Яратҡан уҡыусым Данисҡа. Уҡып, ҙур кеше булыуыңды теләйем!”.

2-се алып барыусы. Данистың юлында бына шундай һәйбәт кешеләр осрап тора.  Мәктәпте тамамлап, Совет Армияһында танкист сифатында Белоруссияла хеҙмәт иткән осоронда БДУ-ның башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инергә теләген белдереп, хат яҙа. Хатында шуны ла аңғарта: саҡырыу ҡағыҙы булһа ғына хеҙмәттән ебәрәләр. Бер ваҡыт ул хеҙмәт иткән ғәскәри часҡа Өфөнән хат килеп төшә. Хатҡа тарих-филология факультеты деканы В.Я. Зайцев менән комскомитет секретары Роберт Байымов ҡул ҡуйған була. Был ваҡиғанан һуң Данис Солтанов БДУ-ның студенты булып китә.

1-се алып барыусы.  Әйткәндәй, Данис Солтан улы армияла хеҙмәт иткән сағында ла журналистиканы ташламай. Һалдат тормошонан яҙылған хәбәрҙәрен дивизия гәзитендә баҫтыра бара. Һалдаттың һәләтен күреп, командование уны Львовтағы хәрби-политик училищеға тәҡдим итә. Ләкин ул риза булмай. Ә БДУ-ла ул әҙәбиәткә тағы ла нығыраҡ яҡынлаша, тәүге хикәйәләрен яҙа башлай.

Журналистика унда маҡсатҡа ынтылышлылыҡ, тура һүҙлелек, ҡыйыулыҡ, һүҙгә ҡарата талапсанлыҡ, туған телгә һәм әҙәбиткә һөйөү кеүек хистәрҙе тәрбиәләй.

7-се уҡыусы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ул Башҡортостан китап нәшриәтенә редактор итеп эшкә ебәрелә. Ләкин көтмәгәндә йәш белгестең тормошонда үҙгәрештәр килеп сыға: шул уҡ йылдың сентябрендә проф. Ж.Ғ. Кейекбаевтың һәм йәш белгес М.В. Зәйнуллиндың тәҡдиме менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ассистент итеп эшкә ебәрелә һәм шул ваҡыттан бирле ғилем өлкәһендә хеҙмәт итә.

8-се уҡыусы. Данис Солтан улы 1967 йылдан башлап бөтә ғүмерен Стәрлетамаҡ педагогия институты менән бәйләй. Ошонда инде ғилем юлында бер баҫҡыстан икенсе баҫҡысҡа күтәрелә: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор… Тәҡдире ҡушыуы буйынса, ошо ҡалала Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты доценты, филология фәндәре кандидаты Сәриә Зиләлетдин ҡыҙы менән тормош ҡорорға, ике ул тәрбиәләп үҫтерергә насип була. Мараттары атаһы менән әсәһе юлынан китә: тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында, һуңынан мәктәптә уҡыта. Бына Салауаттың ғүмере, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ҡыҫҡа була…

Данис (уҡыусы)

Мин теләйем һиңә, улым,

Шундайын ҡыйыулыҡтың,

Илеңә килгән афәтте

Ҡурҡытып ҡуйырлығын.

 

Теләйем һиңә дошмандың

Алпамыша төҫлөһөн.

Көслө менән алышҡанда

Ғына һин дә көслөһөң.

 

Һыуҙай аҡҡан был ғүмерҙең

Аҫылдарын табырлыҡ

Аҡылыңа юлдаш булһын

Сыҙамлыҡ үә сабырлыҡ.

 

Тормоштоң ауырлыҡтарын

Күтәрә алмаһа билең…

Билең күтәрә алмаһа,

Күтәрер, улым, белем. (Д. Тикеев.)

9-сы уҡыусы. Данис Солтан улы 1975 йылда кандидатлыҡ, 1999 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.  Ғалимдың тормошо фән һәм йәмғиәт өлкәһендәге уңыштарға, ҡаҙаныштарға бай: 1975 – 1980 йылдарҙа – СДПИ уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе; 1976 – 1977 йылдарҙа – филология факультеты деканы урынбаҫары; 1983 – 1987 йылдарҙа – әҙерлек бүлеге мөдире; 1987 – 2004 йылдарҙа – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире; 2004 – 2008 йылдарҙа – башҡорт теле кафедраһы мөдире; 2003 – 2008 йылдарҙа – башҡорт филологияһы факультеты деканы була.

10-сы уҡыусы.

Фән кандидаты булып була,

Ауыр түгел – ғаҡыл емеше.

Хатта була докторы ла булып,

Кәрәк түгел алтын, көмөшө.

 

Булып була эре мөғәллим дә,

Оло ғалимы ла – еп-еңел.

Булһын ғына ваҡыт-сәғәттәре,

Булһын ғына һиндә ҙур күңел.

 

Тик ауырҙыр кеше булыуҙары,

Үлсәп булмай уны бизмәнләп.

Профессор һәм докторҙарҙы

Табып була хәҙер йөҙ меңләп.

 

11-се уҡыусы.

Иң ауыры – кеше булыуҙалыр,

Әҙәм булыуҙалыр элгәре.

Кеше булһаң килер дандары ла,

Хатта ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлдәре.

 

Алып була доцент-фәләндәрен,

Һаҡал ебәрәһең дә – олпатлы.

Борсаҡтарҙы була эре ярып,

Мыйыҡ ебәрһәң дә форсатлы.

 

Бөтәһен дә эшләп була, тик

Кеше булыуҙарға ни етә.

Кеше булыуҙарың ғорур итә,

Кеше булыуҙарың елкетә. (К. Аҡбашев.)

12-се уҡыусы. Ысынлап та, Данис Солтан улы ысын кеше булып йәшәне. Һәр кемгә ихлас күңелдән ярҙам итте, янып эшләне. Филология фәндәре докторы, профессор Д.С. Тикеев башҡорт тел белемен үҫтереүгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе.  Ғалим үҙ тәжрибәһе, педагогик оҫталығы менән ихлас бүлеште. Әлеге ваҡытта ул әҙерләгән 10 фән кандидаты остазының эшен дауам итә.

Данис.

Белем һәр саҡ килем килтерә, тип

Һөйләйһең һин. Һөйләйһең юҡты.

Фәнгә йәне фиҙа кеше аслан,

Эҙләмәй шул матди байлыҡты.

 

Күпме ғалим был донъянан киткән

Ярлылығы менән көрәшеп…

Белемең илгә булһа – һин ғалимһың,

Үҙең өсөн булһа, ул – кәсеп. (Д. Тикеев.)

13-сө уҡыусы. Д.С. Тикеевтың ғилми эшмәкәрлеге башҡорт һәм төрки телдәренең синтаксик төҙөлөшөн һәм стилистикаһын өйрәнеүгә бәйле. Ғалим башҡорт теле синтаксисы өлкәһендә үҙ ғилми мәктәбен булдырҙы. Уның авторлығында 400-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шулар араһында 13 китап һәм монография, 8 дәреслек, тиҫтәләгән уҡыу-методик ҡулланмалары һәм программалары донъя күрҙе. Был йәһәттән уның “Хәҙерге башҡорт теленең синтаксис нигеҙҙәре” (Мәскәү, 2004), “Хәҙерге башҡорт теленең синтаксисында ябай һөйләмдәрҙе тикшереү” (Өфө, 1999), “Хәҙерге башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы буйынса очерктар” (Өфө, 2000), “Башҡорт телен уҡытыу методикаһы” (Өфө, 2002) кеүек ғилми йыйынтыҡтарын әйтеп үтергә мөмкин.

Данис Солтан улы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының әүҙем хәбәрсеһе һәм редколлегия ағзаһы, 1998 йылдан Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булды, 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетында Диссертация Советы ағзаһы итеп һайланғайны.

14-се уҡыусы.

Һин дан егет булдың, Данис дуҫым,

Бер күрмәнем һытыҡ сағыңды.

Һинең күңелеңдең яҡтылығы

Беҙҙең йөҙҙәрҙә лә сағылды.

 

Яҡшылыҡты, яҡтылыҡты шулай

Бар юлыңда барҙың таратып.

Һин үҙең яраттырҙың һәр саҡ,

Кешеләрҙе үҙең яратып.

 

Яратырлыҡ ине һәр бер һүҙең.

Ҡаратырлыҡ – һәр бер ғәмәлең.

Изге эшең ерең белеп торҙо,

Күреп торҙо уны ғәләмең.

 

15-се уҡыусы.

Күп көтөлгән хәҡиҡәтте астың,

Ҡайсаҡ уйнап ҡына башлап та.

Хан замандан әйтелмәгәндәрҙе,

Ҡуйғандарҙы күптәр ташлап та.

 

Телде тойоу – илде тойоу бит ул,

Раҫлап тороу халыҡ булмышын.

Тел-мөғжизә генә аса ала

Ер асылын, ғаләм тормошон.

 

Телде тойоу зирәклегең күреп,

Кейекбаев тормай ҡымшанып,

Һине оло юлға сығарыуға

Фатихаһын бирҙе ышанып.

 

16-сы уҡыусы.

Остазыңдың ышанысын аҡлап,

Тел ғилемен яҙмыш яһаның.

Үҙең остаз булғас, шәкерттәрең

Ҡуйҙы иң юғары баһаны.

 

Һин үҙеңде тотошоңа ла бит

Хас ине гел әҙәп, ҙурлыҡ та.

Дәрәжәңде белдең йәш сағыңдан

Оло булып, кесе булып та.

 

Ул киләлер алыҫ олатаңдан,

Ғәбдерәшит, Ғәббәс кантондан,

Һинең ҡаныңдағы был затлылыҡ

Ҡалған һымаҡ мәңге антыңда.

 

Солтан улы, кантон ейәне, тип,

Мин өндәшә инем дуҫыма.

Бөгөн кемгә өндәшергә белмәй

Йөрәгемде ҡыҫам усыма. (И. Кинйәбулатов.)

 

1-се уҡыусы. Данис Тикеев әҙәби-публицистик эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнде. Ҡайһы жанрға тотонһа ла ул илһамланып ижад итте: нәҫерме ул, эссемы, шиғырмы, хикәйәме – барыһын да ҙур оҫталыҡ менән ҡойоп ҡуя ине. Уның “Күңелем күҙҙәре аша” (2002), “Һүҙҙәрем бар әле әйтәһе” (2004) исемле йыйынтыҡтары донъя күрҙе.

Данис.

Матур, матур Стәрле урамдары.

Туҡтап ҡалам урам уртаһында.

Ғүмер буйы йөрәгемде өйкәй

Бер уй. Ул уй бәхет тураһында.

 

Ниндәй хыял? Ниндәй һорау, яуап?

Әйтерһең дә, мин бер сабый бала.

Йылдар үтә – ҡатмарлана шул уй,

Ҡатмарланған һайын, сағыулана.

 

Бәхет ниҙә? –

Был мәңгелек йомаҡ,

Ул эҙләтә үҙенең сиселешен.

Кисә биргән яуап дөрөҫ ине,

Дөрөҫ ине кисәге көн өсөн…

 

Туҡтап ҡалдым урам уртаһында:

Юҡ, кисәге яуап дөрөҫ түгел,

Баҡһаң, минең иң бәхетле сағым

Ошо һорау онотолған миҙгел. (Д. Тикеев.)

2-се уҡыусы. Данис Солтан улының республика һәм ил күләмендәге хеҙмәттәре юғары баһаланды: 1990 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, 1998 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, 2001 йылда “Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре”, 2006 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

3-сө уҡыусы. Д.С. Тикеев  – тыуған ерен, ғәзиз халҡын сикһеҙ яратҡан илһөйәр шәхес. Ул сағыу таланты, күп яҡлы ижады, юғары эшмәкәрлек ҡеүәһе, тәрән патриотлыҡ һәм гражданлыҡ тойғоһо, кешелеклеге һәм кеселеклеге менән республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә ҙур абруй һәм ихтирам яуланы. Уның тураһында бик күп шиғырҙар, иҫтәлектәр ижад ителде. З. Йәнбирҙина уға арнап, ошондай шиғыр юлдарын яҙҙы:

… Гел нур ғына, аҡыл ғына бөрккән,

Гел изгелек кенә эшләгән,

Ғилем өсөн, илем өсөн тиеп

Бар һәләтен биреп йәшәгән.

4-се уҡыусы. 2008 йылдың сентябрь айында телсе-ғалим, педагог Д.С.  Тикеев беҙҙең аранан китеп барҙы. Ләкин уның рухы, ҡалдырған ғилми хеҙмәттәре, кәрәкле кәңәштәре  яҡындары, туғандары, уҡыусылары, коллегалары  күңелендә һәр  саҡ йәшәр.

Данис.

Шатлыҡ килһә лә кешенең

Йөрәгенә һуғыла.

Йөрәгең аша үтә шул,

Үтә ҡайғы уғы ла.

 

Таң атты. Бөгөн уларҙың

Сират, тип, ҡайһыһына:

Тормошом шатлығынамы,

Әллә ҡайғыһына?.. (Д. Тикеев).

5-се уҡыусы.

Балҡып яныр өсөн

Был донъяға

Бик һирәктәр килә, йәшәйҙәр.

Йөрәк – ялҡын, ғүмерҙәре – сатҡы.

Асмандағы күкрәү, йәшнәүҙәр!

 

Тиктән генә

Тауҙар ишелмәйҙәр,

Ер һелкетеп, аумай имәндәр.

Күтәргеһеҙ йөктәр һала иңгә

Балҡыр өсөн Ергә килгәндәр!

 

Һыҡранмайса

Тарттың үҙ йөгөңдө,

Юҡҡа түгел – Халҡың, Илеңә!

Ваҡытһыҙ ҙа тауҙар ишелеүе –

Күтәргеһеҙ хәбәр иңемә…

 

Нимә булды бөгөн

Күк, Йыһанға, –

Балҡып торҙо Ғаләм көн оҙон?!

Нур сәсергә Ергә тоҡанған бит

Данис Солтан улы йондоҙо. (Ф. Санъяров).

1-се алып барыусы. Бына бөгөнгө кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләп хушлашабыҙ.

2-се алып барыусы. Йөрәгегеҙҙә кешеләргә, тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү уты һүнмәһен, һүрелмәһен. Киләһе осрашҡандарға тиклем, һау булығыҙ.

(Кисә аҙағында М. Кәрим һүҙҙәренә А. Ҡобағошов ижад иткән  “Уҡытыусыма” йыры яңғырай.)

 

 

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр булыр
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр булыр
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас