Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Ҡыҙҙар тауышы – инәйҙәр һулышы» тигән китап күргәҙмәһе менән таныштырғас та, шағирәләрҙең байтаҡ шиғырҙары яңғыраны.
Силәбе губернатор урынбаҫары Роман Воллерт һәм башҡорт ҡоролтайы рәйесе Амур Хәбибуллин исеменән юбилярҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яйыҡбикә сәсәниәгә – Зөлҡәрнәева Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижады үҙәгенең «Халыҡ сәсәне» сертификаты тапшырылды.
Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Әлфиә Хафизова, Ҡоншаҡ районының Һары ауыл мәҙәниәт йорто артистары – Әлфирә Аҫылгәрәева менән Виктория Егорованың сәнғәтле сығыштары байрам кисәһен балҡытып ебәрҙе.
Әҙәби осрашыуҙарҙы «Көнъяҡ Урал» радиоһының йәш журналистары – Вилиә Батршина менән Илюза Яппарова нәфис һүҙ менән биҙәп алып барҙылар.
Әҙәби осрашыуҙа Сания Шевченко менән Яйыҡбикә сәсәниә майҙан тотто: Илһамлы ижад ялҡындары һәм күңелдәге иң йәнле иҫтәлектәре менән бүлештеләр.
Ҡамса МОРТАЗИН,
Силәбе өлкәһе.