Бөтә яңылыҡтар

Файыҡ Мөхәмәтйәновтың «Әсәйем» шиғырын өйрәнеү. Антонимдар.

Рус телле мәктәптәрҙә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте      Файыҡ Мөхәмәтйәновтың «Әсәйем» шиғырын өйрәнеү. Антонимдар.                                            (V класс) Ф. С. ДМИТРЮК, Миәкә районының Әнәс мәктәбе филиалы – И. Максимча исемендәге Новый Мир мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың  атҡаҙанған уҡытыусыһы Маҡсат: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, фекер йөрөтөү, һүрәтләү сараларын таба белеү, телмәр үҫтереү, әсәйҙәргә һөйөү тәрбиәләү, антоним темаһын нығытыу.

Файыҡ Мөхәмәтйәновтың «Әсәйем» шиғырын өйрәнеү. Антонимдар.
Файыҡ Мөхәмәтйәновтың «Әсәйем» шиғырын өйрәнеү. Антонимдар.

Йыһазландырыу: дәреслек, таҡта, презентация, портрет, карточкалар, эш ҡағыҙҙары; Ер, ҡояш, йондоҙҙар төшөрөлгән һүрәттәр, таратма материалдар, “Мамина песенка” йырының  аудиояҙмаһы (М. Пляцковский һүҙҙәре, М. Парцхаладзе​ көйө).

                                              Дәрес барышы

  1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу мәле).

– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

– Хор менән уҡыйыҡ! (Уҡыусылар экранға ҡарап уҡый.) Хәйерле иртә! Хәйерле сәғәттә! Ошондай матур һүҙҙәр менән эштәребеҙҙе башлап ебәрәйек.

– Кисә ниндәй число булды, ә бөгөн нисәһе, ә иртәгә? (Слайдтар асыла, яуаптар тыңлана, эш ҡағыҙҙарында бөгөнгө число яҙыла.) 

  1. Белемдәрҙе актуалләштереү.

– Слайдтағы хәрефтәр тураһында ниҙәр  әйтер инегеҙ? (Яуаптар тыңлана.) 

– Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре менән дауаланып алайыҡ (көйләп, һуҙып, бер тында: [ү ә ө]; [һ] – тынды сығарабыҙ; тиҙ генә әйтеү: [ҡ ҫ ғ ҙ]; яңғыратып әйтеү – [ ң].)

  • Фонетик-орфоэпик күнегеү (башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре карточкалары  менән эш: хәрефте күрһәтеү, өндө хор менән әйтеү, уҡытыусы артынан һүҙҙәрҙе ҡабатлау):

[ү]– күркәм, бүләк, Мәскәү;

[ә] – бәләкәй, сәскә, әсәй;

[ө] –  көмөш, төн, Өфө;

[һ] – һин, һандуғас, Айһылыу;

[ҡ] – ҡул, ҡәҙерле, ҡояш;

[ҫ] –  ҡыҫҡа, кәбеҫтә, кеүәҫ;

[ғ] –  ағай, ғорур, тыуған ил;

[ҙ] – ҙур, ҡыҙыл, йондоҙ;

[ң] –  ҡараңғы, ҡыңғырау, еңеү.

  • [Ә] өнөнә әйтелгән һүҙҙәрҙең һуңғыһын кем иҫләй? (Әсәй.)

–  Моя мама һүҙбәйләнешен башҡортса нисек әйтер инегеҙ? (Яуаптар тыңлана, слайд асыла.) Эйе, өс төрлө вариантта  әйтергә була.

  • Һүҙлек эше (2-се слайд – 2): уҡыу, тәржемә итеү, яңы һүҙҙәр менән танышыу, слайдта бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.

–  Әсәйҙәр ҡояш кеүек! Ерҙәге иң матур һүҙ –  әсәй! (Ҡояш, Ер һүрәттәре таҡтаға эленә.)

  • Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

– Уҡыусылар, беҙ кем тураһында һөйләштек? Тимәк, бөгөнгө яңы тема кемдәргә бағышланасаҡ? (Яуаптар тыңлана.)

– Дәрестә әсәйҙәр тураһындағы шиғыр менән танышырбыҙ, ә грамматика буйынса антонимдарҙы  иҫкә төшөрөрбөҙ.

  1. Яңы тема өҫтөндә эш.
  • Дәреслек менән эш.

– Дәреслектең  110-сы битен асығыҙ, унда һеҙҙе 1-се күнегеү көтә. “Әсәйем” шиғырының авторы кем? (Балалар яуап бирә.) 

(Иғтибар менән слайдты ҡарау, авторҙың исем-фамилияһын хор менән уҡыу, автор тураһында нимә аңлағандарын  русса һөйләтеү.)

1-се күнегеү буйынса эш төрҙәре:

  –  һүҙлек эше;

  • уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;
  • сылбырлы уҡыу;

– тәржемә өҫтөндә эш;

– һорауҙарға яуап биреү (1 – 3).

  • Эш ҡағыҙы буйынса күнегеү башҡарыу.

–  Артабан эшебеҙҙе эш ҡағыҙҙарында дауам итәйек. Әсәйҙәр ҡояш кеүек, тигәйнек беҙ. Хәҙер ҡояш схемаһын төҙөйөк. “Әсәйем” һүҙен түңәрәк эсенә ҡуябыҙ, нурҙар яһайбыҙ, текстан әсәйгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе табып, яҙабыҙ (алтын ҡуллы, ашханала эшләй (ашнаҡсы), тәмле бешерә, эшен ярата, халыҡ һоҡлана). 

– Әсә тураһында тағы ла ниндәй һүҙҙәр өҫтәйбеҙ? (Егәрле, тырыш, уңған, матур, мәрхәмәтле, бәхетле...)

– Бына ниндәй ҡояш барлыҡҡа килде! Матур һүҙҙәр менән балҡып тора! (Проектор һүндерелә.)

  • Дәреслек менән эш.

1-се күнегеү (I)  буйынса эш төрҙәре:

– шиғырҙы үҙ аллы уҡыу;

 –  тасуири уҡыу;

 –  “Мамина песенка” йырының бер куплетын һәм ҡушымтаһын йырлау;

  • тәржемә эше:ветер –  ел, звезда –  йондоҙ, на свете – донъяла;  

йөкмәткеһен башҡорт телендә әйтеү;

–  йырҙы өйрәнеү.

– Балалар, был текстың тәржемәһе эш ҡағыҙҙарының һуңғы битендә бирелгән. Мин йырлағанды тыңлағыҙ, текст буйынса күҙәтеп барығыҙ, унан бергәләп башҡарырбыҙ.

 Пускай узнают ветер,

И звезды, и моря.

Что лучше всех на свете

Мамочка моя!

Әйҙә, елдәр белһендәр,

Йондоҙҙар, диңгеҙҙәр,

 Донъла иң яҡшыһы –

 Әсәйем минең!

  1. Ял минуты«Йондоҙҙар».

  Төнөн күктә нимәләр балҡый? (Яуап.)

  • Әйҙәгеҙ, күктән йондоҙҙар йыяйыҡ. (Алмашлап ҡулдарҙы өҫкә һуҙыу, ынтылып,“йондоҙҙар” йыйыу, күкрәккә һала барыу.)
  • Ҡараңғы төндө биҙәй, яҡты итә йондоҙҙар. (Таҡтаға йондоҙҙар һүрәтен элеү.)
  1. Грамматик тема өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  • Эш ҡағыҙы буйынса күнегеү эшләү.

–   Уҡыусылар, алдығыҙҙағы шиғырҙың авторы кем икәнлегенә иғтибар итәйек әле. (Ф. Мөхәмәтйәновтың портретын таҡтаға ҡуйыу.) Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тағы ла бер матур, күркәм шиғыры менән танышайыҡ.

 (Ф. Мөхәмәтйәновтың “Кешем – ил күрке” шиғыры буйынса эш төрҙәре: шиғырҙың исеме буйынса эшләү,  яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, үҙ аллы уҡыу, өлгөлө уҡыу, һәр строфала нимә тураһында һүҙ барғанын, төп мәғәнәһен асыҡлау. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр менән эш (ҡуйы – һирәк, талғын – ярһыу, ҙур – ?) һәм грамматик темаға күсеү.)

  • Дәреслектең 112-се битендәге ҡағиҙәне үҙләштереү. Уҡытыусы  бирелгән антонимдар  менән һөйләмдәр әйтә, уҡыусылар тәржемә итә.
  • Эш ҡағыҙы буйынса күнегеү эшләү.
  1.  Көндөҙ яҡты, ә төнөн  ____ .
  2. Лимон әсе, ә алма  ____ .
  3. Шәкәр аҡ, ә күмер  ____.
  4. Өфө – боронғо ҡала, ә Күмертау ____ .
  5. Бөркөт – юғары, ә турғай  ____ оса.
  6. Ҡояш системаһында Юпитер – иң ҙур, ә Меркурий иң  _____ планета.

Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр: түбән, ҡара, татлы, бәләкәй, ҡараңғы, йәш.

  1. Рефлексия.

– Дәрестә нимәләр белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Нимә оҡшаны?

  1. Баһалау.

– Бөгөн дәрестә әүҙем ҡатнашҡандарға афарин, “бишле”! (Уҡытыусы билдәләп үтә.)

  1. Өйгә эш (һайлап эшләргә.)
  2. Дәрестә эшләнелгән күнегеү өлгөһөндә ҡояш схемаһын төҙөргә һәм әсәйегеҙ тураһында яҙырға.
  3. Рус телендә бирелгән планеталар парады тураһындағы  ҡыҙыҡлы тексты уҡырға һәм һорауҙарға башҡортса яуап бирергә. (Уҡыусылар эштәрҙе һайлап ала, 2- се эш буйынса материал  таратып бирелә.)

 

 

  • Дәресте йомғаҡлау.

– Ҡәҙерле уҡыусылар, дәресте йомғаҡлап, һеҙгә әйтер һүҙҙәрем бар (уҡытыусы балаларҙың иғтибарын таҡталағы ҡояш, Ер, йондоҙ һүрәттәренә йүнәлтә): тырыш булығыҙ, гел алға, юғарыға ынтылып, йондоҙҙар кеүек балҡығыҙ! Тыуған илебеҙҙең, Еребеҙҙең күркәм кешеләре булып үҫегеҙ! Һәр ваҡыт янығыҙҙа һеҙҙе ҡояштай йылытыусы әсәйегеҙ, иң ҡәҙерле кешеләрегеҙ булһын!

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас