Йыһазландырыу: интерактив таҡта, планшет
Дәрес барышы
– Хәйерле көн, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, ҡулға-ҡул тотоношайыҡ, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ. Ҡулдарҙан-ҡулдарға йылылыҡ күсте, йөҙҙәргә яҡты нур булып йылмайыу һибелде. Бына ошо йылылыҡ, йылмайыу беҙгә көнө буйына етерлек көс бирер! Ултырығыҙ!
– Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарығыҙға бер өҙөк тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа – яҡшылыҡ.
Эйе, «Урал батыр» эпосы башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазинаһы.
– Эпоста ниндәй темалар күтәрелә? (Яҡшылыҡ-яманлыҡ, йәшәү-үлем һ.б.) Улар хәҙер ҙә актуалме? (Эйе, был темалар һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡала.)
– Эпоста халыҡтың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
– Өҙөктөң дауамын тыңлап ҡарайыҡ. (Бер уҡыусы уҡый.)
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.
– Тимәк, бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ? (Яҡшылыҡ тураһында.) Эйе, беҙ һеҙҙең менән “Күккә лә осор – яҡшылыҡ, һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ...” темаһы буйынса әңгәмәләшербеҙ.
Яҡшы кешене һәр ваҡыт ихлас кешеләр уратып алыуы электән үк билдәле. Ундай кеше тик изге күңеллеләрҙе генә үҙенә тарта. Тимәк, бөгөн класс сәғәтенә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ? (Яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белергә; кешеләрҙең төрлө ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа бирергә; яҡшы эштәр башҡарырға өйрәнеү.)
III. Проблемалы һорау.
– Халҡыбыҙ ни өсөн “Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ” тип әйткәнен дә асыҡларға тейешбеҙ бөгөн. Ә ниндәй кешене яҡшы тип әйтергә була? (Таҡтаға кеше һүрәте эленә.)
Тырыш, өлгөр, итәғәтле, ярҙамсыл, сабыр, киң күңелле, егәрле, мәрхәмәтле (уҡыусылар һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлата.)
Ялҡау, яуыз, яман, һаран, түҙемһеҙ, көнсөл, тәртипһеҙ, алдаҡсы.
– Ярҙамсыл кеше ниндәй була? (Ул ауыр ваҡытта һәр ваҡыт кешенең хәленә инергә әҙер тора.)
– Ниндәй кешене шәфҡәтле, мәрхәмәтле, игелекле тиҙәр? Беҙ кемдәргә ҡарата итәғәтле булырға тейешбеҙ? (Кешеләргә, тәбиғәткә, хайуандарға.)
Һығымта. Уҡыусылар, ошо сифаттарға эйә булған кешеләрҙе тағы ла кем тип йөрөтәбеҙ? (Ирекмәндәр.)
– Ирекмәндәр ниндәй эштәр башҡара? (Ҡарттарға, инвалидтарға, етемдәргә, МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр.)
– Йәш ирекмән менән интервью өҙөгөн ҡарайыҡ, уҡыусылар. (Видео ҡарау, әңгәмә ҡороу.)
– Ни өсөн Сәлим ирекмән булып киткән? (Уҡыусылар үҙ уйҙарын әйтә.)
– Ә һеҙ, балалар, ниндәй яҡшы эштәр башҡарғанығыҙ бар? (Изгелек итеү тураһында һөйләшеү.)
– Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, яҡшылыҡ тик эш менән генә белдереләме? Шул һорауға яуап табыр өсөн мин һеҙгә тренинг тәҡдим итәм.
Түңәрәккә теҙелеп баҫығыҙ һәм ромашка сәскәһе ярҙамында бер-берегеҙгә йылы һүҙҙәр әйтегеҙ. (Уҡытыусы башлай, балалар йылмайып, бер-береһенә матур һүҙҙәр әйтә.)
– Йылы һүҙҙәр әйткәндән һуң ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? (Рәхәт, күңелле булып китте, кәйеф күтәрелде.)
Һығымта: “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. Йылы һүҙ әйтә белеү яҡшылыҡ ҡылыуға тиң. Шуға күрә бөгөн өйгә ҡайтҡас та яҡындарығыҙға матур һүҙҙәр әйтеп, уларҙы яратыуығыҙҙы белдерегеҙ.
– Уҡыусылар, был донъяла яҡшылыҡ менән бергә яманлыҡ йәшәүен дә онотмайыҡ. Яманлыҡ менән яҡшылыҡты айырып, әйтеш ойошторайыҡ. Ике төркөмгә бүленәбеҙ һәм бирелгән тәртиптә һорау-яуап формаһында ҡапма-ҡаршы әйтешәбеҙ.
Бер тигәс тә ни яҡшы?.. Ике тигәс тә ни яман?..
Һығымта. Уҡыусылар, был әйтештән һеҙ ниндәй фәһем алдығыҙ? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаша.)
VIII. Рефлексия.
XIX. Йомғаҡлау.
– Уҡыусылар, бөгөн дәрестә ҡуйған маҡсаттарға ирештекме, һорауҙарға яуап таптыҡмы? Ни өсөн эпоста “Күккә лә осор – яҡшылыҡ, һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ...” тиелә?
– Бөгөнгө һөйләшеү һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә изгелек, яҡшылыҡ нурҙары булып һаҡланыр тип ышанам. Һеҙҙең тормош юлығыҙҙа тик яҡшы кешеләр генә осраһын, үҙегеҙ яманлыҡтан йыраҡ булығыҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙе “Урал батыр” эпосынан өҙөк менән тамамлайыҡ:
Олоно оло итегеҙ –
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
– Дәрес, матур әнгәмәләшеү өсөн рәхмәт, уҡыусылар!