Бөтә яңылыҡтар

Текстологик тәжрибә майҙансығы булараҡ Рәшит Ниғмәти әҫәрҙәре

И.К. ЯНБАЕВ, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы 1944 йылда Өфөләге «Башгосиздат» нәшриәтендә булдырылған «Ҡыҙыл армеец көтөпханаһы» серияһында Рәшит Ниғмәтиҙең һалдат гимнастеркаһы кеҫәһенә генә һыймалы «Үлтер, улым, немецте!» исемле йыйынтығы 4000 тираж менән баҫылып сыға.

Текстологик тәжрибә майҙансығы булараҡ  Рәшит Ниғмәти әҫәрҙәре
Текстологик тәжрибә майҙансығы булараҡ Рәшит Ниғмәти әҫәрҙәре

Билдәле булыуынса, әҙәбиәт тарихы теге йәки был осорҙоң иң характерлы һыҙаттарын үҙендә туплаусы, ижтимағи тормош картинаһын тулайым асып бирергә һәләтле әҫәрҙәр нигеҙендә яҙыла. Әҙәбиәттең йөҙөн билдәләүсе әҫәрҙәрҙең һуңғы – төҙәтелгән, ҡайтанан эшкәртелгән һәм камил редакцияһы һайлап алына. Шулай ҙа әҫәр тексының, төп нөсхәһенән тыш, барлыҡ варианттарын, шул иҫәптән архивта ҡулъяҙма килеш һаҡланғандарын һәм баҫмала донъя күргәндәрен дә, өйрәнеү ғилми яҡтан бик әһәмиәтле. Яҙыусының «ижад кухняһын», психологияһын, донъяға ҡарашын һ.б. эшмәкәрлек үҙенсәлектәрен сағылдырыу йәһәтенән уларҙың һәр береһе ҡиммәтле.

1944 йылда Өфөләге «Башгосиздат» нәшриәтендә булдырылған «Ҡыҙыл армеец көтөпханаһы» серияһында Рәшит Ниғмәтиҙең һалдат гимнастеркаһы кеҫәһенә генә һыймалы «Үлтер, улым, немецте!» исемле йыйынтығы 4000 тираж менән баҫылып сыға. Унда әлеге поэманан тыш «Һинең кәләшеңдең хаттары», «Егеттең яуаптары» әҫәрҙәре урынлаштырылған. Китаптың тәүге битендә автор шундай бағышлама яҙып ҡуйған:

Данлыҡлы Урал,

йәмле Ағиҙел,

гүзәл Һаҡмар,

матур Ашҡаҙар,

күркәм Ирәндек,

сыуаҡ Башҡортостан

егеттәренә, үҙ халҡының

оло исеме менән йөрөтөлә

торған дивизияның боецтарына

һәм командирҙәренә

бағышлайым был әҫәрҙе.

Әлбиттә, һүҙ легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы хаҡында бара. Был китапсыҡҡа ингән әҫәрҙәр киләсәктә ҡайтанан эшкәртелеп, ҡайһы бер урындары ҡыҫҡартылып, яңы сифатта донъя күрәсәк.

Был баҫма, беренсенән,  Рәшит Ниғмәтиҙең шәхес булараҡ донъяға ҡараштарының формалаша, киңәйә барыуы; икенсенән, яҙыусы һәм рәссам булараҡ үҫеш, билдәле бер эволюция кисереүе йәһәтенән ифрат ҡыҙыҡлы. Йәш шағирҙың әлегә донъяла барған ваҡиғаларҙы аңлау кимәле, айырыуса сәйәси ҡараштарының сикләнгәнлеге шиғырҙар тупланмаһының исеменән үк күҙгә ташлана. Һәр беребеҙгә мәғлүм: Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡы айырым бер агрессор милләткә ҡаршы көрәшмәне. Шул уҡ немец халҡы үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында уҡ фашизмға ҡаршы күтәрелеп сыҡты. Фашистик ҡоролош булараҡ Италия, хәрби диктатураға, самурайҙар армияһына таянған Япония бөтөн донъяға ҡурҡыныс янаны.

Бүтән фактты ла билдәләргә кәрәк: яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрен мөмкин тиклем халыҡсан йөкмәткеле итергә тырыша. Ул осорҙа халыҡ араһында «немец» һүҙе, конкрет милләт атамаһы булыу менән бергә, «дошман, фашист» һүҙҙәренә мәғәнәләш тә йөрөгән. Р. Ниғмәти үҙе лә «гитлерселәр, дошман, фрицтәр, Гитлер» һүҙҙәрен телгә алынған барлыҡ әҫәрҙәрендә мул ҡуллана, әммә бер урында ла «фашист» һүҙе осрамай.

«Немец» һүҙенең ул осорҙа «дошман» мәғәнәһендә ҡулланылыуы бәхәс тыуҙырмай, әлбиттә. Быға инаныу өсөн ул йылдарҙа күпләп донъя күреп торған төрлө әҙәби әҫәрҙәргә, публицистик мәҡәләләргә, айырыуса матбуғат биттәрендә даими сығып килгән материалдарға күҙ төшөрөү ҙә етә. Мәҫәлән, Р. Ниғмәтигә бик тә яҡын булған «Ҡыҙыл атлылар» газетаһының махсус рубрикалары, тематик биттәре, һәр һанында баҫылып торған очерктар, хикәйәләр, агитацион мәҡәләләр, тылдан алынған хаттар, Совинформбюро хәбәрҙәре, Сталин мөрәжәғәттәренән өҙөмтәләр һ.б. бихисап мәғлүмәттәр шуны иҫбатлай. Әйтәйек, баҫмаларҙың береһендә «Тылдан хаттар» исеме аҫтында сыҡҡан йыйылмала авторҙарҙың береһе һалдаттарға: «Һиңә минең бер үтенесем бар. Күптән түгел генә фашист ҡәбәхәттәр минең иремде үлтерҙеләр... Минең иптәшем һәм ҡыҙымдың атаһы өсөн үс ал! Үлтер немецты!» – тип оран ташлаһа, икенсе бер редакцион мәҡәлә-мөрәжәғәттә: «Ваҡытлыса баҫып алынған райондарҙағы беҙҙең туғандарҙы, балаларҙы, ҡарттарҙы, ҡатындарҙы, ҡыҙҙарҙы аталар, аҫалар, мыҫҡыл итәләр... Эйе, беҙ үс алыусылар, иптәш боец! Үлтер немецты! Үс ал!», – тигән юлдарҙы уҡырға була. Алдан уҡ шуны раҫлайыҡ: ошондай эстәлекле материалдарҙың Р. Ниғмәти ижадына, айырыуса «Үлтер, улым, немецте!» әҫәренең йөкмәткеһенә, көслө йоғонто яһауын күрмәү мөмкин түгел.

Тағы ла бер миҫал. «Һинең кәләшеңдең хаттары» әҫәренең «Яҙ хатыңда» бүлегендә кәләш ауыҙынан әйттерелгән шундай юлдар бар:

Яҙ хатыңда:

                     бына бөгөнгө көн

Нисә немец этен үлтерҙең?

Әллә пуляларың яҙа китеп,

Ошо көнөң әрәм үттеме?

Тик бер генә немец үлтерһәң дә,

Яҡыная ҡауышыр сағыбыҙ.

Әгәр бер немец тә үлтермәһәң,

Яҙма, – ялған һинең һағыныу.

Был мотивтың сығанағы булырҙай типик факттарҙы ла күрһәтергә була. Газетала мөхәррир Али Карнайҙың «Нисә фрицте үлтерҙең?» тигән хикәйәһе баҫыла. Сюжет схемаһы былай: алғы һыҙыҡтан, фронттан икенсе позицияла хеҙмәт итеүсе һалдат Уралда ҡалған ҡатынынан хат алған. Унда ошо һүҙҙәр бар: «Нисә фрицте үлтерҙең? Шуны айырып яҙ. Балалар ҙа ҡыҙыҡһыналар, һинең батырлығыңды белеп, беҙ шатланырбыҙ, ғорурланырбыҙ...». Һалдат бынан һуң тыныслығын юғалта, военкомға барып тиҙерәк алғы һыҙыҡҡа күсереүҙәрен үтенә. «Шулай ҙа, әгәр бер нисә фрицте үҙ ҡулым менән дөмөктөрмәһәм, нисек итеп мин Ватан һуғышында ҡатнаштым, тип һөйләрмен?» – ти ул. Был ҙур булмаған әҫәрҙә һөйөклө кешеһенән килгән хаттың һалдатҡа ни тиклем көслө тәьҫир итеүен күрәбеҙ.

Нисек кенә булмаһын, әҫәргә исем биргәндә автор тарафынан сәйәси хатаға юл ҡуйылған. Йыйынтыҡтың ул йылдарҙа роман-герман филологияһы һәм башҡорт теле өлкәһендә хәтһеҙ белем тупларға өлгөргән, шулай уҡ «Туғандар һәм таныштар» романы өҫтөндә эшләүсе йәш ғалим Жәлил Кейекбаев редакцияһында донъя күреүе лә әлеге етешһеҙлектән ҡотҡара алмаған. Поэманың структураһы В. Маяковский һүҙҙәренән ғибәрәт өҙөк-эпиграф менән асылған инеш, «Уралдың приказы», «Уралдың хаты» бүлектәренән тора. Башлам киҫәктең икенсе өлөшөндә:

Белоруссия иңендә,

Тап Полесье күгендә,

Ҡара ҡоштар осҡанын,  

Ергә бомба ҡоҫҡанын

 Күреп торҙо Һабрау ҡарт.

Ҡара ҡоштоң суҡышы

Тимер суйыр икәнен,

Ҡара ҡанлы йөрәге

Тимер-суйын икәнен

Белеп торҙо Һабрау ҡарт.

– тигән юлдарҙы уҡыйбыҙ. Р. Ниғмәти аҫҡы поляға төшөрмәлә Һабрау ҡарттың кем икәнлеген әйтеп китә: «Һабрау – «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында башҡорт халҡының аҡылын, уйҙарын һәм теләктәрен кәүҙәләндереүсе мең йәшәгән ҡарт образы». Тыуған изге еребеҙҙе тапап танктар үткәнен, Полесьеның утта янғанын, Минск йорттарының ауғанын, Карпат-тауҙың уйылғанын һиҙеп тора Һабрау ҡарт һәм:

Түҙәлмәне Һабрау ҡарт,

Сыҙаманы Һабрау ҡарт,

Арыҫландай ажғырып,

Сапҡыр аттай ярһынып,

Һикереп баҫты Һабрау ҡарт.

Шулай итеп, автор поэманың үҙәк геройы сифатында мәшһүр сәсән образына мөрәжәғәт иткән, ә Уралтау икенсе планда ҡала, һуғыштан һуңғы төҙәтмә редакцияларҙа тик Уралтау образы ғына үҙәккә ҡуйыла. Бының сәбәбен типиклаштырыу һәм тормош факттарын, күренештәрҙе дөйөмләштереүгә булған талаптар тәңгәленән эҙләргә кәрәк, беҙҙеңсә. Беренсенән, образдар һайлау логикаһы шуны талап итә: яҙыусы билдәле бер аналогияға ынтылырға, мөмкин тиклем теүәлерәк ассоциация тыуҙырырға, типик деталдәрҙе күҙ уңында тоторға тейеш. Әйтәйек, Полесье – Башҡортостан, Минск – Өфө, Карпат-тау – Урал, Дунай ҡарт – Иҙел. Шунлыҡтан Һабрауға «иптәш», эквивалент булырҙай белорус, украин, рус һ.б. халыҡтарҙың тарихи шәхестәре лә телгә алынмай. Күренеүенсә, яҙыусы күпмелер ваҡыттан һуң Ватан, Тыуған ил төшөнсәһен аҡһаҡал, «мең йәшәгән ҡарт» образы аша түгел, ә географик, ер-һыу атамалары арҡылы асыуҙы уңышлыраҡ тип тапҡан. Был иһә поэтик фекер офоҡтарын киңәйтешә, тыуған илебеҙҙең киңлеген, бөйөклөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн дә хеҙмәт итә. Тимәк, Һабрау ҡарт образы әлеге образдар галереяһына һыйып бөтмәй. Р. Ниғмәти аҙаҡ әҫәрҙең төп геройы итеп алған, һуғыш башланыу ваҡиғаларына, күренеш һәм кисерештәргә шаһит булыусы Уралтау аша бөтөн Башҡортостанды дөйөмләштергән һәм уны тәрән символик йөкмәткеле, башҡалары һымаҡ уҡ, йәнле образға әйләндергән.

Мәғлүм булыуынса, был әҫәр халыҡ ижадының барлыҡ поэтик традицияларын аҫрауы, айырыуса ҡобайыр стилендә яҙылыуы менән айырылып тора. Төп идея-тематик йөкмәткене асырҙай героик мотивтар, юғары патетика, хикәйәләү һәм һүрәтләүҙәге телмәр-интонация күтәренкелеге һ.б. үҙенсәлектәр уңышлы, маҡсатлы файҙаланылған. Йәғни, һәр бер жанрға хас булғанса, ҡобайырҙың да йөҙөн билдәләгән сифаттар, нығынған поэтик биҙәктәр, норматив ҡанундар һәм стилгә мөнәсәбәтле талаптар бар. Шул йәһәттән Уралтау – башҡорт эпостары, легендалары һәм йырҙары өсөн даими атрибут иҫәпләнә. Ағиҙел һәм Һаҡмар, Әй һәм Ашҡаҙар, Ирәмәл һәм Ирәндек шикелле, Уралтау ҙа Ватан, тарихи Башҡортостан, Тыуған ил төшөнсәһен йөрөтөүсе колоритлы образ. Шуға ла дошманға ҡаршы яуға күтәрелгән батырҙарға халыҡ ораны, Ил-әсә өндәмәһе, Ер-әсәнең күк Урал улдарына наказын еткереүсе Уралтау әҫәрҙә үҙенең идея-эстетик күтәреме, йөкмәткеһе, дөйөмләштереү ҡеүәһе, типиклығы менән индивидуаль һыҙаттары шаҡтай күҙгә ташланыр Һабрау ҡарт образына ҡарағанда уңышлыраҡ та булып сыға. Миҫалға:

Алыҫ менән яҡынды

 Сабып белгән Һабрау ул;

Әсе менән сөсөнө

Татып белгән Һабрау ул;

Нисә мең йыл йәшәп тә

Ҡартаймаған Һабрау ул;

Яуҙар йөрөп, яҫтыҡҡа

Янтаймаған Һабрау ул;

Типһә – тимер, һуҡһа – таш

Онтаҡлаған Һабрау ул;

Яңғыҙында йыһандай

Көс һаҡлаған Һабрау ул.

– тип шәхси сифаттарын гиперболаштырып һүрәтләгән урындарға ҡарағанда Уралтауҙың үҙенә мөнәсәбәтле юлдар дөйөмләштереү йәһәтенән әһәмиәтлерәк тә. Әйткәндәй, Һабрау ҡарт урыны менән Уралтау исеменән сығыш яһай.

Мәғрур башын Уралға

Ҡалҡытты ла Һабрау ҡарт,

Күҙ нурҙарын ҡаяла

Балҡытты ла Һабрау ҡарт

Шулай тине:

– Ай, күк Урал, күк Урал,

Ай, күк Урал, күк Урал!

Башына болот сорнаған,

Алтын билғау ураған,

Илгә дошман килгәндә

Һыҡтап ҡарап тормаған, –

Мәғрур Урал, ҙур Урал,

Ай, күк Урал, күк Урал!

Мин, мин тигән, мин тигән,

Өҫтөнә тимер тун кейгән,

Түбәһе күкте айҡаған,

Аяғы диңгеҙ сайҡаған

Оло тауҙар, ҙур тауҙар

Ай күп, Урал, күп, Урал!

Ҡыҫҡаһы, Һабрау ауыҙынан Уралдың йәнле портреты тасуирлана.

Шул уҡ ваҡытта Һабрау сәсән башҡорт халҡының, йәғни айырым милләттең легендар вәкиле булараҡ кәүҙәләндерелә, шуның менән бәйле фекер йөрөткәндә лә уның әҫәрҙәге роле тарая, уға һалынған идея йөкмәткеһе кесерәйә төшә. Халыҡтың меңәр йыл һуҙымында тупланған аҡылын үҙендә йөрөтөүсе аҡһаҡал, уның теләк-ынтылыштарын символлаштырыусы сәсән булараҡ, Һабрау ҡарт образы әҫәр темаһынан ситтәрәк ята төҫлө. Ә бына Уралтау образы милли сиктәрҙе аша сыға һәм Совет иленең дошманға ҡаршы изге яуға сыҡҡан, бер теләк-маҡсат менән хәрәкәт итеүсе туғандаш милләттәрҙең тығыҙ берҙәмлеген сағылдырған образ кимәленә күтәрелә. Ошоға бәйле үҙәк тема ла тулыһынса асыла.

Эпистоляр формала яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары», «Егеттең яуаптары» әҫәрҙәре лә героик-патриотик йөкмәткеле булып, агитацион йүнәлеше, мобилизацион көсө менән арбай. Әҫәрҙәрҙең талғын йыр йәки еңел ритмлы таҡмаҡ ҡалыбына ҡоролошо, үткер, публицистик фекер тослоғо, халыҡсанлығы уларҙың бигерәк тә Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттары араһында популяр булыуын тәьмин итә. Егет һәм йәш кәләш араһындағы мөнәсәбәт, саф хис-тойғоларҙың, күңел кисерештәренең һәр һуғышсы өсөн бик тә яҡын, таныш булыуы менән дә отошло улар.

Әлеге йыйынтыҡҡа ингән «Һинең кәләшеңдең хаттары» ун бер бүлектән тора, шуларҙың һигеҙенсеһе – «Минең танкым» тип атала. Унда кәләштең завод директорына барып, үҙ иҫәбенә «бер оло танк» һатып алыуы һәм уны «эн часендә» хеҙмәт итеүсе һөйгәненә бүләк итеп ебәреүе һөйләнелә. Был өлөш автор тарафынан киләһе редакцияларҙа шулай уҡ текстан төшөрөп ҡалдырылған. Бының сәбәбен дә күпмелер тойомларға, фаразларға мөмкин. Беҙҙеңсә, әлеге тема үҙе айырым бер эпик тасуирламалы әҫәргә торошло; ул поэманың үҙәк, магистраль  темаһын ваҡлай, тарҡата төшә. Уны, әҫәрҙең структураһына зыян килтермәйсә, дөйөм туҡымаһынан еңел айырып алырға була, үҙенә башҡа әҫәр һымаҡ ҡабул ителә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәтигә саҡлы Б. Бикбайҙың «Самолет алған Хәбирйән» (1943) очеркы, С. Агиштың «Әхмәҙулла» (1943) хикәйәһе һ.б. әҫәрҙәрҙең яҙылыуы үҙҙәре үк айырым тематик төркөмдө хасил итә; улар совет халҡы араһында ғәҙәти хәлгә әүерелгән илһөйәрлекте данлай. (Шул уҡ «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә баҫылған материалдар араһында ла шундай кешеләр тураһында һөйләүсе мәғлүмәттәр бар). Шулай итеп, ябай совет кешеләренең бөйөк патриотизмын күрһәткән был бүлек типик йөкмәткеле, әммә уны оригиналь тип әйтеп булмай.

Ошоға яҡын күҙәтеүҙе «Егеттең яуаптары» әҫәре буйынса ла үткәрергә мөмкин. Ул биш бүлексәнән ойошҡан. «Блиндаждағы рәсем» исемле аҙаҡҡыһы әҫәрҙең һуңғы йылдарҙа сыҡҡан текстарында осрамай. Әгәр ҙә тәүге дүрт бүлектә фронт һәм тыл берҙәмлеген кәүҙәләндереүсе егет менән ҡыҙҙың гүзәл образдары үҙәктә торһа, һәм дүртенсе бүлек был әҫәрҙең генә түгел, ә «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһының да логик йомғағы, тамамланмыш өлөшө булһа, бишенсеһе инде бөтөнләй башҡа – Сталин образына мөрәжәғәт ителә. Был иһә ул йылдар өсөн традицион, хатта талап ителгән тема. Әлеге бүлек тә дөйөм структураға йәбешеп бөтмәй, үҙенә бүтән әҫәр һорай. «Әҫәр эсендә әҫәр» тәьҫире ҡалдыра. Әйткәндәй, «Үлтер, улым, немецте!» поэмаһындағы Сталин исеме телгә алынған урын да аҙаҡ текстан алынған. Бына ул:

Мәскәүҙәге атабыҙ –  

Оло Сталин шулай ти:

Дуҫтарына көн биргән,

Дошманына гүр биргән,

Тау бөркөтө исемле,

Кәүҙәһе ҡорос есемле  

Бөйөк Сталин шулай ти:

– Үлтер, воин, немецте!

– Үлтер, воин, немецте!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең был әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙең иң героик йөкмәткеле осоронда яҙылып, башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм кимәлен билдәләүсе өлгөләр булды, милли лиро-эпиканың артабанғы үҫешенә шаҡтай йоғонто яһаны.

Түбәндә уҡыусылар иғтибарына Р. Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, немецте!» (1944) китабында булып, һуғыштан һуң донъя күргән йыйынтыҡтарға индерелмәгән ҡайһы бер бүлектәрҙең текстарын тәҡдим итәбеҙ.

 

 

     Минең танкым

Мин һиңә бөтә йөрәктән

Ниҙәр генә һалманым!

Перчатка, сиккән ҡулъяулыҡ –

Береһе лә ҡалманы.

Мин һалдым тәмле печенье,

Варенье, балан ҡағы...

Барын да һалдым, уйландым:

– Ниҙәр һалырға тағы? –

Заводҡа барҙым. Директор

Ҡаршы алды йылмайып.

Ул, моғайын, был ҡыҙ эшкә

Килгәндер, тип уйланы.

Йылмайып ҡулымды ҡыҫты.

Күрһәтте миңә урын.

Мин әйттем: – Ултырып торһам,

Миңә бик оҙаҡ булыр.

Әйтегеҙ, иптәш директор,

(Ә үҙем баҫып торам), –

Һеҙҙең заводта эшләнгән

Бер танк күпме тора? –

Директор ғәжәпләнмәне,

әйтте танкының хаҡын,

Мин әйттем: – Бер оло танк

Бирегеҙ миңә һатып. –

Дворға сыҡтыҡ икәүләп,

Кассаға аҡса түләп.

Мин әйтәм: – Был танк булыр

Һөйгән егетемә бүләк. –

Мин уны һинең эргәңә

Эн часенә ебәрҙем.

Һин күрерһең маңлайында

«Алға!» – тигән һүҙҙәрҙе.

Ҡайһы танк, дауыл ҡуптарып,

Ажғырып алға уҙыр, –

Шул минең һиңә бүләгем –

Ул минең танкым булыр.

Ҡайһы танк немец яуызды

Арыш урғандай урыр, –

Шул минең һиңә бүләгем –

Ул минең танкым булыр.

 

 

Блиндаждағы рәсем

Блиндаждарҙа

     гәрсә булмаһа ла

Йортта булғандарҙың байтағы,

Көтмәһә лә кәләш, разведканан

Шул блиндажды һағынып ҡайтабыҙ.

Һағынмаҫлыҡ түгел.

Бында дуҫтар –

Лейтенант һәм яҡташ кешеләр.

Бында Сталин беҙҙе ҡаршы ала

Һәм йылмая рамка эсенән.

Өсәү разведкаға барырға, тип

Лейтенант дуҫ приказ тапшырһа,

Лейтенантҡа белгертмәйсә генә

Ул да сыға өсәү артынан.

Күҙ асҡыһыҙ ямғыр яуған саҡта,

Әсе буран ҡупҡан төндәрҙә, –

Беҙ беләбеҙ: аяҡтарын яҙып,

Дуҫ һәм иптәш атлай эргәнән.

Беҙ беләбеҙ:

       шул дуҫ юлға төшөрә.

Әгәр аяҡ яңылыш атлаһа,

Күрһәтә ул дошман точкаларын

Ҡараңғыла әгәр тапмаһаҡ.

Разведкала дошман атыш асһа,

Пуля теймәй үтә эргәнән.

Беҙ беләбеҙ;

      был бит уның ҡулы

Пуляләрҙе бороп ебәрә.

Әгәр мина, снаряд ярсыҡтары

Тәндәреңде үтһә киҫкеләп,

Санитарҙан элек ул килә һәм

Ҡулын ҡуя яраң өҫтөнә.

Командирҙәр приказ уҡығанда

Әгәр беҙҙе сафҡа теҙһәләр,

Беҙ беләбеҙ:

        ул да сафта тора,

Тик күренмәй генә күҙҙәргә!

Боецтарға бурыс ҡуйырға тип,

Карта йәйһә әгәр лейтенант,

Лейтенантҡа ярҙам итер өсөн

Ул өҫтәлгә табан ынтыла.

Лейтенанттың яуырындары        аша

Ул картаға һала күҙҙәрен,

Һәм бармағын уның төҙәтә ул

Әгәр хата китһә эҙләнеп.

Көн дә беребеҙгә хат килтерә.

Брезент сумка тотҡан дуҫыбыҙ.

Блиндаж халҡы ғәҙәт итеп алған

Ошо хатты бергә уҡыуҙы.

Ул хат була йәки кәләшеңдән,

Йәки була ата-инәңдән.

Шатлана ул әгәр шатлыҡ килһә,

Йыуата ул ҡайғы килгәндә.

Зуммер шылтыратып приказ килһә,

Атакаға әгәр атылһаҡ,

Яҡ-яғыңда мина гөрһөлдәһә,

Пулеметтар торһа татылдап, –

Һәм немецтең мәйетен тапап инһәк

Немец иҙгән туған ерҙәргә,

Беҙ беләбеҙ!

        еңеү тоҡандырып,

Маршал һәм дуҫ атлай эргәнән.

 

Әҙәбиәт:

  1. Бүләков И.Ҡ. Рәшит Ниғмәти.Китапта: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. Том 4. – Өфө: Китап, 1993. – 446 бит (95 – 122-се биттәр).
  2. Ниғмәти Р. Үлтер, улым, немецте!– Өфө: Башгосиздат, 1944. – 40 бит.
  3. Ниғмәти Р. Дауылдар тыуҙырған ғүмер: шиғырҙар, поэмалар. – Өфө: Китап, 2009. – 264 бит.
  4. Ҡыҙыл атлылар.№55. 2 август 1942 йыл.
  5. Ҡыҙыл атлылар.№139. 12 апрель 1943 йыл.
  6. Фото: com 

 

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас