Яңы йылға хәтәр өмөтөм ҙур:
Һәр көн аңға килгән бер теләк
Үтәлер ҙә
Ерҙән салют осор!
Ура!
Еңеү!
Тиер һәр йөрәк!
Ошо көнгә йәнен фиҙа ҡылған
Ҡаһармандар үтер сафтарҙа!
Оноторға һеҙҙе хаҡыбыҙ юҡ:
Килерһегеҙ уйға «Еңеү!»тиеп
Тантанаға ингән саҡтарҙа.
Аяҡ-ҡулһыҙ һәм сараһыҙ ҡалған
Егет-ҡыҙҙар, һеҙһеҙ юҡ байрам.
Һәр берегеҙ - герой!
Һәр берегеҙ
Ҡылған батырлыҡҡа беҙ хайран!
Еңеү өсөн бөтә көсөн һалған
Ирекмәндәр,
Һеҙҙең батырлыҡ
Изгелектәр булып кире ҡайтһын!
Иманлыҡҡа ерҙе саҡырып.
Әсәләрҙең доғалары булып,
Кәләштәрҙең гәлсәр күҙ йәштәре!
Үтә ҡиммәтлегә төшкән Еңеү -
Килһен,
Килһен нурлап өй эстәрен!
Еңеү байрамының иң түрендә
Хаҡ урынын алһын ябай һалдат!
Ғүмер хаҡы, йәшәү ҡәҙерҙәре
Сылбырҙарын килә бит ул ялғап!
Яңы йылдар менән күкрәп килһен!
Ошо мөғжизәгә беҙ бит лайыҡ!
Яңы тыуған һәр бер иртә менән
Еңеү килә, тиеп ышанайыҡ!