Бөтә яңылыҡтар

Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә

Милли музейҙа шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков (ысын исеме тап шулай) үҙе тере саҡта 5 йыйынтығы донъя күргән. Күп әҫәрҙәре бөгөнгәсә баҫылып сыҡмаған.  

Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә
Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә

Күргәҙмәне асыу тантанаһына шағирҙың яҡташтары Тәтешле районынан килгән.

«Ғәли Соҡорой хеҙмәттәрен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә өйрәнәләр. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының үҙ йөҙө, көсө барлығына инанған кеше. Ғәли Соҡорой - ҡыйыу рәүештә үҙен башҡорт тип танытҡан тәүге шағирҙарҙың береһе», - ти музей директоры Айгөл Әминева.

Сығанаҡ: «Башҡорт донъяһы»

Фото: сom

Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә
Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә
Шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡорой ижады буйынса күргәҙмә
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас