

Оло рухлы шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой мираҫы тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина:
–Тәтешле районы мәктәптәре уҡыусылары менән осрашып, уларға башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡорой тураһында һөйләнем. Осрашыу йылы һәм ихлас мөхиттә барҙы. Һәр хәлдә балаларҙың һорау биреүе, янып торған күҙҙәре оҡшаны миңә. Ғәли Соҡорой шиғриәте тураһында балаларға һөйләүе еңел түгел, сөнки ҡулға китабын алып уҡый башлаһаң, ғәрәп, фарсы һүҙҙәренән торған яҙмалар оло кешегә лә аңлашылып етмәй. Шулай ҙа был балалар нимәһе менән бәхетле, ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов әҫәрҙәрен әҙәби башҡорт теленә ауҙарған. Ғалимдар Искәндәр Сәйетбатталов, Салауат Хәмиҙуллин ижадын, тормош юлын өйрәнеп, фекер әйткән, фильм эшләгән. Уҡыусылар Ғәли Соҡоройҙоң ни өсөн белемгә, яҡтылыҡҡа саҡырыуы хаҡында ихлас тыңланы. Шағирҙың ижады аша халыҡҡа аҡыл, намыҫ, рухи көс бирергә теләүен аңлатырға тырыштым.
Уҡыусылар үҙҙәре лә ситтә ҡалманы: Ғәли Соҡоройҙың шиғырҙарын тасуири итеп уҡып ишеттерҙе. Ҙур рәхмәт мәктәп уҡыусыһы Гөлшат Шәйеховаға.
Һорауҙар бирҙеләр, фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Балаларҙың башҡорт халҡының бөйөк рухи ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосын белеүе ҡыуаныслы булды. Ғәли Соҡоройҙың дин әһеле булыуын да иҫәпкә алып, доға белеүселәр бармы, тиеүемә, күп балалар ҡул күтәрҙе, уҡып ишеттерҙе.
Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арналған байрам мәҙәниәт һарайы янында дауам итә. Сағыу концерт программаһы ижади рух көсөнең тере дәлиле булып торҙо. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артистары: ҡурайсы-виртуоз Роберт Юлдашевтың һәм мультиинструменталист, «Ай йола» төркөмө солисы Ринат Рамазановтың сығыштары тамашасыларҙы айырыуса һоҡландырҙы.
Фото: com