Бөтә яңылыҡтар

«Башҡортостан – ҡурай иле...» (Интеллектуаль уйын формаһында кластан тыш сара)

А.Р. СИРБАЕВА, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Мәсәғүт филиалы  уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре; Л.Р. ХӨСНӨТДИНОВА, Балаҡатай районынын  Түбәнге Үтәш мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы   Маҡсат: башҡорт халҡының музыка ҡоралы ҡурай тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү. Бурыстар: ҡурай тураһында белемдәрҙе үҫтереү, системаға һалыу, боронғо музыка ҡоралының легендаһы менән танышыу, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләттәрҙе  үҫтереү, мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү.

«Башҡортостан – ҡурай иле...» (Интеллектуаль уйын формаһында кластан тыш сара)
«Башҡортостан – ҡурай иле...» (Интеллектуаль уйын формаһында кластан тыш сара)

Йыһазлау: ҡурай, компьютер, интернет селтәре.

Ҡатнашыусылар:  синыф уҡыусылары.

Кластан тыш сараның барышы

  1. Инеш өлөш

(Ҡурай моңо ағыла, уҡытыусы шиғыр уҡый.)

Башҡортостан – ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле,

Башҡортостан – ҡымыҙ сере. (Әхмәр Үтәбай)

 – Эйе, билдәле шағир Әхмәр Үтәбай менән беҙ килешәбеҙ! Ысынлап та, Башҡортостан – ҡурай иле! Башҡорт ҡурайы – беҙҙең моңдо, шатлыҡ-ҡыуанысты күрһәткән, яуҙа ла, тормошта ла дуҫ, юлдаш булған иң боронғо музыка ҡоралы.

Бөгөнгө «Башҡортостан – ҡурай иле» кластан тыш сараһында беҙ ҡурай тураһында һөйләшербеҙ, белемдәребеҙҙе үҫтерербеҙ, ҡурай моңдарын тыңларбыҙ, ҡурайҙы иң  күп белгән уҡыусыларҙы асыҡларбыҙ! Интеллектуаль уйынды башлайбыҙ!

  1. Интеллектуаль уйындың төп өлөшө
  2. Башҡортостандыбеләһегеҙме?

–  «Башҡортостан – ҡурай иле» интеллектуаль уйынын башлар алдынан, республикабыҙ тураһында белемдәребеҙҙе барлайыҡ!

  • Иң тәмле, иң татлы ризыҡ. Хатта йүкә, сәскә, ҡарабойҙайҙыҡы була. (Бал.)
  • Европала иң ҙур атлы статуя. Бейеклеге  –  9,8 м, ауырлығы  – 40 тонна. (Салауат Юлаев һәйкәле.)
  • Шифаханаһы ла булған янып торған тау, ЮНЕСКО-ның геопаркы. (Янғантау.)
  • Музыка ҡоралы, үләндән, ағастан, хатта тимерҙән эшләйҙәр. (Ҡурай.)
  • Башҡорт халҡының иң ҙур эпосы. («Урал батыр» эпосы.)
  • Ғафури районындағы шифалы һыу сығанағы, бер юлы 250 шишмә урғылып ята, шифахана ла бар. (Красноусол минераль һыуҙары.)
  • Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәмерйә, унда тәүтормош кешеләренең һүрәттәре табылған. (Шүлгәнташ мәмерйәһе.)

–  Бик яҡшы! Башҡортостандың ете мөғжизәһен һеҙ бик яҡшы беләһегеҙ! Ете мөғжизәне ҡурай сәскәһенең ете тажына оҡшатып та иҫтә ҡалдырырға була. Ете мөғжизәнең береһе – ҡурай тураһында булыр беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү.

  1. Ҡурай тураһында нимәләр беләһегеҙ?

 – Һалҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы тураһында нимәләр белеүегеҙҙе асыҡлап үтәйек! (Слайдтар асыла.)

– Башҡортостан Республикаһының Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указы буйынса, 2024 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола һәм 10 октябрь  Башҡортостан Республикаһында Ҡурай көнө тип билдәләнә.

  Ансамблде ойоштороуҙың төп маҡсаты: ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һәм халыҡсанлығын, традицияларын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу үҙенсәлеген һаҡлау, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш биреү, заманса яңғырашта ишеттереү. Ҡурайсылар ансамбленә төбәктең төрлө райондарынан, ҡалаларынан иң шәп ҡурайсылар һайлап алына. Һәм быйыл, 2025 йылда, Ҡурай көнө беренсе тапҡыр үткәрелде.

 Башҡортостан Республикаһының флагында һәм гербында ҡурай төшөрөлгән. Нимә аңлата ул? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

–  Эйе, ҡурай – ул берҙәмлек, татыулыҡ тамғаһы. Ҡурайҙың ете тажы ете ҙур ырыу ҡушылып, берләшеүҙе аңлата. Шулай уҡ ҡурай беҙҙең республикала йөҙҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәүен күрһәтә.

 Хәҙер, уҡыусылар, ошо һүрәткә ҡарап, ҡурайҙы нимәнән эшләүҙәрен һөйләгеҙ! Һеҙ ниндәй ҡурайҙар күргәнегеҙ бар? (Балалар һөйләй.)

 

–  Ҡурай – башҡорт халҡының иң бороңғо музыка ҡоралы. Уны үләндән, ағастан, хатта металл көпшәнән дә эшләйҙәр.

Оҫта ҡурайсылары менән дә дан тота беҙҙең республика! Ә һеҙ ниндәй ҡурайсыларҙы беләһегеҙ? (Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.)

 Йомабай Иҫәнбаевтың ҡурайҙы сит илдәрҙә тәүгеләрҙән булып танытыуы билдәле. 1925 йылда Францияға гастролгә ул үҙе менән ҡурай үләнен алып бара.  Сәхнәлә  тамашасларҙың күҙ алдында көпшәнән ҡурай эшләп, оҫта итеп уйнап күрһәтә һәм барыһын да таң ҡалдыра!

 Ҡурайға һәйкәлдәр ҙә бар Башҡортостанда. Ә был һәйкәлде кем белә? (Слайд асыла.)

 

– Ҡурайға һәйкәл 1993 йылда Баймаҡ районында асылған. Билдәле ҡурайсы Ғ.Сөләймәновтың 80 йыллығына арналған был эштең авторы  Миҙхәт Байрамғолов. 15 метр бейеклектәге ҡурайҙың 19 тажы ошо төбәктән сыҡҡан талантлы, билдәле 19 ҡурайсыларҙы аңлата.

Хәҙәр ҡурайға һәйкәлдәр, арт объекттар республикабыҙың төрлө ҡала-райондарында, ауылдар ҙа күренә башланы.

 Башҡорт халыҡ ижадында  ҡурай тураһында әкиәт бар. Уны күптәр уҡыған, белә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә хәҙер ошо әкиәтте ҡарап үтәйек! (Уҡыусылар менән алдан әҙерләп, әкиәттең бер өлөшөн сәхнәләштереп күрһәтергә лә мөмкин.)

- Ҡурай егеткә нисек ярҙам итә? Ошо һорауға яуап бирербеҙ!

(«Ҡурай» башҡорт халыҡ әкиәтен ҡарау – https://rutube.ru/video/14cc1dc91a670567503f7ee31aa55e0c/.  Әңгәмә ҡороу.)

– Бөгөн ҡурай тураһында нимәләр белдегеҙ? Ошо белемдәрҙе ҡурай сәскәһендә күрһәтергә кәрәк! (Уҡыусылар ҡурай сәскәһендә терәк-һүҙҙәрҙе билдәләй, уҡытыусы һығымта эшләй.)

 

– Ҡурай беҙҙең республиканың флагында, гербында төшөрөлгән. Уны үләндән эшләп була. Быйыл тәүге тапҡыр Ҡурай көнө – байрамы үткәрелә. Башҡортостан билдәле ҡурайсылары менән дан тота. Милли музыка ҡоралына арналған һәйкәл һәм халыҡ ижадында әкиәт тә бар!

  1. «Ҡурай» филвордын сисеү

– Ошо шаҡмаҡтарҙан кем тиҙерәк, күберәк һүҙҙәрҙе табыр? (Уҡыусылар филворд сисә. Дөрөҫ яуап: ҡурай, байрам, Баймаҡ, һәйкәл, Йомабай, герб, флаг, үлән, әкиәт.)

Ҡ

У

Р

А

Й

Б

А

Й

Һ

Ә

Й

К

Ә

Л

Б

М

Ү

Л

Ә

Н

Г

Е

Р

А

Й

Б

А

Й

Р

А

М

Ҡ

О

М

А

Б

А

Й

Ә

Т

Ф

Л

А

Г

Ә

К

И

 

 

  1. Ижади эштәр.

– Ҡурай тураһында бик күп шиғырҙар, әҙәрҙәр бар. Беҙҙе лә ижади эштәр көтә!

  • «Ҡурай» һүҙе менән акростих төҙөү. (Акростихта шиғри юлдарҙың тәүге хәрефенән бер һуҙ килеп сығырға тейеш. Мәҫәлән, «ҡурай» һүҙе.)

Ҡөҙрәт тә бар, ҡеүәт тә,

Уйнай бик дәртле итеп!

Республикамды данлай,

Арнап  халыҡ көйҙәрен,

Йырлай  моңло ҡурай!

  • «Ҡурай» һүҙе менән мезостих төҙөү, йәиһә әҙер рифмаға шиғыр яҙыу.

... ...  урай

... ...    уйнай.

... ... еремде

... ...  данлай!

III. Интеллектуаль уйынды йомғаҡлау.

– Интеллектуаль уйыныбыҙ аҙағына яҡынлашты.  Бөгөн беҙ башҡорт халҡының иң бороңғо музыка ҡоралы – ҡурай тураһында һөйләштек, белемдәрҙе тағы ла тәрәнәйттек! Осрашыуҙы ҡурай моңдарын менән тамамлайыҡ! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге клибын ҡарайыҡ һәм илаһи ҡурай моңдарын тыңлайыҡ.

(https://rutube.ru/video/399dbddef245dbb7367cef8d65984c3e/  

Шулай уҡ   ҡурайсы саҡырып, оҫталыҡ дәресе үткәрергә лә мөмкин.)

– Уйында әүҙем ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла  именлек, уңыштар һәм ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас