Мәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡ

Балалар уйынсыҡтары… Магазин кәштәләренә күҙ һалһаң, иҫ-аҡылың китерлек уйынсыҡтар бар хәҙер. Балаңды етәкләп инһәң, ул әле береһенә, әле икенсеһенә ынтыла. Барыһы ла матур, мауыҡтырғыс, ымһындырғыс. Уйынсыҡ етештереүселәр атай-әсәйҙең баланы ныҡ яратыуын, күңелен ҡыйырға теләмәгәнен, уның өсөн ҡулынан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләргә тырышып-ынтылып торғанлығын белә, шуның өсөн уйынсыҡтарға хаҡты самаһыҙ ҡиммәт ҡуя. Бала хаҡты белмәй, ҡыҙыҡҡан уйынсығын алдыра. Урам буйлап аяғы ергә теймәй ҡыуанып ҡайта. Шунан күп тигәндә уның менән ике-өс көн уйнай һәм танһығы ҡана.

Мәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡМәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡ
Мәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡ

Балаға уйынсыҡ алырға кәрәк. Ләкин ниндәйен? Әлбиттә, бала үҙ ҡулдары менән ниҙер яһап, теҙеп, үҙ хыялынса эшләп уйнарға ярата. Шуның өсөн ярым әҙер уйынсыҡтар алыу отошло. Ҡыҙ балаға иһә бала ҡурсаҡтар алыу маҡсатҡа ярашлы була. Ғаилә, атай, әсәй, бала итеп сығарылған Барби, Кен уйынсыҡтары менән уйнаған ҡыҙ баланы күҙ алдына килтерәйек. Атай менән әсәй итеп яһалған ҡурсаҡтарҙы үҙ-ара нисек һөйләштерһен, кем итеп уйнатһын бала? Ҡыҙ бала нисә генә йәштә булһа ла ҡурсаҡтарҙы йә үҙенә тиң, йә үҙенән бәләкәй итеп уйнатырға ярата. Ул йә әсәй (йышыраҡ әсәй булып), йә уҡытыусы, йә тәрбиәсе булып уйнай. Барби ҡурсаҡтарҙың бала аңына нисек тәьҫир иткәнлеген уйлап та ҡарамай һатып алырға ынтылабыҙ. Бындай ҡурсаҡтар сығарыла башлаған  1959 йылдан алып, барби ҡурсаҡтары хаҡында донъя кимәлендә бәхәстәр бара, улар тынмаҫ та, туҡтамаҫ та. Америка кешеһе Рут үҙенең Барбара исемле ҡыҙының, Кен исемле улының исемдәрен атап  етештерә башлаған был ҡурсаҡтар киң таралды. Уны етештереүҙе туҡтатмаҫ өсөн һәр ваҡыт заман талаптарынан сығып камиллаштырып торалар. Хәҙер иһә заман модаһы менән матур һәм зауыҡлы кейемдәр тегеп кейендерәләр. Бындай ҡурсаҡтар күҙ яуын алып тора, әлбиттә. Әммә уларҙы фәҡәт баланы алдаштырыу, ваҡытын ниндәйҙер шөғөл менән тулыландырыу өсөн генә файҙаланырға мөмкин. Әлбиттә, баланы зауыҡлы кейенә, мода айыра белеү яғынан ниҙер тәрбиәләй алалыр улар. Ләкин бит ундай зауыҡ бала бәләкәй сағында һалынмай, үҫә килә тәрбиәләнә. Ә бала бәләкәй саҡта уға  күңел тәрбиәһе мөһимерәк. Күңел тәрбиәһен әҙер уйынсыҡтар түгел, баланың үҙ фантазияһын ҡушып бар иткән донъяһы ғына тәрбиәләй ала.

Нимә ул уйынсыҡ? Уйынсыҡ – ул баланың хыял донъяһын сағылдырырлыҡ мөхит булдырыу сараһы. Бала үҙ уйыны менән эске донъяһын аса. Бәләкәй генә итеп биләп алған майҙанында уның хыял донъяһы. Бар уйы, булмышы менән ул тотош ошо донъяға сума. Һөйләшеүгә ауыр, теле һуң асылғандары ла, бик аралашып бармаған йомоҡ балалар ҙа ошо үҙ донъяһында ҡәҙимгесә һөйләшә, үҙе уйлап сығарған яҡындары менән аралаша.

Баланың эске донъяһын белгең килһә, һиҙҙермәй генә уның уйынына күҙ һал да, һөйләшеүенә ҡолаҡ һал. Шуның өсөн уйынсыҡтарҙы ялтырауыҡтан, тотош әҙер эшләнгәндән түгел, ә ярым яһалғанды алырға кәрәк. Һис юғы, йәйге ял осоронда бала менән тәбиғәткә сығып, ағастан, япраҡтарҙан, таштарҙан, балсыҡтан, ғөмүмән, шундай һығылмалы, әүәләп тә, йомарлап та һәр төрлө ҡалыпҡа йәтеш, тиҙ килтермәле нәмәләрҙән бала менән бергәләп төрлө уйынсыҡтар яһап, аралашыу бала менән аралашыуҙың иң матур ысулы ул. Бала менән бергәләп яһалған хыяли мөхит уның фантазияһын үҫтереү генә түгел, ә эске донъяһын өйрәнеү атай-әсәйгә артабанғы тәрбиә эшендә ныҡ ярҙам итер ине. Әлбиттә, йәйге ялдарҙан башҡа ваҡытта көнө-төнө эштә юғалған һәм кисен генә ҡайтып бала менән аралашырға форсат тапҡан заман атай-әсәйҙәренән дә, бергә йәшәрлек шарттар булмағанлыҡтан, айырым донъя көтөп, ейән-ейәнсәрҙәре менән бик һирәк аралашыу форсаты тейгән өләсәй-олатайҙарҙан тәрбиә эшендә әүҙем ҡатнашып китеүҙәрен өмөт итеү мөмкин түгел. Шуның өсөн баланың эске донъяһы менән таныш түгелбеҙ, уның холоҡ-фиғелен, ҡайһы йүнәлештә үҫешкәнен күҙ уңынан ысҡындырып ебәрәбеҙ, тәрбиә эшендә иң ҙур ярҙамсы булған туған тел һәм туған традицияларҙан мәхрүм ҡалыуын, сит-ят мөхиткә ылығып китеүен, хатта интернет аша аралашып та юлдан тайпылыуын  һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Бындай шарттар тыуҙырылыуға бер кем дә ғәйепле түгел. Аҙаҡ аҡланыуҙың, һылтаныуҙың, үкенеүҙең файҙаһы юҡ. Шуға күрә гәлсәр һауытыбыҙ ватылмаҫ элек һаҡлау сараһын күрәйек. Уның иң ышаныслы юлы – атай-әсәйҙәрҙең иғтибарынан бөтөнләй ситтә тороп ҡалған уйынсыҡтар һәм балаларҙың сәхнәләштергән йәғни үҙҙәре уйлап сығарған ғаилә, балалар баҡсаһы тормошонан күренештәр, төрлө уйындар аша уларҙың күңел донъяһын өйрәнеү. Бала үҙ уйынында ни тураһында хыялланғанын, ниҙәр борсоғанын, атай-әсәй яғынан ҡайһы, ниндәй мәлдә хата ебәрелгәнен,  ғәҙелһеҙлекте, ниндәй шатландырырлыҡ ваҡиғалар булғанын, атай-әсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра. Тимәк, улар уйнатҡан ҡурсаҡтар үҙҙәренән бәләкәйерәк: йә бала, йә ҡусты, йәки һеңле булырға тейеш.

Ир балалар атай булып та, ғаилә ҡороп та уйнамай. Улар командир, шофер, летчик булып уйнаусан. Күп осраҡта атаһының һөнәрен ҡабатлаусандар. Ҡайһылай ғына булмаһын, уларҙың уйыны аша ла күңел донъяларын белеп була. Тик был сер менән аҙаҡ уларҙы сыбыртҡыларға түгел, ә атай-әсәй булараҡ үҙеңде тәрбиәләү, баланы артабан ниндәй йүнәлештә үҫтереү, ҡайҙа яңылышлыҡ ебәргәнеңде аңлау өсөн кәрәк. Бала һиңә асмаған серен уйынсыҡтарына аса. Ул уйнағанда, бөтөн эске донъяһын аса, балаңдың уйынын күҙәт, өйрән генә.

  Баланың эске донъяһын тәрбиәләү – атай-әсәйҙең иң мөһим, мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ә был «донъяға» инеүҙең иң ышаныслы юлы – бала күңелен аңлау. Бала күңелен аңлауҙың һыналған ысулдарының береһе – уның уйынына ҡарата иғтибарлы булыу.

 Ғаиләлә ишле, тиңерәк үҫкән балалар үҙҙәре уйлап сығарған был «донъяларында» онотолоп-бирелеп уйнай һәм тап уйындар аша уларҙа нотоҡ уҡып ҡына һеңдереп булмай торған ҡиммәттәр – татыулыҡ, ярҙамсыллыҡ, бер-береңде аңлау кеүек сифаттар тәрбиәләнә.

Заман үҙгәреүе кеше аңына ныҡ тәьҫир итә, әммә аҡыл нигеҙенә ҡоролмағандары байтаҡ. Беҙ ҡайҙалыр ашығабыҙ, атламайбыҙ – йүгерәбеҙ. Ултырып, аҙ ғына уйланып алырға ла ваҡыт тапмайбыҙ. Ә бит уйланып алыу кәрәк. Бигерәк тә бала үҫтергәндә уның ни менән шөғөлләнгәне, компьютерҙан ниҙәр ҡарағаны, ниндәй уйындар уйнағаны, күпме ваҡытын компьютер янында ултырғаны ҡыҙыҡһындырырға тейеш атай-әсәйҙе. Заман йүгертер ул. Атай-әсәйҙе генә түгел, олатай-өләсәйҙе лә йүгертә. Аҙаҡ балаларыбыҙ – беҙҙең тәрбиә емештәребеҙ аша ни күрербеҙ? Шуның өсөн бала хаҡына ваҡыт бүләйек, боронғолар тәрбиәһенә күҙ һалайыҡтыр.

Мәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡ
Мәрйәм Бураҡаева. Бала һәм уйынсыҡ
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас