Олимпиада еңеүселәре тип башҡорт мәктәптәрендә туған (башҡорт) телен өйрәнеүселәр араһында түбәндәге уҡыусылар танылды:
Үтәбаева Тамсы, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Ҡотлоәхмәтова Азалия, Дәүләкән ҡалаһының лицей-интернаты уҡыусыһы;
Рәхимова Айгөл, Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
Рус мәктәптәрендә туған (башҡорт) телен өйрәнеүселәр араһында:
Кәшәфетдинова Илнара, Мәләүез районының 8-се мәктәбе уҡыусыһы;
Мөхитова Илгизә, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы;
Әлибаева Динә, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы;
Дәүләт (башҡорт) телен өйрәнеүсе дөйөм белем биреү ойошмалары араһында (башлап өйрәнеүсе төркөм) түбәндәге уҡыусылар:
Кирилова Разалия, Туймазы районы Серафимовский ауылы Советтар Союзы Геройы А.М. Лысенков исемендәге 3-сө мәктәп уҡыусыһы;
Андрианова Динара, Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Якунина Алина, Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы,
Дәүләт (башҡорт) телен өйрәнеүсе дөйөм белем биреү ойошмалары араһында (дауам итеп өйрәнеүсе төркөм):
Аҡбулатов Айҙар, "СМАРТ" 2-се республика күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусыһы;
Ғатина Эмилия, Баҡалы районы Ҡуштирәк ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
Бикбулатова Камила, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы;
Хәбиәхмәтов Сыңғыҙ, Дәүләкән районының 3-сө башҡорт гимназия интернаты уҡыусыһы.
Күрше өлкәләрҙән килеүсе уҡыусылар араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада еңеүселәре тип Ырымбур өлкәһенән Ғабзалилова Карина, Мусакаева Динә һәм Силәбе өлкәһенән Ишбулатова Диана танылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала бөтәһе 104 уҡыусы призлы урын алыуға өлгәште. Еңеүселәр һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Унан тыш, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары, ваҡытлы матбуғат, йәмәғәт ойошмалары тарафынан да махсус приздар булдырылды.
Олимпиадала еңеүсе уҡыусылар исеменән Рәхимова Айгөл һәм Хәбиәхмәтов Сыңғыҙ сығыш яһаны. Туған телебеҙҙе яратайыҡ, өйрәнәйек, ҡәҙерләйек һәм данлайыҡ. Бөгөн туған телебеҙ беҙҙе күтәрә, киләсәктә беҙ уны һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән барыһын да эшләрбеҙ, тип вәғәҙә бирҙеләр.
Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа алдынғылар рәтендә булығыҙ.
Мәғлүмәт: «Межрегиональная олимпиада по башкирскому языку» сайтынан.