Бөтә яңылыҡтар

Юбилейығыҙ менән!

 Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева 75 йәшен билдәләй. Ул сығышы менән Көйөргәҙе районынан. Шағирә, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Р. Ғарипов , Ф. Кәрим, Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты. Башҡорт теленә иң шәп нәфис тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты. Күптән түгел Алтын Пушкин миҙалына лайыҡ булды. Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәрендә үткерлек һәм хис-тойғолар төрлөлөгө, йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар хас. Әҙибәнең һәр бер әҫәрҙәре тәрән мәғәнәгә эйә.  Тормоштаҡы мөһим булған мәсьәләләр күтәрелә, тәрән уйға һала. Йәш быуынға рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү өсөн дә әһәмиәтле, туған телгә, хеҙмәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғәҙеллек, эшһөйәрлек, намыҫлылыҡ тап уның шиғриәтендә, әҫәрҙәрендә табабыҙ. Хөрмәтле Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы! Һеҙҙе ихлас күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!  

Юбилейығыҙ менән!
Юбилейығыҙ менән!

 

Хөрмәтле Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы! Һеҙҙе ихлас күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 1-се һанында Тамара Ғәниеваның ижады менән таныша алаһығыҙ!

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас