«Золотое перо России» дәү премия эйәһе, бер йылда алты китап нәшер итеүсе ялҡынлы шәхес, публицист, талымһыҙ кураторыбыҙ, аҫыл дуҫыбыҙ, «Данлы Кинйәбулатовтар» нәҫелен яңыртыусы алтын бағана – Ил уҙаманы Азат Уран улының еңеүҙәре менән ғорурланып, ҡотлау һүҙҙәре яуҙырабыҙ!
Юбилярҙар үҙҙәре бер ҡор – легендар шәхес Фирҙәүес апай Бәширова, аҫыл шағирә һәм прозаик Рәшиҙә Рәис, Яйыҡбикә сәсәниә (Фәнүзә Зөлҡәрнәева), хикмәттәр оҫтаһы Урал Ҡолошов оло яуаплылыҡ тойоп, һайланмыш әҫәрҙәрен туплап Ил-йорт алдында һынау тотоп, бүләк итте.
«Рамазан Шәғәлиев», «Рәшиҙә Рәйес» кеүек буклеттар, «Живая легенда современности» фәнни-популяр ише хеҙмәт фондты тулыландыра, ҡеүәтләй.
Арғаяш районының Ҡуйһары ауылында йәшәүсе йәш шағир Мөхәммәт Камалов тәүге шиғри йыйынтығын ҡулына алып һөйөндө, һөйөндөрҙө...
Ана, елбәҙәктәй елеп кенә уҙған йылда «Бәхет» һүҙе менән тамғаланған 15 китап донъя күргән. Аҙымдар ышаныслы, ҡараштар үткер, тауыштар көр. Араларҙан ел дә үткәрмәй тығыҙ сафта сая баҫып барған аҡмулласылар ижады – туҙанлы тарих юлында замандаштар тауышы, дәүер һулышы, студентарға – курс эштәре темаһы, ә ғалимдар өсөн фәнни байҡау майҙаны.
Ижади көстәрҙе туплауҙа, ынйы бөртөктәй рухи ҡиммәттәрҙе йыйыуҙа фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән өсөн Туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Шафранская Зимфера Ғәфүр ҡыҙына, «Уҡыусылар ижады» проекты авторы Фазылова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙына, ғалим һәм әҙип Хәкимов Рәшит Шәүкәт улына, Арғаяш районының «Таң нурҙары» әҙәби берекмә етәксеһе Нәзмиева Гөльямал Абдулхаҡ ҡыҙына, Мәғнит ҡалаһының «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмә еткәсеһе Хәкимова Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙына, Сосновка район «У камина» берекмә етәксеһе Ҡолошов Урал Фәләх улына рәхмәт белдерәбеҙ.
Барлыҡ ҡәләмдәштәргә яҙҙар булып яҙылыр илһамлы ижад миҙгелдәре, Урал ҡаяларындай ҡаҡшамаҫ рух һәм яҡты хыял-ышаныстар теләйбеҙ!