-5 °С
Ҡар
Ижад кисәһендә шағирә моңло тауышы менән китап уҡыусыларҙы шиғриәт иленә сәйәхәт иттерҙе. Һәр кемде уйға ла, хискә лә сорнаны. Гөлназ Ҡотоеваның ижадында һәр һүҙ, һәр юл — ул кешеләрҙең күңеленә үтеп инерлек, уларға өмөт һәм илһам бирерлек бар донъяны асып бирә. Ижад кисәһе китап һөйөүселәргә күп хис-тойғолар бүләк итеп, башҡорт поэзияһының матурлығын һәм байлығын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Һәр берегеҙҙең күңелендә йәйғорло йәм булһын!
Илзидә ЙОСОПОВА фотолары