Бөтә яңылыҡтар

«Донъялыр был...»

Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниеваның 75 йәшлек юбилейына арналған «Донъялыр был...» исемле әҙәби кисә иҫтәлекле һәм йылы мөхиттә үтте.  Унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла шағирәнең ижадын һәм шәхесен юғары баһалап, тормош юлына һәм әҙәбиәткә индергән өлөшөнә ихлас һоҡланыу белдерҙе. Кисәлә ҡыҙы  Неля Ғәйнетдинова, Ғәлим Хисамов, Мөнир Ҡунафин, Айһылыу Хөсәйенова һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты. Һәр кем Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының ижадын данлап,  фекерҙәре менән  уртаҡлашты. Шағирәнең шиғырҙарына йырҙарҙы Харис Шәрипов менән Фәриҙә Ғаззалова бүләк итте.

«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»

Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының ижадында фәлсәфәүи яҡтан тәрән мәғәнә һәм ғәҙеллеккә булған һөйөү асыҡ сағыла. Уның шиғырҙары һәм кәңәштәре йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе аңларға ярҙам итә, уларҙы илһамландыра. Бындай саралар аша шағирәнең ижадын яңынан өйрәнеү, уның асылын аңлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Сараны алып барыусы Зөлфирә Ҡарағужинаның  ихласлығы һәм Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының шәхесенә булған хөрмәт сараны иҫтәлекле һәм күңелдә ҡалырлыҡ итте.

Илзидә ЙОСОПОВА фотолары

 

 

 

 

 

 

«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»
«Донъялыр был...»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас