Бөтә яңылыҡтар

Рәмил Ҡол-дәүләт. Әллә ниндәй быйылғы ҡыш...

Ҡар-буранлы һалҡын ҡышҡа Бүтән ҡыш етәме ни?! Әллә ниндәй быйылғы ҡыш - Көйәңке бисәме ни! Бер ҡараһаң һыуҙар туңа, Бер ҡараһаң - тамсылар... Ни йылытмай йән иретеп, Ни һыуытмай яҡшылап. Бик мут итеп йылмая ла Ҡапыл арҡаһын бора. Берсә ҡояш балҡып китә, Берсә ҡотора буран.

Рәмил Ҡол-дәүләт.  Әллә ниндәй быйылғы ҡыш...
Рәмил Ҡол-дәүләт. Әллә ниндәй быйылғы ҡыш...

Ҡар бураны өй беренсә
Ғәйбәтен һөйләп йөрөй.
Төндә туңған ҡараштары
Иртән тороуға ирей.

Тәбиғәттең серҙәре күп -
Ҡатын-ҡыҙҙай бер йомаҡ.
Быйылғы ҡыш холоҡһоҙ шул,
Көйәңке бисә һымаҡ...

Фото: com

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас