Факил Мырҙаҡаев матур әҙәбиәттең тәрбиә биреүҙәге ҡеүәтле көсөнә ышана. Һәр әҫәре бала күңелендәге иң саф хистәрҙе һәм тойғоларҙы уятырға, яҡшылыҡ – яманлыҡ, изгелек – яуызлыҡ кеүек сифаттарҙы айырырға, Тыуған илде һаҡларға, хеҙмәт яратырға, тейешле белем алырға өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙе хөрмәт итеү, дуҫлыҡ ҡәҙерен белеү, ваҡытында ғәфү үтенеүҙең һәм ғәфү итә белеүҙең зарурлығын ябай ғына тормош миҫалдары аша аңлатып бирә. Был осраҡта талантлы яҙыусы, бер яҡтан, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән алтын аҡылына, киң тормош тәжрибәһенә таянып фекер йөрөтһә, икенсе яҡтан, заман йәштәренең психологияһын, уй-кисерештәрен нескә тойоуын күрһәтә. Нәфис хикәйәләү аша тәмәке тартыу, эскелек, наркомания, терроризм кеүек заман проблемаларының быуыны нығынып өлгөрмәгән үҫмерҙәр тормошона үтеп инеү мөмкинлеген иҫкәртә, рухи сынығыу юлдарын асыҡлай, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан, интернет мутлашыусылары тоҙағына эләгеүҙән һаҡларға тырыша. Шулай итеп, әҙип йәштәрҙең бик үк ябай булмаған тормошон ябай хикәйәләү аша һүрәтләп, уҡымлы әҫәрҙәр тыуҙырыуға өлгәште.
Күпте күргән аҡһаҡал яҙыусының ихлас кәңәштәре бала йөрәген имләүгә генә түгел, ә уны тәрбиәләгән ата-әсәнең күңел күҙен асыуға ла йүнәлтелгән. өлкәндәргә баланың уй-тойғоһон тәрәнерәк аңларға, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирергә, төрлө ситуацияларҙа тейешле сара күрергә өйрәтә. Ә бына «Әбәкле» уйыны, һыйыр йөнөнән яһалған туп һуғыу, ергә шаҡмаҡтар һыҙып, һыңар аяҡта һикереү ише уйындар бер аҙ хыялға бирелеп, вайымһыҙ саҡҡа әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек тыуҙыра. Шуға ла Факил Мырҙаҡаевтың ижад гөлләмәһе киң ҡатлам уҡыусыларға берҙәй әһәмиәтле.
Балалар яҙыусыһының теле айырым иғтибарға лайыҡ. Йәш быуын телмәрендә ҡулланылған махсус һүҙҙәр, улар зиһененә үтеп инерлек ябай һөйләмдәр, һәр һүҙҙең һәм ялғауҙың тәрән мәғәнәһе повесть-хикәйәләрҙе тағы ла уҡымлы итә. Тәү сиратта Факил Мырҙаҡаевтың әҙәби әҫәрҙәрендә дөйөм халыҡ телмәренән төшөп ҡала барған фразеологик берәмектәрҙең әүҙем ҡулланылыуы иғтибарға лайыҡ. Автор уларҙың күп һанлы синонимдарын һәм антоним иштәрен ҡулланып, махсус уймаҡ әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Мәҫәлән, «Хикмәтле һүҙҙәр» серияһына ҡараған мәктәп һәм лагерь сәхнәһе өсөн пьесалары шундайҙарҙан.
Фразеологизмдар оҫтаһы тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙе ата-әсәләр телмәренә лә, геройҙарының уй-кисерештәрен, эш-ҡылыҡтарын хикәйәләгәндә лә урынлы индереп ебәрә. Шуныһы үҙенсәлекле: уларҙың һәр береһе бәләкәстәргә аҡыл-нәсихәт бирә, кешенең холҡона, эш-ҡылығына һоҡланыу белдерә, йә булмаһа, тәккәберлек, маһайыу, һуғышыу, әйткән һүҙҙә тормау кеүек төшөнсәләрҙе, ялҡаулыҡты, белемһеҙлекте фашлай. Мәҫәлән, кире геройҙар урамда тырай тибеп йөрөй, арҡыры ятҡанды буйға һалырға ла ҡулынан килмәй, эт һуғара, себендән фил яһай, һеркәһе һыу күтәрмәй, мөгөҙ артынан мөгөҙ сығара, айыу майы һөртә, йә булмаһа, буш ҡыуыҡ, йоҡо тоҡсайы, эт ялҡауы. Рухлы, хеҙмәт һөйөүсәндәре түбәндәге тотороҡло һүҙбәйләнештәр аша асыла: һинең ҡурайыңа бейемәйәсәкмен, йыуаштан йыуан сыға, елкәһе соҡор түгел һәм башҡалар. Уҫал булмаҫҡа, ә татлы теллелектең, әйтелгән һүҙҙең мәртәбәһен күтәрергә була геройҙары теленән ара-тирә йүкә сөй ҡағып алырға ла онотмай, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра, йөрәккә һары майҙай һеңгән йылы һүҙҙәр әйттерә.
Яҙыусының әҙәби әҫәрҙәрендә фразеологизмдар ни тиклем йыш ҡулланылһа, тәрбиәүи әһәмиәтле халыҡ мәҡәлдәре лә шул ҡәҙәре күп. Автор белемле кешенең юғарыраҡ дәрәжәлә тороуын «белемле үлмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ»; һүҙҙе уйлап һөйләргә, етди булырға өндәгәндә «уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән», «алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта», «тартай теленән таба», «ашыҡҡан ашҡа бешкән», «бер ауыҙы бешкәс, өрөп ҡапты», «осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған», тип нығытып ҡуя. Малайҙарға үҙаллылыҡ тәрбиәһе лә мәҡәлдәр аша бирелә: «тәүәкәлләгән таш ярыр», «ир-егеттең юлдашы – тәүәкәллек», «егет һүҙе бер була». Дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләгәндә «күмәкләгән яу ҡайтарған», «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай», «бер ҡаҙандан ризыҡ ейеү»; ғәҙеллеккә, изгелеккә әйҙәгәндә «олоно – оло, кесене кесе итә бел», «кешегә соҡор ҡаҙыһаң, үҙең төшөрһөң» кеүек тапҡыр һүҙҙәр өҫтөнлөк ала. Бала ата-әсәһенән артыҡ аҡса таптырып, затлы кейем артынан ҡыумаһын өсөн «ауыҙыбыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә» тип йыуатһа, аҡса табыуҙың еңелдән булмауын да фәһемле һүҙ менән нығытып ҡуя: «аҡса үҙенән-үҙе генә килмәй, телеңде арҡыры тешләп сапҡанды ярата».
Дөйөм алғанда, Факил Мырҙаҡаевтың ижадында фольклор мотивтары айырым иғтибарға лайыҡ. Ауыҙ-тел ижадына ҡараған йыр-легендаларҙы, көләмәстәрҙе, һамаҡлауҙарҙы, ырым-ышаныуҙарҙы, «кешегә баҙ ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң», «эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа» мәҡәл-әйтемдәренең барлыҡҡа килеүен аңлатҡан әкиәттәрҙе әҫәр туҡымаһына урынлы ғына индереп ебәреү, Асылыкүл тарихы менән бәйле «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан өҙөк сәхнәләштереү халыҡтың бай мираҫын киләсәк быуынға еткереү бурысын ҡуя. Ҡыҫҡа көйлө йыр-таҡмаҡтар яңы быуын йәштәрендә бөтөнләй юғала бара. Шуны иҫәптә тотоп, автор йыш ҡына геройҙарынан ҡыҫҡа көйлө таҡмаҡтар ҙа әйттерә. Мәҫәлән, «Баҙарҙарға барһаң» повесында Зөфәр менән Илгизәнең бер-береһенә яҙған смс-хәбәрҙәрендә таҡмаҡҡа тартым матур үрнәктәр бар. Уҡыусыларҙың ауыл халҡынан фольклор материалдарын йыйыу күренеше лә йылы тәьҫораттар уята.
«Заман башҡа – заң башҡа» тигәндәй, яңы быуат йәштәре донъяны ҡабул итеүҙәре, уй-ҡараштары менән генә түгел, һөйләшеү манераһы менән дә айырыла. Әҫәрҙә яңғыраған о’кей, шнурки (ата-әсәләр), махнем (киттек), грин (доллар), мусорҙар (полицейскийҙар), чикса (ҡыҙ), чума (шаҡ ҡатырғыс хәл), инфа (информация), врубиться (төшөнөү), кукла (ялған аҡса), хата (ата-әсәләрһеҙ фатир) кеүек һүҙҙәр геройҙың характер һыҙатын асырға мөмкинлек бирә. Балалар жаргонына баҙарҙаш, киоскер (киоскыла һатыусы), ну, погоди, заяц, текә хакер тибындағы лексик берәмектәр ҙә урынлы килеп инә. Шул уҡ ваҡытта яҙыусы үҙ телен аңламаған маңҡорттарҙы, ике һүҙҙең береһендә «типа», «короче», «прикинь», «обалдеть», «потому что» тип һөйләшеүселәрҙе өнәп етмәй. Малай аҡтығы, мәмәй ауыҙ, «икеле» тоҡсайы, маңҡорт, чувак, әтәсләнеү, ҡуҡырайыу һүҙҙәре ҡайһы бер кескәйҙәрҙең эш-ҡылығына бер аҙ йылмайып ҡарарға, сатира менән бағырға ярҙам итә.
Күсмә мәғәнәлелек Факил Мырҙаҡаев телмәрендә үҙенсәлекле. Тәртип боҙған бала өйҙә ата-әсәһенең әрләшеүен күләме, хәрәкәте яғынан һепертмә буранға, аҡман-тоҡманға тиңләй. Миҫал: Быныһы ер өҫтөнән йүгергән һепертмә буран ине, күҙҙе лә асырға ирек бирмәгән аҡман-тоҡманына нисек сыҙар? («Баҙарҙарға барһаң».) Артабан исем алмаштырыу предметтарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуына нигеҙләнә. Миҫал: Уныһы (телефоны) «ас», ашатмағас, һөйләшкеһе килмәй. («Ҡайын һуты».) Телмәрҙең экспрессивлылығын арттырғанда әҙип бер бөтөн урынына өлөш атамаһын ҡуллана. Бында балаларҙың тышҡы ҡиәфәтенә тап килгән һүҙҙәргә өҫтөнлөк бирелә. Миҫал: Уратып алғас та, эштең йүнлегә бармағанын һиҙенгән Аҡтүш-Пират, тештәрен ыржайтып ырылданы ла, һырт йөндәрен ҡабартып, үҙен тоторға үрелгән Һипкелленең аяҡтары араһынан сығып ҡасты. Бөҙрәсәс тубын эткә бәрҙе. («Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат».)
Мәғәнә күсерелештең йәнә бер төрө – перифраз. Ул грек теленән periphrasis: peri – тирә-яҡ, phraso – һөйләйем, тип атала. Күренештәрҙең исемдәрен уларҙың мөһим үҙенсәлектәрен тасуирлау менән сағыштырыуға ҡоролған бындай тропты яҙыусы бала психологияһына хас тантаналыҡты күрһәтеү маҡсатында ҡуллана. Миҫал: Төпһөҙ зәңгәр күкте иңләп-буйлаусы «тимер ҡоштарҙы» уларҙың киноларҙа ғына күргәне бар, гәзит-журналдарҙа баҫылған һүрәттәрҙән генә ҡарап беләләр. («Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге».)
Сағыштырыу – образлылыҡ тыуҙырыуҙа киң ҡулланылған алым. Башҡорт телендә сағыштырыуҙар күп һанлы аналитик һәм синтетик юл менән яһала. Факил Мырҙаҡаев уларҙың ябайҙарын, аңлайышлы формаларын һайлай. Мәҫәлән, әйтерһең, көтөүсенең ҡулындағы сыбыртҡы менән ярҙылар; уйға, ат кеүек, тышау һалып булмай; ашар алдынан сысҡанды уйнатып ләззәтләнгән бесәй һымаҡ; ҡуян балаларылай күшеккән ҡыҙҙар һәм егеттәр; таҫма-күбәләк бәйләп сәхнәгә сыҡҡан артист тиерһең; ҡылансыҡ ҡыҙҙар кеүек; әйтерһең, Алла бабай донъялағы бөтә ҡарҙы килтереп тултырған; магазинда уйынсыҡ таптырып мыжыған сабыйҙай; ҡыҙыл сәкмән түшәгәндәрме ни, үлән араһы тулы еләк; аҡ ҡуяндай аҡ ҡарҙа саңғы юлы; ишек алдына аҙашып килеп ингән һарыҡ бәрәсе урынына ла күрмәне һәм башҡалар. Миҫалдарҙан күренеүенсә, оҡшатыу предметы ла балалар донъяһына таныш һәм яҡын.
Һүрәтләү сараларынан литота менән гипербола, башлыса, әкиәттәрҙә осрай. Тәьҫир көсөн арттырырыу маҡсатында улар әҙәби әҫәрҙәрҙә лә йыш ҡулланыла. Оҫта яҙыусы был алымды сағыштырыуҙар, йәнләндереүҙәр менән тулыландыра. Миҫалдар: Аңҡы-тиңке килеп йөрөй торғас, башында бер уй моронланы. Әлегә ул бик зәғиф. Осмот ҡына. Көн күрергә ынтылған ыуыҙ ғына бәбәк. Япраҡ еленә лә ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ. Ул наҙ талап итә. Ҡурсалауға, бәпләүгә мохтаж. Ай үҫәһен көн, йыл үҫәһен ай үҫкән был уй тора-бара нәфсе-шайтанға әүерелде, ятһа ла, торһа ла тынғылыҡ бирмәне, магазинда уйынсыҡ таптырып мыжыған сабыйҙай, иреккә сығарыуҙы талап итеп нәфсе-шайтан ҡотҡоһона бирелде. («Баҙарҙарға барһаң».)
Тәбиғәт күренештәрен әҙип образлы һүҙҙәр аша сағылдыра. Улар араһында йәнләндереү – образлылыҡ тыуҙырыуҙың киң таралған ысулы. Миҫал: Күкте йондоҙҙар тишкеләгән, улар араһында ай балҡый. («Баҙарҙарға барһаң»). Көноҙон салт аяҙ күкте айҡаған ҡояш байырға йыйына ине. («Ҡайын һуты».) Оҙаҡ көттөрөп килгән яҙ үҙенекен эшләне: мәктәп ихатаһындағы ҡыуаҡтар йәшелдән кейенде. («Хушлашыу вальсы».)
Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрендә морфологик категориялар ҙа балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә ала. Телгә һиҙгер яҙыусы һәр ялғауҙың мәғәнә нескәлегенә иғтибар итә. Улар һөйләмгә һоҡланыу, яратыу, аптырау, ғәжәпләнеү, ҡурҡыу кеүек мәғәнә төҫмөрҙәре бирә. Төрлө һүҙ төркөмдәренән килгән һүҙҙәргә ялғанған -ҡай/-кәй, -ғай/-гәй иркәләү-кесерәйтеү, -лар/-ләр (фонетик варианттары менән) күплек ялғауҙары йыш ҡына яратыу, һоҡланыу, арттырыу мәғәнә биҙәктәрен бирә. Миҫал: Бигерәктәр ҙә уңған балаһың, Хоҙай бәхеткәйҙәреңде бирһен. («Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат».) Килеп бигерәктәр ҙә шәп иткәнһегеҙ. («Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге».) Тирә-яҡ тормошто аңларға тырышыу -дыр/-дер икеләнеү киҫәксәһе аша еткерелә. Миҫал: Ҡош-ҡорттар араһында иң яһилы – ата ҡаҙҙыр, моғайын. Үҙенсә балаларын сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлауылыр инде. («Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат».)
Балаларға хас ҡыуаныу, яратыу, һоҡланыу, аптырау, ғәжәпләнеү, үкенеү кеүек хис-тойғолар йәнә төрлө модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар ярҙамында бойомға ашырыла. Миҫалдар: Үәт, күҙле бүкәндәр. («Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге».) Абау, ҡотомдо алдың. («Хушлашыу вальсы».) Ана, һигеҙенсе «А»-лар көн элгәре кәпәренеп йөрөгән булды, йәнәһе. («Йәйге каникул».) Нисек туймайҙар тиң, тау шыуыуҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап табалар. («Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге».) Ура, автобус! («Йәйге каникул».) Бындай эмоционаллекте белдереүсе ярҙамлыҡ һүҙҙәр өлкәндәр телмәрендә лә урынлы ҡулланыла.
Яңы быуатта мәктәптә һәм ғаиләлә туған халҡының милли мәҙәниәтен белгән, ғөрөф-ғәҙәтен ихтирам иткән шәхес тәрбиәләү төп бурыстарҙан һанала. Күрше хаҡы, ҡунаҡ ҡаршылау, ҡунаҡ оҙатыу, йомош менән килгәндәргә ихласлыҡ күрһәтеү кеүек башҡорт халҡының яҙылмаған ҡанундары Факил Мырҙаҡаевтың повесть-хикәйәләрендә тормошсан сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта йәш быуынға телмәр этикеты нормаларын, аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү мөһим. Уларҙың береһе – изге теләктәр теләү. Әҙиптең әҫәрҙәрендә изге эш башҡарыусыға, яғымлы һүҙ һөйләүсегә, ҡунаҡ һыйлаусыға, юлға сығыусыға теләнгән матур алғыштар бар. Улар араһында балаларға ҡарата әйтелгәндәре айырыуса мөһим. Миҫалдар: Шулай гел мәрхәмәтле булығыҙ, балаҡайҙарым, бәләгә тарыған кешене урап үтмәгеҙ. («Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат».) Иҫән-һау күрешергә яҙһын! («Үкенесле күрешеү».)
Әҙәби әҫәрҙе балаларҙыҡы итеүсе йәнә бер үҙенсәлек – һөйләмдәр ҡоролошо. Яҙыусы уҡыуға еңел, аңлайышлы ике составлы ябай һөйләмдәр менән эш итә. Миҫалдар: Һиҙиәтулла ағай ҡояштан да алда торорға ғәҙәтләнгән. Йыуынып инеүгә, улы Вилдан да уянғайны. Һәҙиә апай иртәнге ашҡа саҡырҙы. («Һынау».) Шулай уҡ автор телмәрендә ябай һөйләмдәр ҡушылмаһынан төҙөлгән ике составлы теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма конструкциялар өҫтөнлөк ала: Ағастар йәшел күлдәктәрен кейә, ҡайындар араһынан ҡояш күҙ ҡыҫа, ҡоштар туҡтауһыҙ һайрай, күбәләктәр уйнаҡлай, сәскәләрҙә бал ҡорттары безелдәшә. Ауылда ла тормош ҡайнай: асфальт түшәлгән юлдан машиналар елдереп үтә, урамда ара-тирә кешеләр күренеп ҡала, тауыҡтар ҡытҡылдап ебәрә, ярһып-ярһып эт өргәне ишетелеп ҡуя, өйрәктәр быжҡылдап ала. («Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге».)
Шулай уҡ әҙиптең повесть-хикәйәләрендә риторик һорау һөйләмдәр, тойғоло, эмоциональ әйтелешле өндәү һөйләмдәр әҫәрҙең поэтик көсөн арттыра. Миҫалдар: Илаһалар, ҡыҙҙар йәмһеҙләнә икән дә баһа. Илгизә лә шулаймы икән? Хәтерен күпме генә эшкә екһә лә, уның үҙенең алдында йәш түккәнен иҫенә төшөрә алманы. Берәй илатып ҡарағанда?.. Ҡыҙыҡ өсөн. («Ҡайын һуты».) Ҡармаҡ һалдым, тиҙерәк ҡап, яр башында ялтырап ят! («Йәйге каникул».)
Һөйләм аҙағында айырым һүҙҙәрҙе ҡабатлау экспрессивлыҡты белдереүсе стилистик алым булараҡ файҙаланыла. Улар әҫәрҙең яңғырашын көсәйтеп, уҡыусының иғтибарын төп фекергә йүнәлтә. Миҫалдар: Ҡыштың бер һыуытып, бер иретеп теләр-теләмәҫ кенә үҙ хоҡуҡтарын яҙға тапшырған сағы. Эреле-ваҡлы күлдәрҙең боҙҙан асылған, йылғаларҙың ярҙарына һыймай, алҡынып аҡҡан сағы. Һомғол олондарын күккә сөйгән ҡайындарҙың һутҡа тулышҡан сағы. Бер-береһен уйлап моңайыр өсөн... бергә булған саҡтарҙы юҡһыныр, ҡайын һуты тәмен танһыҡлар өсөн... Бер-береһе менән һағынышып күрешер өсөн... («Баҙарҙарға барһаң».)
Ғөмүмән, киң билдәле яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың һәр әҫәре уҡыусыны бала саҡ һуҡмағы буйлатып ғәҙәти, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс донъяға алып инә лә шундағы сағыу тормоштан кинәнес таптыра. Аҡһаҡал яҙыусы һөҙөмтәле ижадының төрлө конкурстарҙа еңеп, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Ҡаҙағстандың Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты булыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтөүе менән хаҡлы ғорурлана ала. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һуңғы өс китабына ингән әҫәрҙәре миҫалында күренекле әҙиптең тел маһирлығын, яҙыу оҫталығын билдәләүгә ынтылыш яһаныҡ. Һөҙөмтәлә Факил Мырҙаҡаевты үҫмерҙәрҙең донъяға ҡарашын киңәйтеүсе, зиһен офоҡтарын асыусы, заманса өгөт-нәсихәт өләшеүсе балалар психологы һәм педагогы, тип атарға тулы хаҡыбыҙ бар, тигән һығымтаға килдек.
Ҡулланылған әҙәбиәт
саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө:
Башҡортостан «Китап» нәшриәте,
Березовый сок: повестар, хикә
йәләр. – Өфө: Китап, 2015. – 280
бит.
малайҙар төбәге: повестар, хикәйәләр.
– Өфө: Китап, 2020. – 208 бит.