Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле проект!

Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған төбәк-ара «Диктор тауышы-2026» конкурсы еңеүселәре - Силәбе өлкәһе, Әбәйәлил, Өфө, Баймаҡ, Учалы, Илеш, Ҡыйғы, Ишембай, Салауат районы уҡыусылары Учалы ҡалаһы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбендә конкурсты йомғаҡлау тантанаһына йыйылды. Ярыш 7-се тапҡыр Учалы районы мәғариф бүлеге , ТРК «Башҡортостан» Юлдаш телерадиокампанияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары менән бергә үткәрелә. Сараны Учалы ҡалаһы 9-сы полилинваль мәктәбе уҡыусыларының сағыу бейеүҙәре , моңло йырҙары, Ҡунаҡбай урта мәктәбе ҡурайсылары йәмләне.  Әйткәндәй, быйыл конкурста 100 гә яҡын ижади эш ҡаралған. Шулай итеп:  

Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!

I урын – Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр Муллахмәтовҡа тапшырылды.

 

II урын – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Ғафарова һәм Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара Әбдрәхимова билдәләнде.

Аҙағы МАХ каналында https://max.ru/club156150050

 

 

Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Үҙенсәлекле проект!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас