Бөтә яңылыҡтар

Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтында уҙғарылған «Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор: сығанағынан хәҙерге заманға тиклем» исемле халыҡ-ара түңәрәк өҫтәле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналды. Сарала Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡабардин-Балҡар Республикаһынан һәм Башҡортостандан килгән ғалимдар ҡатнашты.

Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар фольклор һәм мәҙәниәт араһында бәйләнештәр, шулай уҡ евразия фольклорының үҫеше тураһында фекер алышты. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының фәнгә индергән өлөшөн һәм уның эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләү маҡсат итеп ҡуйылды. Уның фольклор өлкәһендәге ҡаҙаныштары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлеге сараның үҙәгендә булды.

Фото: com

Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Евразияның полимәҙәни киңлегендә фольклор буйынса фекер алышыу
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас