Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев хикәйәләренең поэтикаһы

Г.М. НӘБИУЛЛИНА, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Башҡорт әҙәбиәте тарихында Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевтың (1935 – 2000) исеме ярайһы уҡ киң билдәле, уның тәүге хикәйәһе студент сағында уҡ «Ленинсы» гәзитеңдә донъя күрә. Бөгөн беҙ уны хикәйә оҫтаһы, күп повестар, «Беҙ йәшәгән ер» романы, драмалар, көләмәстәр һәм очерктар авторы булараҡ таныйбыҙ.  

Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев хикәйәләренең поэтикаһы
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев хикәйәләренең поэтикаһы

Р. Солтангәрәевтың әҙәби оҫталығы иң беренсе нәүбәттә хикәйәләрендә асыла, ул барыһынан да элек, хикәйә оҫтаһы. Әҙип геройҙарының күңел донъяһына үтеп инә белә. Уның әҫәрҙәре уҡыусыла үҙенсә фекер уята, художество бөтөнлөгө менән айырылып тора. Автор хикәйәләрендә, ғөмүмән, романында һәм повестарында беренсе ҡарашҡа ябай ғына күренгән художестволы деталдәрҙе, табыштарҙы, асыштарҙы бик урынлы һәм оҫта файҙалана. Ә инде ярҙамсы геройҙарҙың портреттарын бер нисә характерлы һыҙат менән ҡыҫҡа ғына итеп бирә.

Яҙыусының хикәйәләрен тематик яҡтан, күтәрелгән проблемаларына ҡарап, бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин.

  1. Ауыл алдында торған мөһим социаль проблемаларҙы күтәреүсе тыуған ер һәм кеше яҙмышына бағышланған хикәйәләр («Яңғыҙ йорт», «Бәхәс», «Асыҡ тәҙрәле йорт», «Тыуған яҡҡа ҡайтыу»).
  2. Әхлаҡ мәсьәләләренә арналып, мөхәббәт һәм нәфрәтте яҡтыртыусы әҫәрҙәр («Ҡылынмаған гонаһ», «Ишкәкһеҙ кәмә», «Яғылмаған мейес», «Уғрылар», «Айлы соната»).
  3. Гуманистик позициянан тороп яҙылған («Йондоҙҡашҡа», «Аҡбәкәл», «Һуңғы һунар», «Һарығолаҡ», «Эт күңеле», «Яза») аллегорик хикәйәләрҙә изгелек һәм яуызлыҡ.
  4. Һуңғы йылдарҙа яҙылған «Аҙаҡ», «Оло юлдың туҙаны», «Көҙ», «Хамбал», «Буш ҡәбер» һ.б. әҫәрҙәрҙә хыянат һәм яза.

Тәүге төркөмгә ҡараған хикәйәләрендә автор ауылдың тынғы белмәҫ ябай кешеләрен һүрәтләй. Күҙгә бик үк күренеп бөтмәгән тормош ваҡиғаларын, әҙәби сюжет кимәленә еткереп, уларға ижтимағи проблемалар һала. Р. Солтангәрәевтың был хикәйәләрендә тыуған ереңә, атай-әсәйеңә булған мөхәббәттән, улар өсөн яуаплылыҡ тойғоһонан мәхрүм кеше – ул ысын кеше була алмай, тигән фекер ята.

Икенсе төркөмдөң хикәйә геройҙары – ер кешеләре, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле, фәлсәфәүи рухлы ла улар. Бер ҡарауға хикәйәләр ябай, күтәренке романтик рух менән һуғарылмаған, ә уларҙа саҡ ҡына хыял менән ҡушылған тормош дөрөҫлөгө ята. Шул ябайлыҡтың төбөндә тормошҡа үҙ ҡараштары, үҙҙәренең ҡылыҡ-тәртиптәренә баһа бирерҙәй персонаждар хәрәкәт итә.

С. Айтматов «Бер көн – бер ғүмер» романында кешене рухи үлемгә алып килеүсе сәбәптәрҙең «манҡорт»лоҡта икәнлеген асыҡлап киткәйне. Ул әҫәрендә манҡортҡа әүерелеүҙе аяуһыҙ итеп һүрәтләһә, Р. Солтангәрәевта ундай аяуһыҙлыҡ юҡ. Гуманистик позициянан тороп яҙылған хикәйәләрендә яҙыусы тормошта хаталы аҙымдар яһап, абынған геройҙарын ғәйепләмәй. Мәрхәмәт ауазы уның алтмышынсы йылдар хикәйәләренән алып туҡһанынсы йылдар аҙағынаса һуҙыла, был күренеште уның повестарында, романында, эссеһында, публицистикаһында күҙәтергә мөмкин.

Дауамын МАХ каналында уҡығыҙ. Беҙҙең каналға ҡушылығыҙ! https://max.ru/club156150050

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас