Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй.2004 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә уңышлы ижад итә. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.