Беренсе тур «Методик оҫтахана», «Дәрес» конкурс төрҙәрен үҙ эсенә ала. Унда уҡытыусылар предметты һәм методик компетенцияларҙы белеүен, таныш булмаған кластарҙа дәрестәр күрһәтә. Икенсе турҙа «Уҡыусылар менән һөйләшеү», «Оҫта уҡытыусы» конкурс төрҙәрендә ҡатнашыусылар педагогик оҫталыҡтарын, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, уҡыусылар менән көнүҙәк социаль әһәмиәтле темаларға әңгәмәләшә.
Өсөнсө турҙа (ярымфиналда) конкурста ҡатнашыусыларға «Педагогик хәлдәр»ҙе сисеү тәҡдим ителә. Финалда, «Министр менән әңгәмә» конкурс төрөндә, уҡытыусылар Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры И.М. Мәүлетбирҙин менән асыҡ диалогта мәғариф системаһының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса аралашасаҡ Был тур йомғаҡтары буйынса конкурстың абсолют еңеүсеһе билдәләнә. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Айрат Кирәйев фотолары