Бөтә яңылыҡтар

Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бинаһында күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың автономияһын, уның сәйәси һәм иҡтисади мәнфәғәттәрен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен яҡлаусы,Башҡорттарҙы партия һәм совет эшенә йәлеп итеү өсөн көрәшеүсе шәхестәрҙең береһе Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Мемориаль таҡтаташты асыу урыны осраҡлы ғына һайланмаған. 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан хәрби-революцион комитеты – Рәсәй составында беренсе Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хөкүмәте килә. Бында тәүге милли театр тыуған, ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡорт телендә тәүге ваҡытлы баҫмалар сыға башлаған, тәүге власть институттары эшләй башланы. Был бинала 1919 йылдан 1922 йылға тиклем тәүге Башҡорт хөкүмәте эшләгән, уның ағзаларының береһе Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев та булған. Был иҫтәлекле сараға Әхмәҙулла Бейешевтың ейәне Юрий Михайлович Бейешев үҙе килде. Мемориаль таҡтаташ асылғандан һуң, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова ҡунаҡтарҙы «Киләсәк хаҡына үткәндәрҙе иҫкә алыу» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлгә саҡырҙы. Бында БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы Илгиз Руслан улы Еналиев, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Ғәбдрәшит улы Мансуров, философия фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһының социомәҙәни анализ үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре Азат Таһир улы Бердин, тарихсы,журналист, БР-ның милли архивының бүлек начальнигы Йәрмуллин Азат Шәкирйән улы,тарих фәндәре кандидаты,тарих һәм дәүләт идара итеүе институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре: Зөһрә Рәмил ҡыҙы Сабирова һәм Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов ҡатнашты.

Сығанаҡ: «Ҡоролтай» 

Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас