-4 °С
Ҡар
Тал көсөгөнә шатлана
Күрсе, ана, ғашиҡтар ҙа.
Яҙҙың һулышынмы тойоп
Уйнап китә ҡашыҡтар ҙа.
Яҙҙың һулышынмы тойоп
Тау терелә, таш терелә.
Күрәһеңме, иркәләнеп
Ер кирелә, эй, кирелә.
Күрәһеңме, иркәләнә
Туң тойолған боҙҙары ла.
Әллә шәрбәткә әүерелә
Күңелдәге тоҙҙары ла.
Әллә шәрбәткә әүерелә
Яҙҙың танһыҡ һулышы ла.
Яҙҙы көтөп талған инем,
Һулышына тулышамын.
Яҙҙы көтөп талдым инде.
Яҙҙы көтөп алдым инде.
Яҙҙың тыуған көнөн ҡотлап
Шиғырҙарға һалдым инде.