Бөтә яңылыҡтар

Туған телебеҙ һағында – абруйлы етәксе, өлгөлө шәхес

Р.Р. САНЬЯРОВА, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Бер аҙым алға баҫам да Әйләнәм мин артыма, Ҡайҙа баҫҡандар икән тип Күҙ һаламын халҡыма. М. Ғафури. Ошо шиғыр юлдары халҡыбыҙҙың уңған ҡыҙы, үҙенең күп яҡлы һәләте, ойоштороу, үҙ артынан эйәртә белеү оҫталығы, матур өлгөһө менән һоҡландырған шәхес Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның булмышына тап килеп тора.

Туған телебеҙ һағында – абруйлы етәксе, өлгөлө шәхес
Туған телебеҙ һағында – абруйлы етәксе, өлгөлө шәхес

Мин Гөлфирә Абдуллинаны 2010 йылдарҙың башынан алып белһәм дә, яҡындан таныш түгел инем. Тик шул ваҡытта уҡ уның оло маҡсатлы, эшһөйәр, ихтыярлы кеше булыуы тураһында хәбәрҙар инем. Тырышлығы менән ваҡытынан алда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауына һоҡланып ҡуйһам, ун йыл да үтмәй, докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, профессорлыҡ ғилми дәрәжәһенә ирешеүе тағы таң ҡалдырҙы. Көслө рухлы, энергияһы ташып торған өлгөр ғалим менән яҡыныраҡ танышыу теләге тыуҙы. Ниһайәт, 2017 йылда был теләгем тормошҡа ашты: ғүмеремдең ошо миҙгеленән беҙҙең кафедраға мөдир булып тәғәйенләнгән Гөлфирә Риф ҡыҙының ҡул аҫтында эшләү тарихы башланды.

Бер кафедрала эшләү дәүерендә бихисап эштәрҙе бергә башҡарырға тура килде. Төрлө сараларҙы: фәнни конференцияларҙы, түңәрәк өҫтәлдәрҙе, мәктәп һәм колледж уҡыусылары өсөн олимпиада һәм конкурстарҙы ойоштороу эштәрендә Гөлфирә Риф ҡыҙы бурыстарҙы беҙгә йөкмәтеп кенә ҡалманы, үҙе лә беҙҙең менән берлектә, тиң эшләне.

2019 йылда Г.Р. Абдуллинаға башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы йөгөн ышанып тапшырҙылар, миңә декандың уҡыу­уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелде. Деканатта эшләй башлаған осоробоҙ аккредитация ваҡытына тура килде, ул яңы етәксегә лә һәм беҙҙең барыбыҙға ла оло һынау булды. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп тыуһа ла, яңы декан үҙе лә күңелен төшөрмәне, беҙгә лә төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуйманы, йылы, матур һүҙҙәре менән күңелебеҙҙе үҫтереп торҙо.

Деканатта Гөлфирә Риф ҡыҙының ҡулы аҫтында эшләү дәүере тураһында күп һөйләргә була. Иң тәү сиратта факультеттың исеменә «шәрҡиәт» һүҙе өҫтәлде, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде, беҙгә уҡырға килергә атлығып тороусы йәштәрҙең, иң мөһиме – юғары БДИ һөҙөмтәләре менән уҡырға ингән абитуриенттарҙың һаны бермә-бер артты, уҡыу сифаты күтәрелде. Сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡырға килеүселәр күбәйҙе. Мәктәп, колледж уҡыусылары һәм уҡытыусылары, хатта балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн күп төрлө саралар ойошторола башланы. Был эштәрҙең мөһимлеген етәксебеҙ ҙә, барлыҡ уҡытыусылар коллективы ла, хатта студенттарыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Ошондай матур тышҡы бәйләнештәр аша беҙгә аҡыллы, дәртле, уңған ҡыҙ­ҙар һәм егеттәр уҡырға килә.

 Студенттарҙы төрлө яҡлап үҫтереү, уларҙан халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырлыҡ милли кадрҙар әҙерләү өсөн факультетта барлыҡ шарттар тыуҙырыла. Ошо бар ыңғай шарт-күренештәрҙең башланғысында етәксебеҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы тора. Уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, беҙҙең барыбыҙҙы ла ойоштороп үҙе артынан эйәртә белеүе һөҙөмтәһендә факультетыбыҙ үҫә, камиллаша, яңынан-яңы үрҙәргә ынтыла. Милли факультетыбыҙҙы тотошлайы менән ошоға тиклем һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкән етәксебеҙ ул Гөлфирә Риф ҡыҙы!

Деканыбыҙҙың шәхси һыҙаттары ла ныҡ һоҡландыра мине. Яңылышлыҡтар булған осраҡтарҙа ла ул тыныс тауыш менән хаталарҙы күрһәтә, уны төҙәтеү юлын әйтеп, төплө кәңәштәрен дә бирә.

Г.Р. Абдуллинаның үҙ туған телебеҙҙе һөйөүе, ҡәҙерләүе, уны һаҡлау, үҫтереү өсөн һалған көсө оло рәхмәткә, хөрмәткә лайыҡ. Уның ҡатнашлығында башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән ҡулланылыусы «Башҡорт теленең дактиль алфавиты», «Сәләм», «Башҡорт теленең ым-ишара теле», шулай уҡ башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар эшләнгән.

Ғалимәнең фәнни тикшеренеүҙәре төрки, сағыштырма тел ғилеме проблемаларына арналған һәм улар ғилми-методик хеҙмәт, монография, һүҙлек, уҡыу ҡулланмаһы, дәреслек, уҡытыу-методик баҫмаһы һәм программаларҙа сағылған. Мәҡәләләре инглиз телле Scopus, Web of Science журналдарында, Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан раҫланған баҫмаларҙа донъя күрә.

Г.Р. Абдуллина етәкселегендә диссертация эшен яҙырға теләүселәр бихисап. Ул үҙе Өфө фән һәм технологиялар университетындағы филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса совет рәйесе урынбаҫары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы фәнни-техник өлкә эксперты, Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы эксперты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында Тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар буйынса фәнни советтың ғилми сәркәтибе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының уҡыу-методик советы ағзаһы. Алты йыл инде төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында баһалама комиссияһы рәйесе вазифаһының тап Г.Р. Абдуллинаға тапшырылыуы ла һис тә осраҡлы түгел: компетентлы, ғәҙел, һәр уҡытыусыға иғтибарлы һәм ихтирамлы, жюри ағзаларын теүәллеккә һәм талапсанлыҡҡа өндәгән профессор үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай.

Гөлфирә Абдуллинаның фәнде өйрәнеүгә, үҫтереүгә индергән өлөшө, фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының «Студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен үҫтереү өсөн» билдәһе, Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының «Юғары мәктәптең алтын исемдәре» билдәһе, Баш­ҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Башҡортостан Башлығының Рәхмәте, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы һәм башҡа юғары кимәлдәге почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән баһаланған.

Дөрөҫлөк, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ... һанай китһәң, барлыҡ матур сифаттарҙы туплаған үҙендә етәксебеҙ. Гөлфирә Риф ҡыҙы үҙенә ҡарата ла, уҡытыусыларға ла, студенттарға ла бик талапсан. Теге йәки был сараны үткәрер алдынан уның бөтә яҡтарын барлай, теге йәки был шарттарҙа нисек килеп сығырын күҙаллай. Уның әйтеүенсә, аҙаҡ булған хаталар өсөн көйөп-­бөтөрөнөп йөрөүгә ҡарағанда сара алдынан янып-көйөү күпкә һәйбәтерәк. Ысынлап та, был фекер менән килешмәү мөмкин түгел.

Кемдәндер нимәнелер талап итер алдынан, кеше үҙе бар яҡлап та өлгө булырға тейеш – студенттарға ла, етәкселек иткән уҡытыусылар коллективына ла. Ошоға бәйле бер миҫал килтерәм: факультетыбыҙҙа милли бейеү түңәрәге асылғас, бейергә башҡорт рухлы егеттәрҙе табыу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Шулай ҙа ҙур көс менән, ғүмерҙә бейемәгән егеттәрҙе бейергә өйрәтеүгә ирешеп, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙән матур бер ансамбль хасил булды. Ҡайһы бер егет-ҡыҙҙарҙың, уҡыу барышына өлгөрә алмай, бейеүҙе ташлар хәлгә еткәндәре лә булды. Бына шул саҡта етәксебеҙ, үҙебеҙгә лә бейеү өйрәнеп, студенттарға өлгө күрһәтеп, «Байыҡ» бәйгеһендә ҡатнашыу идеяһын тәҡдим итте! Беҙҙең «Шаян ғалимәләр» ансамбле «Ураҡсылар» бейеүе менән «Байыҡ» конкурсында ҡатнашып, бар республикаға танылды, хуплау-маҡтауҙарға лайыҡ булды. Бында ла етәксебеҙҙең уйы, күҙаллауы, һис шикһеҙ, дөрөҫ ине: киләсәк быуынды ололар өлгөһөндә тәрбиәләгәндә генә маҡсатҡа ирешергә мөмкин.

Тынғыһыҙ күңелле етәксебеҙҙең беҙҙе йүгереп китеп барғанда ла, йүгереп йөрөп эшләгәндә лә тормоштоң матурлығын күреп-тоя белергә өйрәтеүе өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Ә матурлыҡты тоя-күрә белеү үҙе оло бәхет түгелме һуң?

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас