Дәрес төрө: әҫәрҙе анализлау.
Дәрес барышы
Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Экранға иғтибар итегеҙ, унда бирелгән мәғлүмәт менән танышығыҙ. Кемде күрәһегеҙ? (Экранда Р. Ғарипов яҙмышына ҡағылышлы мәғлүмәттәр, фотоһы күрһәтелә.)
Эйе, тап шулай. Был – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Уның хаҡында нимәләр беләһегеҙ? Быға тиклем ниндәй әҫәрҙәрен уҡығайныҡ? Яҙыусының ҡайһы шиғырҙарына йырҙар яҙылған? (Уҡыусылар белгәндәре менән уртаҡлаша.)
Рәми Ғариповтың биографияһын иҫкә төшөрөп үтәйек. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ тиҙ генә яуап бирергә тырышығыҙ! (Һорауҙар бирелә.)
– Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған.)
– Ул ҡайҙа белем ала? (Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946 – 1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Артабан Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Мәскәүгә юллана, 1950 – 1955 йылдарҙа А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем ала. Үҙе тамамлап сыҡҡан мәктәп 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда ул 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағирының исеме бирелә. Бөгөн ул – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты.)
– Рәми Ғариповтың ижады хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ? (Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре – 1950 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыл-ған «Ленин» тигән шиғыры. «Йүрүҙән» исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға, ә 1958 йылда «Таш сәскә» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫыла.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, һеҙгә «Табыныу» поэмаһын уҡып килергә ҡушылғайны. «Табыныу» һүҙен кем нисек аңлай? Фекерҙәрегеҙҙе әйтеп ишеттерегеҙ. (Уҡыусылар яуап бирә.)
III. Төп өлөш.
ғибрәт – уйланырға мәжбүр иткән, һабаҡ бирерлек тормош миҫалы; сиктән тыш, үтә, бик; нахаҡ – дөрөҫлөккә ҡаршы; буш, ялған; ғәҙелһеҙлек.
Уҡытыусы. Был поэманы автор нисәнсе йылда ижад иткән? (Поэма 1964 йылда яҙылған. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәр 23 йылдан һуң ғына донъя күрә.)
– Ул ваҡытта беҙҙең илебеҙҙә ниндәй ваҡиғалар булған? Поэмалағы 1917 һәм 1937 йылдар Рәми Ғарипов тормошона бәйлеме? (Был осорҙа власҡа ҡаршы һүҙ әйтеүҙәр тыйылған, ҡаты цензура булған. Шуға ҡарамаҫтан, Р. Ғарипов тормошҡа һәм илдә булған күп ғәҙелһеҙлектәргә үҙ ҡарашын еткерергә тырыш-ҡан.)
Уҡытыусы. Ысынлап та, 1964 йылда яҙылған, әммә 1987 йылда ғына баҫылған «1937» поэмаһының йөкмәткеһе ул ваҡыт өсөн бик сетерекле, бәхәсле фекерҙәр менән тулы. Рәми Ғарипов үҙ әҫәрҙәрендә кемгәлер, ни-мәгәлер маҡтау ғына йырламаған, ә тормоштоң кире яҡтарын да һүрәтләгән.
70-се йылдарҙа шағир телевидениеға саҡырыла. Тура эфирҙа ул үҙенең «Салауат батыр», «Урал урманы», «Бөркөт» һ.б. шиғырҙарын уҡый. Ул шиғырҙарҙа йәмғиәттә нығынып киткән сәйәси тәртиптәрҙе фашлау көслө була, рәсми идеологияға ҡаршы фекерҙәр яңғырай. Әҫәрҙәре «милләтселек» рухында тип, шағир алдында кәртәләр тыуҙырыла, ул ижад майҙанынан ситләштерелә.
Уҡытыусы. Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара? Автор ниндәй мөһим һорауҙар ҡуя? (Автор 1917 һәм 1937 йылдарҙағы ваҡиғаларҙың бер-береһе менән бәйле икәнлеген яҙа. 1917 йылда илебеҙҙә ике ҙур революция – Февраль һәм Октябрь инҡилаптары була, ә 1937 йылда күп элекке революционерҙар, дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, бүтән ҡатлам вәкилдәре «халыҡ дошманы» тип иғлан ителә, нахаҡҡа ғәйепләнә, төрмәләргә ябыла, лагерҙарға оҙатыла, күптәре атып үлтерелә.)
Уҡытыусы. Ни өсөн тәүҙә «1937» тип аталған поэманың исеме «Табыныу» тип үҙгәртелгән? (Уҡыусылар үҙҙәренең уйҙарын әйтә.)
Эйе, әҫәрҙең йөкмәткеһе, күп төрлө мәсьәләләрҙең ҡуйылышы исемде ошолай тулыландырыуҙы талап иткән, сөнки сәйәси репрессиялар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йыл менән генә сикләнмәй. Ул үткән быуаттың егерменсе йылдары аҙағында уҡ баш-лана, утыҙынсы йылдарҙа иң фажиғәле ваҡиғалар була, ул хатта Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да дауам итә.
– «Табыныу» һүҙен нисек аңлайһығыҙ? Бында уға ниндәй мәғәнә һалынған? (Кемгәлер йәки нимәгәлер табыныуҙы, тыңлауҙы аңлата. Был осраҡта, автор фекеренсә, кешеләр бер Аллаһҡа табынған.)
– Ә кем ул Аллаһ? Ни өсөн уны автор шулай атай? (Беҙҙеңсә, автор бында Сталинды күҙ уңында тота. Ысынлап та, 1937 йылғы фажиғәләрҙең бар сәбәбен ул Сталиндың сәйәси режимы, шәхес культы менән бәйләй.)
– Был әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Жанры буйынса ул – поэма.)
Уҡытыусы. Эйе, автор ваҡиғаларҙы киң һүрәтләү фонында тәрән шәхси кисерештәрен белдерергә мөмкинлек биргән поэма жанрын ҡулланған. Әҫәрҙең эпик өлөшө конфликт, хәрәкәт һәм хәл итеү үҫеше булған сюжетты күҙ уңында тота һәм ул мөһим тарихи, социаль мәсьәләләргә ҡағыла.
Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ,
Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар –
Илтеүселәр еңеү байраҡтарын –
Ниңә минең кескәй бармаҡтарым
Күҙегеҙҙе соҡоп юйҙылар?
– Дөрөҫ, лирик герой, йәғни Р. Ға-рипов үҙе күргәндәре, белгәндәре тураһында ла яҙа. Лирик герой ниндәй сифаттарға эйә тип әйтә алабыҙ? (Ул бик ҡыйыу, көслө, уның ҡараштары үткер, ул әҫәрҙәге проблемаларҙы бар йөрәге аша үткәрә кеүек.)
– Ысынлап та, лирик герой – оло һәм ҡыйыу йөрәкле шәхес. Уның ҡуйған һорауҙары, дөрөҫлөктө яҡлап сығыуы үҙ заманының алдынғы ҡарашлы шәхесе икәнлеген күрһәтә.
Уҡытыусы. Әҫәрҙә тағы ниндәй шәхестәрҙең исемдәрен осраттығыҙ? Улар кемдәр? (Һәҙиә, Юлтый, Туфан. Ил кимәлендә барған сәйәси репрессия афәте Хәсән Туфанды ла ситләп үтмәй: 1940 йылда уны ғәйепһеҙгә ҡулға алалар һәм Ҡазан төрмәһенә ябалар, «халыҡ дошманы» тип ғәйепләп, атырға хөкөм итәләр, ләкин бер аҙҙан был ҡарарҙы ун йыл төрмә менән алыш-тыралар, һуңыраҡ уны Себергә һөргөнгә ебәрәләр; 1956 йылда, СССР-ҙың Генераль прокуратураһы тарафынан тулыһынса аҡланғандан һуң ғына, Ҡазанға ҡайтырға рөхсәт итәләр.)
– Әҫәрҙә Аллаһ образы кимәленә ҡуйып тасуирланған кеше тураһында, беҙ нимәләр беләбеҙ? Һәм ни өсөн ул ошо образда күрһәтелә? (Сөнки Аллаһ бөтәһенән дә бөйөгөрәк.)
– Иосиф Сталиндың 1953 йылда вафат булыуы ғына ҡот осҡос фажиғәгә сик ҡуйырға мөмкинлек бирә. (Уҡыусылар әҫәрҙә ҡулланылған исемдәргә аңлатма бирә: «Тымыҡ Дон» (рус яҙыусыһы Михаил Шолохов), «Тәрән тамырҙар» (Ғәлимйән Ибраһимов – татар яҙыусыһы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хеҙмәт Геройы. Сәйәси золом ҡорбаны.)
Уҡытыусы. «Табыныу» кеүек поэмаларҙа роман йәки повестарҙағы кеүек хәл-ваҡиғаларҙы иркен бәйән итеү мөмкинлеге юҡ. Автор поэмала күберәк айырым факттар, эпизодтар, образдар менән эш итә. Авторҙы был осраҡта шул ваҡиғаларҙың нисек барышы ҡыҙыҡһындырмай: ул сәйәси золом сәбәптәрен аңларға, шул фажиғәләрҙең тамырҙарын барларға тырыша.
– Әҫәр нисә өлөштән тора? (Поэмала 7 бүлек.)
Һәр бүлеккә исем биреп ҡарайыҡ. (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана.)
– Ә ни өсөн автор тасуирлауҙы төрлө лирик һорауҙар аша алып бара? (Сөнки һорау-яуап формаһындағы төҙөлөш был поэманы аңлау өсөн нығыраҡ ҡулайлы.)
Уҡытыусы. Эйе, айырыуса поэманың тәүге яртыһында шағир үҙ-үҙенә, уҡыусыларға һәм тарихтың үҙенә бер-бер артлы һорауҙар ҡуя. Авторҙың бала сағы ла ошо йылдарға тура килә, һәм ул күп ваҡиғаларҙың шаһиты була.
Бала сағым – ҡолон сағым минең,
Был афәткә ниңә юлыҡтың?
«Халыҡ дошманы»
тип ил улдарын
Иң ҡаһарман халҡым
батырҙарын –
Тарихтан мин ниңә йолоҡтом?
Ул осорҙа «халыҡ дошмандары» тип Василий Блюхер һымаҡ партия эшмәкәренең, хәрби етәкселәрҙең, Муса Мортазин кеүек батырҙарыбыҙҙың исемдәрен дәреслектәрҙән алып ташларға, оноторға мәжбүр иттеләр.
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
Был донъяла бер йыл оҡшамаһын
Утыҙ етенсе йыл ишегә,
Бер аллаға кеше табынмаһын,
Табынһын тик кеше кешегә:
Батшаларҙы йыҡҡан кешегә,
Аллаларҙы йыҡҡан кешегә,
Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә,
Ураҡ-Сүкеш тотҡан кешегә!..
Был юлдар аша автор кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел, ә хеҙмәтсән, ғәҙел, эшлекле кешегә табынырға тейеш тигән фекер йө-рөтә. Ошо юлдарҙа тап автор әйтергә теләгән төп фекер, әҫәрҙең идеяһы ярылып ята.
Уҡытыусы. Поэмала бик күп һүрәтләү саралары ҡулланылған. Уларҙы һанағыҙ. (Уҡыусылар сағыштырыу, йәнләндереү, метафора, эпитет һ.б. тураһында әйтәләр. Әҫәрҙән миҫалдар табалар.)
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Бөтә илем сәскә атҡандай,
Хөр емештәр өҙөп ҡапҡандай;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Аяҙ көндә йәшен атҡандай,
Аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай...
Был юлдарҙа автор нимәләр хаҡында яҙа? Ни өсөн илебеҙҙә ҙур еңеүҙәр, тантаналар менән бергә еңелеүҙәр, ҡырыу-ҡыйырһытыуҙар, юҡ итеүҙәр, йәғни ниндәйҙер ҡанлы тантана ла бар? Ни өсөн ғәҙеллек илендә аҡты ҡара итеү тигән төшөнсәләр йәшәй? Ниндәй сағыштырыуҙар, бүтән төрлө һүрәтләү сараларын күрәһегеҙ? (Уҡыусылар һанай.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, был әҫәре менән яҙыусы башҡорт әҙәбиәтенә ниндәй яңылыҡтар алып килеүе ха-ҡында һеҙҙең белмәүегеҙ ҙә ихтимал. Шуға күрә бәләкәй генә мәғлүмәт биреп китәм. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында бө-төн совет ваҡытлы матбуғатында шәхес культы ваҡиғалары тураһында айырым шиғырҙар, мәҡәләләр, хатта күләмле проза әҫәрҙәре донъя күрҙе. Мәҫәлән, Александр Твардовскийҙың «Алыҫтарҙан алыҫтарға» («Из дали в даль») поэмаһы.
– Афарин, уҡыусылар! Беҙ поэманы анализланыҡ. Мин һеҙгә ошо әҫәрҙәге күп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә һыйҙырған «Беренсе республика» фильмынан өҙөк ҡарарға тәҡдим итәм. (Фильмдан өҙөк ҡарау.)
Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана, һығымта яһала.)