Ҡунаҡтарҙы «Дан» бейеү ансамбле сығыш менән ҡаршы алды. «Өфө йәштәре» бейеүе тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итте.
Сараны 1-се курс студенттары Таңғатарова Асия һәм Искәндәрова Руфина алып барҙы. Улар ҡунаҡтарҙы сәләмләп, олимпиаданың әһәмиәте тураһында һөйләне. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәт буйынса олимпиаданың беренсе турында күп һанлы уҡыусылар һәм колледж студенттары ҡатнашҡан.
Ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү өсөн һүҙ башҡорт филологияһы факультетының деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйеноваға бирелде. Ул уҡыусыларҙы олимпиаданың икенсе этабына үтеүҙәре менән ҡотлап, уларға уңыштар теләне.
«Дарман» вокаль ансамбле башҡарыуында «Өфө йүкәләре» йыры яңғыраны. Шулай уҡ студенттар «Арымай» заманса бейеүен тәҡдим итте.
Үҙе ижад иткән «Аҡ күңелдәр» йыры менән Айсилә Бүләкова сығыш яһаны. Шулай уҡ факультеттың студенттар ойошмаһы председателе, Аҡмулла олимпиадаһы еңеүсеһе Зөлфиә Абдуллина «Урал батыр» эпосынан өҙөгөн уҡып ишеттерҙе.
Сараның тағы бер сағыу өлөшө — «Дан» бейеү ансамбленең егеттәре башҡарыуындағы «Тракторист» бейеүе булды. Был сығыш тамашасыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды.
Аҡмулла олимпиадаһы уҡыусыларға үҙ белемдәрен һынап ҡарау, башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, шулай уҡ киләсәктә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора. Сара аҙағында бөтә ҡатнашыусылар коллектив фотоға төшөргә саҡырылды.
Ҡалған фотолар: cloud.mail.ru/public/h2Y.
Сығанаҡ: Аҡмулла исемендәге Башҡорт филологияһы факультеты