Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер байрамығыҙ менән!

Халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинды ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яҙыусының әҫәрҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте. Спектаклдәрендә зал тамашасылар менән тулы.  Уның китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡыла. Һәр бер әҫәрендә заман мәсьәләләре күтәрелә. Талантлы әҙипкә   ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге,ижад ҡомарының һүнмәүен-һүрелмәүен теләйбеҙ!

Ғүмер байрамығыҙ менән!
Ғүмер байрамығыҙ менән!

Әҙип тураһында ошо һылтанма буйынса ла уҡый алаһығыҙ: https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡунафин_Мөнир_Сәхиулла_улы

Фото: com

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас