Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле – нурлы Уралымда Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тантаналар залында 31-се тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында  41 уҡытыусы ҡатнашты. Ярыштың бөтә этаптарында белемдәрен, предметҡа бар һөйөүен биргән Өфө ҡалаһындағы Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Миңнәхмәт ҡыҙы Хәсәнова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026» исеменә лайыҡ булды. Икенсе урында – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Кинйәбаева, өсөнсөлә Яңауыл ҡалаһындағы И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназиянан Альбина Мөхәмәтшина танылды. Баш ҡаланың 127-се мәктәбенән Фәнүзә Киленбаева менән 42-се лицейҙан Әлфинә Ғәбиҙуллина лауреаттар исемен яуланы.

Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле – нурлы Уралымда Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара конкурсында йәш уҡытыусылар араһында  «СМАРТ»  2-се республика полилингваль күп профилле уҡытыусыһы Гөлдәр Илдар Вәлиева «Педагогик перспектива» номинацияһында Гөлдәр Илдар ҡыҙы Вәлиева билдәләнде. Колледж уҡытыусылары араһында «Уҡытыусы-профессионал» номинацияһында Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Зарема Ират ҡыҙы Мәғәсүмова бүләкләнде. Рәсәй төбәктәренән килгән уҡытыусылар араһында «Һөнәремә тоғро ҡалам» номинацияһында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Арғаяш 1-се урта мәктәбенән Эльза Сабирйән ҡыҙы Хәлимова билдәләнде.

Еүеүсе һәм лауреаттар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.  Уларға дипломдар, аҡсалата бүләктәр, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетының, уҡыу йорттарының Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.

Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле  –  нурлы Уралымда   Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Башҡорт теле – нурлы Уралымда Алтындарға бирмәҫ хазина. (Фәнил Бүләков)
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас