Балаларға этномәҙәни тәрбиә биреү

И.Н. ИСТАМҒӘЛИН, Әбйәлил районының Т. Күсимов исемендәге Асҡар ауылы гимназияһы уҡытыусыһы   Бөгөнгө заман уҡыусыһын патриотик рухта тәрбиәләү, илһөйәрлек хистәре уятыу, туған телен яратып һөйләшергә өйрәтеү уҡытыусыларҙың иң мөһим бурыстарының береһе булып тора. Әле мәктәп тупһаһына баҫҡан бала өйҙән йәки балалар баҡсаһынан рус телендә һөйләшеп килеп инә. Әлбиттә, «гаджет тәрбиәһен алған» бала бөгөнгө көндә яңылыҡ түгел. Тәүге мәлдә уның башҡорт милләтенән булыуын, матур туған теле барлығын аңлатып алыуы ла еңел мәсьәлә һаналмай. Ә бына башҡорт телен үҙләштереүен яйға һалыу ғына түгел, шулай бай мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын, тәбиғи ҡомартҡыларын өйрәнеүгә дәрес ваҡытында ғына нисек ойошторорға?

Балаларға этномәҙәни тәрбиә биреүБалаларға этномәҙәни тәрбиә биреү
Балаларға этномәҙәни тәрбиә биреү

Һуңғы йылдарҙа этномәҙәни тәрбиә тураһында күп һөйләйбеҙ, тик әлегә уҡытыусыларыбыҙ ҡолас йәйеп был эш менән булыша, тип әйтеү иртәрәк. Туған тел һәм әҙәбиәт сиктәренән сығып эшләү мөһим. Мәҫәлән, дәрестән тыш сара, байрамдар, иртәлектәр, тантаналы линейкалар, шәмбе көнө эшен ҡулланыу ҙа кәрәк. Үҙ күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтәм: дәрес сиктәренән сығып, этномәҙәни тәрбиә эше менән булышҡан уҡытыусыларҙың уҡыусылары туған телдә күпкә матурырыраҡ аралаша, тиҫтерҙәре менән башҡорт телендә һөйләшә, уҡыу эшендә лә уңыштарға өлгәшә, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, еребеҙ байлыҡтары, батырҙар тураһында мәғ-лүмәтте хәтерендә йөрөтә. Ҡанында уҡ башҡортлоҡ аҡҡан бала, күпкә тәрбиәле, итәғәтле, һөйкөмлө булып формалаша.

Мин педагог булараҡ быны нисек тормошҡа ашырам?

Балаға исем-шәрифе менән дөрөҫ өндәшеү. Тәүгә мәктәп тупһаһына баҫҡан уҡыусыға инде күнегеп өлгөргән русса яңғырашты исемен башҡортсалап дөрөҫләп өндәшһәң, көлөп ҡуя, төҙәтә башлай, ҡайһылары оялып ҡуя. Әммә уның фамилияһы уйлап табылған осраҡлы һүҙ түгеллеген, ә олатаһының (һуғыш ветераны, батыр исеме, герой булған кеше) ҙур мәғәнәгә эйә булған исеме булыуын аңлатһаң, йөҙө яҡтырып китә, күҙҙәрендә нурҙар сағыла, ғорурлыҡ тойғолары уяна.

Башҡорт халыҡ ижады ярҙамында тәрбиәләү. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән ижад ҡомартҡылары бик күп. Тел ғилеменең грамматик нигеҙен бирергә тырышҡан башланғыс кластар, йәки башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы халыҡ әкиәттәре, бөйөк эпостар, легенда-риүәйәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар тураһында онота ла ҡуя һымаҡ. Бөгөн бар халыҡтар йолаларға «һыуһаған» дәүерҙә, был ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен ҡулланыу отошло. Урал батыр, Аҡъял батыр, Салауат Юлаев тураһында беҙҙең балалар белергә тейеш.

Был эш менән дәрес башында биш минут йәки кластан тыш сараларҙа иркенләп ҡулланыу отошло.

Милли атрибутиканы урынлы ҡулланыу. Һуңғы йылдарҙа милли кейем көнө, халыҡ кейеме өлгөләрен көндәлек кейем менән ҡулланыу ҡыуаныслы күренеш. Тик былар тышҡы матурлыҡ өсөн генә булып ҡалмаһын, ә милли тәрбиә күренеше лә булып сағылһын ине. Ҡашмау, һаҡал, селтәр, камзул, елән, бүрек кейеп килгән уҡыусы ошо көндә кейеп килгән кейеменең атамаһын белеп, ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен аңлап ҡайтырға тейеш.

Был шулай уҡ ҡурай, башҡорт балы, тирмә һ.б. әйберҙәр менән эш иткәндә лә мөһим. Дәрес башында ҡурай моңо тыңлатып, оҙон көй ишетеп, уның тарихын, риүәйәтен тыңлап ҡайтыу уҡыусының рухын байыта. Тәүге дәрестә оҙон көй ишеткәс уҡыусылар көлөп ҡуялар, был ниндәй олоу тигәнерәк ҡараштары тойола. Һүҙҙәрен таҡтаға яҙып, шундай көслө тынлы йырсы тураһында ишеткәс, аяныслы яҙмышлы геройҙың тарихын тыңлағас көлөү туҡтай, йөҙҙәр етдиләнә.

Егеттәргә иғтибар бүлеү. Бөгөнгө көндә белем биреү системаһында күбеһенсә ҡатын-ҡыҙ эшләй, ир-егеттәр бик аҙ. Шул сәбәптән дә егеттәр артыҡ баҫалҡы, ҡурҡаҡ, ҡатын-ҡыҙ ҡурайына ғына бейергә өйрәнә. Дәрескә ингәс тә һорауҙы иң беренсе егеттәргә биреү, яуаплылыҡты уларға тапшырыу бөтөнләй икенсе атмосфера уята. Ир--егет йортта хужа, баш булыуын, гүзәл заттарҙы яҡларға, ҡәҙерләргә тейешлеген, һәр ҡылған эшкә яуап бирергә бурыслы икәнен аңлатһаң, әле генә башын баҫып ултырған малай үҙен батыр тоҡомонан икәнен иҫенә төшөрә, яурындарын ҡалҡыта, дәрестә лә әүҙемлек күрһәтә.

Ир-егеттәр мәктәбе һымағыраҡ түңәрәктәр, кисәләр, уйындар үткәрергә мөмкин. Әгәр мөмкинлек бар икән башҡорт аттары менән таныштырыу, һыбай йөрөргә өйрәтеү, уҡ-һаҙаҡтан атыу, милли көрәш менән шөғөлләнеп була. Айы-на бер сара үткәреп тороу ҙа, буласаҡ ир, атай тәрбиәләүгә ҙур өлөш булыр ине.

Заман технологиялары менән ҡулланыр-ға өйрәтеү. Мәғлүмәти быуат килеп тә инде, ҙур тиҙлектә йәмғиәтебеҙҙе яулап та алды. Бөгөн мәктәптәрҙә заманса йыһазландырылған кабинеттар, үҫеш нөктәләре бар. Йыл һайын республикабыҙҙың мәктәптәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты өсөн йыһаздар ала. Был яҡтан да башҡорт телле уҡыусыларыбыҙ үҫешергә тейеш.

Яһалма зиһен ярҙамында видеофильмдар, йәнһүрәттәр, клиптар эшләү, уларҙы тауышландырыу, интернет селтәренә сығарыу өлкәһендә лә эшләйһе эштәребеҙ күп әле. Был өлкәлә эш бөтөнләй атҡарылмай, тип әйтә алмайым, сөнки илебеҙҙең башҡа халыҡтары менән сағыштырғанда башҡорт теле интернет селтәренә әүҙем индерелә. Әммә беҙ был өлкәне яулап алдыҡ, тип әйтеүе иртәрәк әле. Уҡыусылар менән йәнһүрәт эшләп, уларға тауыш яҙҙыртыу ғына ла ҙур бер аҙым булыр ине. Әйтергә кәрәк, уҡыусыларға был эш ныҡ оҡшай, тырышып текст өйрәнәләр, әүҙем ҡатнашалар.

Дәрестән тыш эшмәкәрлек, шәмбе мәктәбе, ижади эш, фәнни проекттар, тантаналы линейка үткәреү барышында ла туған телебеҙҙе һаҡлау өлкәһендә бик күп эштәр башҡарырға була. Иң мөһиме: уҡытыусы үҙе ошо йүнәлеш менән эшләһен. Шул осраҡта ғына уҡыусыларыбыҙ туған телен яратыр һәм уның кәрәклеген тойоп йәшәр.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас