Фразеологизмдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (VI класc)

Ә.Ә. ИБРАҺИМОВА, Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы  Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата уҡыу һәм танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеген булдырыу; фразеологизмдарға аңлатма биреү, уларҙың һөйләмдәге, текстағы ролен билдәләү һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү; фекерләү, эҙләнеү, күҙәтеү, анализлау эшмәкәрлеген үҫтереү.

Фразеологизмдар һәм  уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (VI класc)Фразеологизмдар һәм  уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (VI класc)
Фразеологизмдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (VI класc)

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Шәхсән:

– башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау, телгә, милләткә ҡарата иғтибар һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, һүҙлек запасын байытыу.

Метапредмет:

– төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү, һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү. Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу.

Предмет һөҙөмтәләре:

– телдең төп функциялары, башҡорт халҡының милли теле, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында ҡараш булдырыу.

– башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү.

Уҡыусының универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Регулятив:

– уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын ҡуя;

– эшмәкәрлекте эҙмә-эҙ планлаштыра.

Танып белеү:

– уҡытыусы менән берлектә проблеманы аныҡлай;

– төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт таба.

Коммуникатив:

– телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итә;

– телдән һәм яҙма телмәрҙе аңлы ҡабул итә.

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек формалары: айырым, парлы, төркөмдә эш.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер. Башҡорт теле. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-­сы класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / [Х.В. Солтанбаева, Л.С. Балапанова]. – Өфө : Китап, 2017. – 212 бит. – Өфө: Китап, 2017 йыл.

Дәрес төрө: яңы белем биреү дәресе.

Дәрес барышы

  1.  Ойоштороу. Уҡыу эшмәкәрлеген булдырыу.(Уҡыусылар менән иҫәнләшеү.)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән «Лексика» темаһын үҙләштерҙек. Бер нисә дәрестә төп башҡорт, диалект, үҙләштерелгән, һөнәри, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәрҙе өйрәндек. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе төркөмдәрҙә ҡабатлайыҡ.

I төркөм. Диалект һүҙҙәр (ағас еләге, әберсә, ҡотоҡ, ҡапсыҡ...)

II төркөм. Үҙләштерелгән һүҙҙәр (бирсәткә, карауат, өҫтәл...)

III төркөм. Һөнәри һүҙҙәр (нота, гамма, скальпель...)

IV төркөм. Иҫкергән һүҙҙәр (сабата, дисәтинә, хәлфә....).

  1. Белемде актуалләштереү.

Уҡытыусы. Дәрестең темаһын билдәләү өсөн түбәндәге һөйләмде уҡыйыҡ.

Илшаттың өләсәһе һуғышта үлеп ҡалған туғаны тураһында: «Тыуған ерҙәрен ҡалдырып, һуғышҡа киткән сағында ул һөлөк кеүек егет ине», – тип хәтерләр булды.

Һөйләмдә һөлөк кеүек тигән юлдарға иғтибар итегеҙ. Өләсәй ни өсөн егетте һөлөк менән сағыштыра? (Һүҙгә аңлатма биреү. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге – Өфө: Китап, 2011.)

Һөлөк – тәнгә йәбешеп ҡан һура торған һыу йәнлеге. Ҡара һөлөк. Шифалы һөлөк. Һөлөк һалыу.   

– Борон-борондан башҡорт халҡы һөлөктө һаулыҡ өсөн файҙаланған һәм уға ҡарата ыңғай ҡарашта булған. Дүрт мең йыл элек ижад ителгән мәшһүр «Урал батыр» эпосында ла һөлөк тураһында юлдар бар:

...Йәнбирҙе тигән ҡарт менән

Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ...

Менәренә – арыҫланды,

Балығына – суртанды,

Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,

Ҡан һурырға һөлөктө

Үҙ иштәре яһаған...

...Үлән емшәр йән тотһа,

Ҡара һөлөк ҡаҙаған,

Һөлөгөнән һурҙырып,

Ҡанды һыуһын яһаған.

Баш ауыртһа йә әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, боронғолар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында яҙлы-көҙлө һөлөк һалдырған. Һөлөк тамырҙарға етмешкә яҡын фермент ебәреп, ҡанды таҙарта. Шул сәбәпле кешенең организмы йәшәргәндәй булып китә, ҡартайыу процесы тотҡарлана. Халыҡта һөлөк һалдырыу әле лә бар. Медицина һөлөктәре менән дауалау ысулын гирудотерапия  тип атайҙар.

Уҡыусылар, һөйләмдә һөлөк кеүек һүҙен ниндәй һүҙ менән алмаштырып була? (Буй-һынға бик матур; һомғол, тө­ҙөк (егет кешегә, атҡа ҡарата әйтелә).

– Шулай итеп был һүҙ икенсе төрлө нисек атала? (Фразеологизм.)

– Хәҙер был фразеологизмдың антонимын табайыҡ. (Бармаҡ буйы.)

– «Һөлөк кеүек» һүҙенә синоним табып ҡарайыҡ. (Типһә тимер өҙөрҙәй; алма кеүек.)

– Рус телендәге синонимын эҙләгеҙ әле, уҡыусылар.

Уҡыусы. Как пиявка – пристал, так что не отвязаться. Дай насосаться пиявке – сама отвалится. Пила бы пиявка еще, да залубенело брюшко. Башҡорт халҡында кешегә, тәү сиратта ир-егеткә, һөлөк кеүек тип әйтһәләр, был уның матур буй-һынына һоҡланыу тип ҡабул ителә, әммә рус телендә шул уҡ һүҙҙе (пиявка) кешегә ҡарата ҡулланһалар, был инде кешене ниндәйҙер ҡанэскес, зарарлы итеп һүрәтләй.

Ни өсөн шундай ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә икәнлеген аңлатып ҡарағыҙ. (Һәр халыҡтың нимәгә булһа ла үҙ ҡарашы, уны ҡабул итеү формаһы, үҙенә  генә хас донъяны танып белеү рәүеше һәм һүҙҙәрҙең милли ерлеге бар.)

– Шулай итеп, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Фразеологизмдар тураһында.)

III. Маҡсат ҡуйыу.

– Эйе, бөгөнгө дәрестең темаһы «Фразеологизмдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу». Ә хәҙер дәрестә нимәләр өйрәнергә тейешлегебеҙҙе асыҡлайыҡ. Мин һеҙгә карточкала һүҙҙәр күрһәтәм, һеҙ дауам итегеҙ.

Табырға – текстан фразеологизмдарҙы һәм уларҙың антоним, синонимдарын табырға.

Ҡулланырға – фразеологизмдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға.

Иҫбатларға – фразеологизмдарҙың милли ерлеге барлығын иҫбатларға.

Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә фразеологизмдар тураһында белемебеҙҙе байытасаҡбыҙ. Дәрестә бушты бушҡа ауҙарып ултырмайбыҙ, ең һыҙғанып эшкә тотонабыҙ.

  1. Ҡабатлау. Иҫкә төшөрөү. Яңы темаға инеш.

Уҡытыусы. Ҡабатлауҙы нимәнән башлайбыҙ? (Фразеологизмдар тура­һында белемебеҙҙе тикшерәйек.)

  • Фразеологизмдарҙы ябай һүҙбәйләнештәрҙән айырып ҡарау, иҫбатлау.

 

йүкә телефон

йүкә сәскәһе

кәпәс менән кәңәш­ләшеү

ҡышҡы кәпәс

ауыҙыңа бал да май

баллы сәй

әтәс булып ҡысҡырыу

әтәс ҡойроғо

кәмәгә һыу инеү

олатайымдың кә­мә­һе

берҙе биш итеү

биш ағас

 

 

Яуаптар. Фразеологизмдар бер мәғәнәне аңлата. Мәҫәлән, йүкә телефон – ғәйбәт; кәпәс менән кәңәшләшеү – уйлап, дөрөҫ фекергә килеү; берҙе биш итеү – арттырып әйтеү. Фразеологизмдағы һүҙҙәрҙе икенсе һүҙҙәр менән алмаштырып булмай. Ябай һүҙбәйләнештәрҙә һүҙҙәрҙе алмаштырып була, һүҙҙәрҙең ялғауҙарын үҙгәртергә лә мөмкин.

Уҡытыусы. Фразеологизмдарҙың мәғәнәләрен ҡайҙан ҡарарға мөмкин? (Зиннур Ураҡсиндың «Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге»нән табырға мөмкин.)

– Уларҙың лексик мәғәнәһен нисек билдәләргә була? (Антонимдар, синонимдар, рус телендәге синонимдар, һү­рәттәр аша билдәләргә мөмкин.)

  1. Белемде нығытыу.

Уҡытыусы. Ә хәҙер фразеологизмдарҙы һәм уларға тап килгән  мәғәнәләрен  уҡтар менән тоташтырығыҙ. (Эш бөткәс, карточкалар тикшерелә.)

 

айыу майы һөртөү

эшләмәй йөрөү

арҡа йылытыу

бик күп булыу

мөрйәһе ҡыйыш

аптырау

баштан ашыу

йәшереү, урлау

күҙе дүрт булыу

тиҙ генә үпкәләй, үпкәсел

табанынан ут сығара

әйтергә әҙер булыу

тел осонда тора

көслө, дәртле, янып тороу

бүрәнән үтә бүре күреү

яҡын, эргәлә

ике тамсы һыу кеүек

белмәгәнде беләм тигән кеше

ҡул аҫтында

бер-береһенә ныҡ оҡшаған кешеләр

 

 

Уҡытыусы. Беҙ фразеологизмдарҙың мәғәнәләрен һүрәттәр ярҙамында табып була тигәйнек. Бына һеҙҙең класташтарығыҙҙың һүрәттәре, улар буйынса фразеологизмдарҙың мәғәнәһен әйтеп ҡарағыҙ.

Тәгәрмәскә таяҡ тығыу – ҡамасаулау.

Һүҙ бутҡаһы бешереү – мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләү, күп һүҙлелек.

Балтаһы һыуға төшкән  – ҡайғырыу.

Тишек кәмәгә ултыртыу – алдатыу.

Соҡор ҡаҙыу – кемгәлер этлек эшләү.

Түбәһе күккә тейеү – шатлыҡ кисереү.

  1. Яңы шарттар тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
  • Дәреслек менән эш.52-се күнегеү. Фразеологизмдарҙың синонимдарын һәм антонимдарын табыу.

I төркөм – синонимдар

 

Йәнгә тейеү

теңкәгә тейеү

Ике тамсы һыу кеүек

һуйған да ҡаплаған

Алды-артты ҡарамай

йән-фарман

Табан ялтыратыу

ҡойроҡто һыртҡа һалыу

 

 

II төркөм – антонимдар

 

Ауыҙға йөҙөк йәше­реү

теле телгә йоҡмау

Ашап туйғыһыҙ

ауыҙға алғыһыҙ

Арыҫлан йөрәкле

ҡуян йөрәкле

Бармаҡ менән һанар­лыҡ

һанап бөткөһөҙ

Бармаҡ буйы

тирәк буйы

 

 

Уҡытыусы. Шулай уҡ фразеологизмдарҙың рус телендә синонимдарын табырға була. Бының өсөн дәреслектәге 51-се күнегеүҙе эшләйек. Башҡорт телендәге фразеологизмдарға рус теленән мәғәнәһе тура килгәнен эҙләгеҙ.

 

Күҙе маңлайына мен­де

поднять руку

Һау ере ҡалмаған

как без рук

Ҡаҡ һөйәк

глаза на лоб полезли

Ҡул күтәреү

язык проглотишь

Телеңде йоторлоҡ

не сомкнуть глаз

Тере ҡулһыҙ ҡалыу

кожа да кости

Керпек тә ҡаҡмау

живого места нет

 

 

VII. Ял минуты.

Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,

Имән бармаҡ ир булған,

Сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,

Һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,

Сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән.

  • 53-сө күнегеү. «Эт һуғарыу» тексын уҡыу. Фразеологизмдың мәғәнәһен аңлатыу. «Һуғарыу» һүҙенең мәғәнәһен аңлатмалы һүҙлектән ҡарау.

Яуаптар. 1. Һуғарыу – һыу эсереү, һыу һибеү, мал һуғарыу, баҫыуҙарҙы һуғарыу.

  1. Эт һуғарыу – бушҡа ваҡыт уҙғарыу, файҙаһыҙ шөғөл менән булыу. Шулай итеп, өләсәй малайҙарға ҡарата был һүҙбәйләнеште дөрөҫ ҡулланған.
  • Фразеологизмдарҙы ҡулланып һөй­ләмдәр төҙөү. (Уҡыусылар таҡтала эшләй.)

Төп башына ултыртыу, борсаҡты эре яра, йомро баш, йомғаҡтың осо, баш бир­мәү.

  • Һөйләмдәргә синтаксик анализ эшләү. Фразеологизмдар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүен асыҡлау.

Йомғаҡтың осо бик ныҡ йәшерелде. (Эйә.)

Шул ваҡытта мин уларҙы төп башына ултырттым. (Хәбәр.)

Баш бирмәгән аттарҙы беҙ йүгәнләп мендек. (Аныҡлаусы.)

Мансур бигерәк борсаҡты эре ярып һөйләшә. (Хәл.)

Йомро баштан бындай хәлде көтмәгән инеләр. (Тултырыусы).

VII. Һығымта.

Шулай итеп, фразеологизмдар һөйләмдең бөтә киҫәктәре лә булып килә ала һәм һөйләмдең бер киҫәген генә аңлата.

VIII. Нығытыу.

Уҡытыусы. Ә хәҙер «ҡот» һүҙенә фразеологизмдар табайыҡ һәм рус теле менән сағыштырып ҡарайыҡ. Нимә ул ҡот? Һүҙлектән ҡарағыҙ. (1. Тереклек биргән нәмә, йән. 2. Күңелгә кинәнес, йәм биргән, бәхет килтергән нәмә. 3. Уңыш бәхет килтергән нәмә.)

– «Ҡот» һүҙен ҡайҙа, ҡасан ишеткәнегеҙ бар? (Яңы кейем кейгәндә «Ҡотло булһын!» тибеҙ. Кеше бер нәмәнән ҡурҡ­һа, «Ҡото осҡан» тип әйтәбеҙ. Ул ваҡытта ҡот ҡоялар.)

Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Баш­ҡорттар элек-электән кешенең, әйберҙең ҡото барлығына ышанғандар. Өйҙөң, тормоштоң, малдың ҡото була. Нимәнәндер ныҡ ҡурҡҡан кешегә ҡот ҡойоу күренеше һаман йәшәп килә. Ә хәҙер һүҙлектән тапҡан һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ һәм рус телендәге тәржемәһен ҡарайыҡ.

Уҡыусы. Ҡот алыныу – ҡапылдан ныҡ ҡурҡыу, ҡот ҡойоу – ныҡ ҡурҡҡан кешенең ауырыуын бөтөрөү өсөн ырым­лау йолаһы. Ҡот ҡуныу – муллыҡ, бәхет килеү. Ҡотло аяғы менән – бәхет, муллыҡ килтерһен. Ҡот осҡос – бик ҡурҡыныс. Ҡот – душа тип тәржемә итһәк тә, уның рус телендәге синонимын табып булмай.

Уҡытыусы. Ни өсөн тип уйлайһы­ғыҙ?  

Уҡыусы. Һәр тел — ерле һәм милли күренеш, ундағы һәр һүҙҙә йәки һүҙбәйләнештә халыҡтың донъяны танып белеү, ысынбарлыҡты ҡабул итеү үҙенсәлектәре сағыла.

Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Теге йәки был халыҡтың үҙенә генә хас фекерләү, донъяны аңлау-аңлатыу үҙенсәлектәренең, милли характерҙың һәм психологияның сағылышы булараҡ, айырым һүҙбәйләнештәр, хатта тотош һөйләмдәр тотороҡло форма ала. Тел, мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел – мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, уның үҫеүе, һаҡланыуы һәм төҙөлөшө булып тора.

  1. Дәрескә һығымта яһау. Рефлексия.
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас