Бөрө Һәҙиәһе

Бөгөн Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, ғалимә, журналыбыҙҙың лауреаты һәм даими авторы, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы  Гөлнур Нариман ҡыҙы Ҡасҡынова  ғүмер байрамын билдәләй. Һеҙ башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шәхестәр ижадын төплө өйрәнеүсе. Оло хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ менән милли мираҫыбыҙҙы һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Йәш быуын уҡыусыларын тәрбиәләүгә, уларҙа туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү уятыуға ҙур көс һалаһығыҙ.

Бөрө ҺәҙиәһеБөрө Һәҙиәһе
Бөрө Һәҙиәһе

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар, яңы асыштар теләйбеҙ! Алдағы көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына бай булһын, эшегеҙҙә лә, тормошта ла уңыштар юлдаш булһын!

Юбилярыбыҙ тураһында журналыбыҙҙың 4-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас