«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?

2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм оффлайн форматтарҙа «Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһы үтә. Уның маҡсаты - туған телде өйрәнеүгә иғтибар йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу тора. Акцияға әҙерлек тураһында Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина һөйләй:                – Өфө фән һәм технологиялар университеты, ғәҙәттәгесә, башҡорт теленән диктантҡа ҙур күтәренкелек менән әҙерләнә. Беҙҙең өсөн был сара ябай ғына түгел, милләттәштәр, рухташтар менән осрашыу мөмкинлеге. Бында яҙыусылар ҙа, артистар ҙа, журналистар ҙа, уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, хаҡлы ялдағы төрлө һөнәр эйәләре лә, күмәк бер көс булып, туған телде һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Диктанттың тарихы ла бит беҙҙең университетҡа килеп тоташа: 2015 йылда төбәк-ара кимәлдә диктант яҙыу акцияһы  тап ошонда башланып китте. Хәҙер инде диктант, Халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштереү сараһына әүерелде. Быйыл да университетта диктантты өс кимәлдә яҙыу ойошторола: башҡорт телендә иркен аралашыусыларҙы ла, телде башлап ҡына өйрәнеүселәрҙе лә көтөп ҡалабыҙ, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн айырым майҙансыҡ булдырылды.

«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?
«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?

      Текстарҙы факультетыбыҙҙы төрлө йылда тамамлаған билдәле шәхестәр уҡыясаҡ: Башҡортостандың халыҡ шағиры,  «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире,  Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы; Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Бирғәлин Айнур Азамат улы; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең ижтимағи-сәйәси программалар бүлегенең өлкән мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ниғмәтуллина Вәрисә Рәхим ҡыҙы.

       Диктант яҙырға килегеҙ, көтәбеҙ!

       Өфө фән һәм технологиялар университетына рәхим итегеҙ!

Фото: com

«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?
«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант» акцияһына теркәлдегеҙме?
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас