«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева

17 апрелдә Башҡортостанда Республика халыҡтарының милли кейем көнө уҙғарыла. Был байрам йылына ике тапҡыр үтә һәм мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән. Байрам Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә лә йөҙләгән майҙансыҡтарҙы ла  берләштерә. Өфөләге төп байрам сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үтә. 16:00 сәғәттә ҡунаҡтарҙы стилләштерелгән кейем күрһәтеүе, артистар сығышы, күргәҙмә-йәрминкә һәм милли кейем элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакле, ә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында – «Ете ҡыҙ» спектакле күрһәтелә. Дәүләт академия рус драма театры «Театр киңлегендә милли кейем» күргәҙмәһен тәҡдим итә. Тамашасыларҙы һәм ижади коллективтарҙы «Милли кейемдә театрға барабыҙ» флешмобы берләштерә. Байрам тураһында тулыраҡ: https://ejansura.ru/news/m-ni-t/2026-04-14/bash-ortostanda-respublika-haly-taryny-milli-keyem-k-n-n-bild-l-y-s-kt-r-4651133

«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева
«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева

Байрамға онлайн да ҡушылыу мөмкинлеге бар. Милли китапхана «Хәтер юлы: милли кейем тауышы» виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Социаль селтәрҙәрҙә #МинМиллиКейемдәУҡыйм һәм #МинМиллиКейемдәЭшләйем хэштегтары менән флешмобтар, шулай уҡ «Милли кейем заманса тормошта» фотоконкурсында ҡатнаша алаһығыҙ..
Тәҡдим ителгән хэштегтар: #МиллиКейемКөнө2026#ЭтноКодБашкортостан#МинМиллиКейемдә#ДеньНациональногоКостюмаРБ2026#ЯВНациональномКостюме.

Фото: Сom

«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева
«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева
«Милли кейем – халыҡтың эске күңел сағылышы», ти яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас