Тыуған көнөң менән!

Журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе, йәш балалар яҙыусыһы Тимур Зиннур улы Рәхмәтуллин ғүмер байрамын билдәләй. Хөрмәтле Тимур Зиннур улы! Сағыу ижадығыҙ, балалар күңеленә юл таба белеүегеҙ һәм кескәй дуҫтарыбыҙҙы матур әкиәттәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр менән ҡыуандырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илһам шишмәләрегеҙҙең һәр саҡ тулып тороуын, яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Тыуған көнөң менән!Тыуған көнөң менән!
Тыуған көнөң менән!

Ижади уңыштарығыҙ артабан да балаларҙы шатландырһын, ә китаптарығыҙ кескәй дуҫтарыбыҙҙың иң яратҡан китаптары булһын!

Ғүмер байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәхет, шатлыҡ, ғаилә именлеге юлдаш булһын!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас