

Силәбеләрҙе ижадҡа дәртләндереп, йән дуҫыбыҙ «Йәншишмә», был юлы ла байрамға ҡот өҫтәп «Беҙ – Уралда тыуғандар» тигән махсус бит әҙерләне.
Семинарҙың тәүге өлөшө уҡыусыларҙың ижади сығышына ҡоролдо. Унда үҫмерҙәр бейеү башҡарҙы, ҡурай уйнап, ҡумыҙ сиртеп рухты көйләне, мәшһүр «Урал батыр» ҡобайыры ярыш сәмен өҫтәндәй итте. Туған тел уҡытыусылары – Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Фазылова менән Гөлнара Рәил ҡыҙы Усманова байрамды тәбрикләп, нәфис һүҙ менән биҙәп алып барҙы.
Яҙыусы-тарихсы Рәшит Хәкимов, Яйыҡбикә сәсәниә һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Флүрә Иҫтәмғолова сығыштары семинар эшен күпкә йәнләндерҙе. Зәйтүнә Хәйруллина исемендәге Ҡолой ауыл музейы етәксеһе Флүрә Ким ҡыҙының «Салауат эҙҙәре буйлап» тигән ижади проекты ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡорман ауыл китапханасыһы Венера Хикмәт ҡыҙы Юлбаева «Урал батыр» тигән күргәҙмә әҙерләп сығыш яһап, китапханасылар исеменән сәләмләне.
Ҡунаҡ килһә, ҡот килә, тиҙәр. Силәбе өлкә хакимиәтенең Йәмәғәтселек менән эшләү бүлеге баш белгесе Динә Таһир ҡыҙы Путилова ҡатнашыуы йән өҫтөнә йәм булды. Ут күршеләр – Учалы мәғариф бүлеге, уның тәжрибәле уҡытыусылары ҡатнашыуы шатландырҙы.
Туған телде илле бер йыл уҡытҡан уҡытыусы-остаз Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова ирәйә китеп «Урал батыр» рухын аңлатты ҡан ҡәрҙәштәргә. Ә инде Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы Хәкимова әҙерләгән «Урал батыр эпосын заманса алымдар менән өйрәнеү: милли рухи хазинабыҙға яңыса ҡараш» оҫталыҡ дәресе залдағы ҡатнашыусыларҙы Йәншишмә һәләтенә ҡайтарҙы ...
«Мин үҙемдең тыуған йортҡа, туғандарыма ҡайтҡандай хис иттем», – тине мәғариф бүлеге методисы Гөлсинә Мөхәмәтйән ҡыҙы Рәхмәтуллина йөрәкһеп, тәрән кисереш һәм сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән семинар эшен йомғаҡлап, хөрмәтле ҡунаҡтарға ихлас Рәхмәт хаттарын тапшырғанда.
Берҙәмлекте ҡеүәтләгән, талымһыҙ, егәрле һәм изге рухлы заттар – шағирә Гөлямал Нәзмиева, алдынғы китапханасы Венера Юлбаева, йырсы һәм уҡытыусы Гүзәл Фазылова, эҙәрмән Флүрә Иҫтәмғолова, шағирә Асия Рамазанова Губернатор урынбаҫарының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Арғаяшта, Ҡорман урта мәктәбендә, ярһыу яҙҙар менән ярыша-ярыша, силәбеләр яҡты көнгә өмөт бағлап «Урал батыр» мәктәбе»нең ишеген асты, рух көйләне, хеҙмәттәшлек нығытты, йөкләмәләр билдәләп сафҡа тупланды.
Ҡамса МОРТАЗИН, Силәбе өлкәһе.