

Айгөл Илдар ҡыҙы уҡытыусыларға хас сабырлыҡ һәм талапсанлыҡ менән диктант яҙҙырҙы.Эх, ул минуттар! Һәр һүҙҙе айырым тәмен белеп, матур яҙыу менән яҙырға тырышып, ихлас шатланышып ултырыуҙар.Тыуған яҡтан иҫкән йомшаҡ ел кеүек булды ул.
Аҙаҡ «башҡорт сәй эсә, башҡорт сәй эсә», тип һамаҡлап, бер- беребеҙҙе һыйлауҙар.
Бына исмаһам, байрам!
Бына , исмаһам, осрашыу!
Бына, исмаһам, эш!
Белмәйем, диктанттан кемебеҙ ниндәй билге алғандыр, әммә бер нәмә күңелгә рәхәтлек бирә.
Матурлык, татыулыҡ, берҙәмлек, ихласлыҡ көнө булды был көн!
Сәй эсергә яңғыҙыңа
Бик моңһоу булһа әгәр.
Башҡорттар йыйылған ергә
Күстәнәсең тот та бар!
Кисә генә күмәкләшеп
Башҡорт диктанты яҙҙыҡ.
Был булды йомарт бүләге
Аяҙ ҡояшлы яҙҙың.
Матур - матур кейенешеп
Милли байрам үткәрҙек .
Башҡорт һүҙен тәмләп - тәмләп
Һәр шартына еткерҙек.
Шатлыҡ- олоһо-кесеһе
Йыйылды был байрамға.
Бер ауыҙҙан дәррәү генә
Милли көйгә һайрарға.
Башҡорт теле - беҙҙең байлыҡ.
Мәңге һаҡланһын ине.
Тағы бик күп быуындарға
Саф килеш ҡалһын ине!
Рауза МУСИНА,
Яр Саллы ҡалаһы
Татарстан