Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды

24 апрелдә, Х.Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы, ошо ауылда тыуған Ринат Камал хөрмәтенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын асыу тантанаһы үтте.

Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылдыДыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды

        Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы олуғ яҙыусыға тапшырылды. Сарала район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методист Венера Шафиҡова, «Һәнәк» сатирик журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов, ауылдашы Рев Хәкимов, уҡытыусы-ветерандар,уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.Кабинетта яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған стенд эшләнгән, шулай уҡ уның китаптары һәм баҫмалары тупланған. Ҡунаҡтар бай экспонаттар тупланған мәктәп музейы менән дә танышты.

      «Байрам» ҡумыҙсылар һәм «Гөлнәзирә» бейеү ансамблдәренең сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды.

      Ринат Камал исемендәге кабинетты асыу мәктәп тормошо өсөн мөһим ваҡиға булып тора,сөнки  быуындар бәйләнешен нығыта,  телебеҙгә һөйөүҙе арттыра,мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә.

Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә  халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Дыуан-Мәсетле мәктәбендә халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет асылды
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас