

«Зөбәржәт Йәнбирҙина заманының көнүҙәк темаларына, ҡырҡыу проблемаларына мөржәғәт иткән шиғри китаптар авторы, үҙ дәрәжәһен белеп, тураһын ярып әйтеүсе, халыҡсан, йор һүҙле, көмөш сәсле, көләс йөҙлө, ихлас, алсаҡ күңелле шәхес ине. Уның исеме ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа күптәргә таныш. Аҙ һанлы ысын яҙыусыларҙың күренеклеһе, күптәрҙең хөрмәтен яулаған, башҡортом тип янып йәшәгән, көслө рухлы шәхес ине ул. Зөбәржәт Йәнбирҙина ҡалабыҙҙы, уның кешеләрен яратты. Ҡалабыҙға дүрт шиғырын бағышланы. Яратыу хисе китаптарындағы шиғырҙарҙа бураҙналар шикелле, ярылып ята...» – тип яҙа шағирә тураһында уның яҡташы Кәрим Булат.
Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" радиоһы