«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ» конкурсында ҡатнашығыҙ

Конкурс  Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан, шулай уҡ башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм уға арналған музей булдырылырға 35 йыл булыуға арнала. Конкурсты М. Өмөтбаев музейы ойоштора. Ул патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, мәғрифәтсе-шағирҙың әҫәрҙәрендәге мәңгелек ҡиммәттәрҙе өйрәтеү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ»  конкурсында ҡатнашығыҙ«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ»  конкурсында ҡатнашығыҙ
«Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты уҡыйбыҙ» конкурсында ҡатнашығыҙ

Онлайн конкурсҡа эштәрҙе 2026 йылдың 1 мартынан 31 июленә тиклем тапшырырға мөмкин. Йомғаҡ 2026 йылдың 20 авгусында яһала. Уның һөҙөмтәләре М. Өмөтбаев музейының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә баҫыласаҡ.

 Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә?
М. Өмөтбаевтың шиғырын йәки проза әҫәренән өҙөктө яттан һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм шуны ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусылар башҡортса йәки русса һөйләй ала.

 Кемдәр ҡатнаша ала?
Конкурсанттар йәш буйынса 4 төркөмгә бүлеп баһалана:
 7-12 йәшлектәр
 12-18 йәшлектәр
 18-35 йәшлектәр
 35 йәштән өлкәндәр

 Эштәрҙе ошонда ебәрергә Email: muzeyumetbaeva@mail.ru
 Мәғлүмәт өсөн телефон:
+7 (347) 652-76-75, +7 (986) 961-42-27.

 Тулыраҡ: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә: https://vk.ru/museimumetbaeva

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас