«Йәлилгә хат»

Яңыраҡ Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапханала «Йәлилгә хат» тигән ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

«Йәлилгә хат»«Йәлилгә хат»
«Йәлилгә хат»

Әҙәби ижадты һәм туған телде үҫтереү, йәш быуынды илһөйәрлек рухта тәрбиәләү һәм Советтар Союзы Геройы Муса Йәлил исеменә таянып тормош хаҡында уйланыу бурыстарын йөкмәгән бәйге уңышлы тамамланды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары араһынан – Үрге Урал районынан танылған Яйыҡбикә сәсәниә менән Арғаяштан йәш яҙыусы Альвина Шәймәрҙәнова уңышлы сығыш яһап призлы урын яуланы. Әҙәби берекмәнең Силәбеләге тоғро дуҫы – Рәхмәтуллина Шәүғәнә Шәйехтән ҡыҙы «Урыҫ телле авторҙар» номинацияһында еңеүсе булды. Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән бәйгесәләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә дәрт-дарман, яңы үрҙәр һәм илһамлы ижад миҙгелдәре теләйбеҙ!

Ҡамса МОРТАЗИН,

Фото: Андрей ЯДРЫШНИКОВ.

«Йәлилгә хат»
«Йәлилгә хат»
«Йәлилгә хат»
«Йәлилгә хат»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас