Уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереү

Л.М. ХӘСӘНОВА, Өфө ҡалаһының А. Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәге уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Заман беҙҙең алдыбыҙға функциональ белемле шәхес формалаштырыу бурысын ҡуя. Мин «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереүҙә автор һәм актер башҡарыуындағы яҙмаларҙы ҡулланыу» методик темаһы өҫтөндә эшләйем. Билдәле совет һәм Рәсәй лингвисы, психолог А.А. Леонтьев билдәләүенсә, функциональ грамоталылыҡ – тормош бурыстарын хәл итеү өсөн, кешенең ғүмер буйына алған белемдәрен эшмәкәрлектең төрлө даирәләрендә, аралашыуҙа һәм социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡуллана белеү һәләте ул.

Уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереүУҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереү
Уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереү

Һәр кешенең һөнәр һайлауында уны уратып алған кешеләр, мөхит ҙур роль уйнай. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала тыуып-үҫеүем, уҡытыусылар династияһынан булыуым, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы билдәле ғалимыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев исемендәге мәктәпте тамамлауым – былар барыһы ла минең башҡорт филологияһы юлынан китеүемә этәргес булғандыр, моғайын.

Мин егерме йыл төрлө милләт балаларын башҡорт теле серҙәренә өйрәтәм. Ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та эшемде яратып башҡарам. Заман үҙгәргән һайын, донъяға ҡараштары, ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған уҡыусылар килә. Минең төп маҡсатым – балаларҙы шәхес булараҡ тәрбиәләү, башҡорт телендә һөйләшергә, аралашырға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү, башҡорт телендә иркен һөйләшкән балаларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү. Ошонан сығып, үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә яңы, ҡыҙыҡлы эш алымдарын ҡулланам.

Ысынлап та, төрлө милләт балаларының иғтибарын йәлеп итеп, шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙ-үҙенә ышанған, үҙ аллы эш итә торған, конкурентлыҡҡа һәләтле, рухлы, кешелекле итеп тәрбиәләү беҙҙән күп көс һәм яуаплылыҡ талап итә. Заман беҙҙең алдыбыҙға функциональ белемле шәхес формалаштырыу бурысын ҡуя. Мин «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереүҙә автор һәм актер башҡарыуындағы яҙмаларҙы ҡулланыу» методик темаһы өҫтөндә эшләйем.

Билдәле совет һәм Рәсәй лингвисы, психолог А.А. Леонтьев билдәләүенсә, функциональ грамоталылыҡ – тормош бурыстарын хәл итеү өсөн, кешенең ғүмер буйына алған белемдәрен эшмәкәрлектең төрлө даирәләрендә, аралашыуҙа һәм социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡуллана белеү һәләте ул.

Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, функциональ грамоталылыҡ – күп тармаҡлы төшөнсә. Ул үҙ эсенә уҡыу, математик, тәбиғи-фәнни, финанс грамоталылығын, глобаль компетенциялар, креатив фекерләүҙе ала.

Был теманы ныҡлап өйрәнә һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡуллана башлағанда филология фәндәре кандидаты, доцент З.Ф. Шәйхисламованың сығыштары, шулай уҡ Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған курстар иң төп ярҙамсы булды. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында ла функциональ грамоталылыҡ тураһында күп мәҡәләләр баҫылды. Шулай уҡ педагогия фәндәре кандидаты, доцент С.А. Таһированың был өлкәләге хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Ниндәй генә предмет өлкәһен алһаҡ та, әҙәбиәтме ул, телме, тарих, география фәндәреме – барыһында ла уҡыу грамоталылығы төп урынды биләй. Текст менән эшләү, уны аңлау, уҡылған текстан кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү, уны ҡулланыу, текст буйынса фекер алышыу, йәнле әңгәмәләшеү – былар барыһы ла уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү һәм ижади һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.

Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн дәресте креатив итеп башларға кәрәк. Был йәһәттән автор һәм актер башҡарыуындағы яҙмалар ҙур ярҙамсы ролен үтәй. Бөтә кластарҙа ла тиерлек дәреслек төрлө шағирҙарҙың Белем көнөнә арналған шиғырҙары менән башланып китә. Мәҫәлән, VI класс дәреслеге Тамара Ғәниеваның «Беренсе сентябрь» шиғыры менән асыла. Әҫәрҙе өйрәнеү алдынан, иң тәүҙә шағир тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирәм, социаль селтәрҙә халыҡ шағирының битләүенә сәйәхәт итеп, уның тормош хаҡында яҙған уйланыуҙары, яңы шиғырҙары, үҙенең сәләмәтлеге хаҡында яҙмаларына туҡталып китәбеҙ, изге теләктәребеҙҙе лә яҙып ебәрәбеҙ. Шунан һуң шағирәнең үҙе башҡарыуындағы шиғырын тыңлайбыҙ.

Креатив фекер йөрөтөү, уҡыу грамоталылығын үҫтереүҙә яҙыусыларҙың потреттарына ҡылыҡһырлама биреү ҙә отошло. Ниндәйҙер әҫәр менән танышыу, уны анализлау алдынан яҙыусының портретын күрһәтеп, балалар менән әңгәмәләшәбеҙ. Уҡыусылар төрлө ассоциатив һүрәтләү саралары, синонимдар, антонимдар ҡулланып, үҙ фекерҙәрен еткерәләр, бәхәсле һорауҙар аша, алған белемдәрен ҡулланып, яуап эҙләйҙәр.

Йыш ҡына мин уларға: «Яҙыусының портретына ҡарап, һеҙ ул яҙған ошо әҫәрҙән өҙөктө ниндәй тауыш менән уҡыр инегеҙ?» – тип һорайым. Уҡыусылар яҙыусының тауышын нисек күҙ алдына килтерәләр, шулай уҡып ҡарайҙар, ә һуңынан автор башҡарыуындағы яҙманы тыңлайбыҙ.

Бындай эш төрөн дәрестең төрлө этап­тарында ҡулланырға була. Дүрт юллыҡ шиғырҙарҙы дәрестең ба­шын­да ар­тикуляцион күнегеү башҡарғанда ҡулланам. Улар дәрес материалына ниндәйҙер хис-тойғо өҫтәй, ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра һәм теманы билдәләргә ярҙам итә.

Әлбиттә, З. Биишева, М. Кәрим, Р. Ғарипов кеүек яҙыусы-шағирҙарыбыҙ башҡарыуындағы яҙмаларҙы ҡайҙан табырға була һуң, тигән урынлы һорау тыуа.

Белеүебеҙсә, рус әҙәбиәте был йәһәттән күпкә байыраҡ. Рус яҙыусылары уҡыуындағы яҙмалар тупланған сайттар бар, шулай уҡ улар элекке пластинкаларҙы заманса эшкәрткән.

Ә башҡорт әҙәбиәтенә килгәндә, М. Кәрим, Н. Нәжми кеүек яҙыусыларыбыҙҙың сайттары бар, әммә унда уларҙың тере тауышы юҡ.

Әлбиттә, беҙҙең радио һәм телевидение фондында яҙмалар һаҡлана. Был йәһәттән «Ашҡаҙар» радиоһы сайты ҙур ярҙамсы ролен башҡара. «Илһам» бүлегендә яҙмалар 2012 йылдан башлап урынлаштырылып килә. Унда автор һәм актер башҡарыуындағы күп яҙмаларҙы табырға мөмкин.

Шулай уҡ үҙемдең шәхси сайтымда яҙмалар өсөн махсус бүлек булдырҙым. Был йәһәттән бөгөнгө заман яҙыусыларына, шағирҙарына мөрәжәғәт итеп, яҙмалар туплау өҫтөндә эшләйем. Шулай уҡ «Йөрәк һүҙе» проекты ла ҙур ярҙамсы.

Бәрхәт тауышлы дикторыбыҙ, башҡорт Левитаны Әхәт Мортазин яҙмаларына туҡталып китмәй булмай, сөнки уның башҡарыуындағы яҙмалар күп һәм улар башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә. Уҡыусыларым төрлө милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, Әхәт Мортазиндың тауышын яҡшы таный, сөнки дәрестәрҙә йыш ҡына уның яҙмаларын ҡулланам. Икенсе йыл рәттән Әхәт Мортазин иҫтәлегенә бағышланған «Диктор тауышы» төбәк-ара конкурсында ҡатнашабыҙ. Был ижади ярыш башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

Билдәле яҙыусы, шағирҙарҙың тере тауышын ишетеү уҡыусыларға көслө тәьҫир итә, уларҙы шәхес булараҡ төрлө яҡтан аса.

Яҙмалар тыңлау, уларҙы аңлау, һуңынан был хаҡта йәнле әңгәмә ҡороу, фекер алышыу, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау – былар барыһы ла уҡыусыларҙың функцио­наль грамоталылығын, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштыра.

Шулай уҡ һуңғы ваҡытта дәрестәрҙә Яһалма зиһен мөмкинлектәрен ҡуллана башланым. Был креатив алымға мин ошо дәрестәрҙә өйрәнгән яҙыусы, шағирҙарҙың тере образын күҙ алдына килтереү маҡсатында мөрәжәғәт итәм. VII класс уҡыусылары менән Мостай Кәримдең «Уҡытыусыма» шиғырын өйрәнгәндә, бөйөк шағирыбыҙҙың тормошонан ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерәм. «Мостай Кәрим иҫән сағында уның менән фотоға төшөп ҡала алманым», – тип һөйләнем балаларға. Бер нисә көндән миңә уҡыусыларым Яһалма зиһен аша Мостай Кәрим менән бергә төшкән фото бүләк иттеләр. Барлыҡ кластарҙа ла дәрес алып барғанда, шағир-яҙыусылар башҡарған автор яҙмаларынан һуң, бер нисә секундлыҡ видеолар аша бөйөк шәхестәрҙең тере образдарына ла туҡталып китәбеҙ.

Педагогик эшмәкәрлегем тура­һында бер яҙмала ғына һөйләп бөтөү мөмкин түгел, әлбиттә. Уҡыусыларымдың олимпиадаларҙа, республика кимәлендәге төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре – минең иң татлы хеҙмәт еме­шем. Үҙем фәнни эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнгәс, уҡыусыларым менән төрлө проект, фәнни-тикшеренеү эштәренә ҙур иғтибар бүлергә тырышам.

Шулай итеп, яҙмалар тыңлау, уларҙы аңлау, һуңынан был хаҡта йәнле әңгәмә ҡороу, фекер алышыу, креатив идеялар тыуҙырыу, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау – былар барыһы ла уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштыра.

Уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереү
Уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереү
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас