Яҙыусы, педагог Әмир Әминев – әҙәби тәнҡит оҫтаһы

Ф.Б. САНЪЯРОВ, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры   Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Яҙыусылар союзының Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әмир Әминевтың исеме башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәргә яҡшы таныш. Замандаштарыбыҙ характерын төрлө киҫкен ваҡиғаларҙа асҡан уҡымлы хикәйәләре, халҡыбыҙ яҙмышын, уның бөгөнгөһөн, киләсәген сағылдырған, китап уҡыусыны вайымһыҙ ҡалдырмаған повестары менән әҙип хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. «Ҡытай­город», «Танкист»,  «Усман ташы», «Бер кәмәлә» повестары заманыбыҙҙың әхлаҡи йөҙөн асһа, «Ҡар кешеһе», «Ҡапҡа», «Бүре балалары» кеүек хикәйәләре айырым геройҙарҙың  эске донъяһын төрлө ситуацияларҙа, көтөлмәгәнсә, асып һала, шулар аша уҡыусыларҙың күңелендә яҡшылыҡ, матурлыҡ, намыҫ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләй. Әҙип үҙенең «Ҡайын япрағы» (1981), «Йәшлек моңдары» (1989), «Сөңгөл» (2001), «Ҡапҡа» (2003), «Бер кәмәлә» (2016) китаптары менән уҡыусыһын ҡыуандырҙы.

Яҙыусы, педагог Әмир Әминев – әҙәби тәнҡит оҫтаһыЯҙыусы, педагог Әмир Әминев – әҙәби тәнҡит оҫтаһы
Яҙыусы, педагог Әмир Әминев – әҙәби тәнҡит оҫтаһы

Әмир Әминевтың йәнә бер ижади асылы – рус телле яҙыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыһына еткереү. Был тәңгәлдә ул, айырыуса, яҡташыбыҙ Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрен тәржемә итеп, баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың «Атака», «Һуғыштағы йөҙ аҙым», «Каска», «Мина яланында» кеүек хикәйәләре, «Бына һуғыш бөтөр ҙә...», «Туннель», «Йонсоу көндәр», «Тау артында ниҙәр бар» һәм башҡа роман-повестары әҙип ҡәләме аша халҡыбыҙ күңеленә ятты, сөнки әҙип теле һәм тәржемәсе оҫталығы иң юғары һүҙ сәнғәте бейеклегенә ынтылыуҙан ғибарәт.  Ә бит Германия, Америка, Ҡытай, Болгария, Чехословакия, Һиндостан, Үзбәкстан, Белоруссия уҡыусыһына барып еткән был әҫәрҙәр башҡорт уҡыусыһының өҫтәл китабына әүерелмәүе бик тә мөмкин булыр хәл ине. «Прозабыҙ Ирәмәле» мәҡәләһендә тәржемәсе былай ти: «Талха Ғиниәтуллин ижадына осраҡлы ғына юлығыуым, уның әҫәрҙәрен тәржемә итә башлауым минең тормошомда, ихлас әйтәм, ана шундай кәрәкле, мөһим ваҡиғалар рәтендә тора. Ул күңелемде тулыраҡ, яҡтыраҡ, бөтөнөрәк итте, ижад серҙәрен асты, үҙемдең яҙғандарыма, башҡалар яҙғанына, ғөмүмән, нәфис әҙәбиәткә яуаплы ҡарарға өйрәтте». 1990 йылдар башында Әмир Әминев Талха Ғиниәтуллиндың 1988 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Вот кончится война» китабына юлыға, аптырап ҡала: «Башҡортостандан сыҡҡан яҙыусыны ниңә бығаса белмәгәнмен?!». Уҡый башлай һәм стиленә, Бөйөк Ватан һуғышы темаһын бөтөнләй башҡаса асыуына шаҡ ҡата. 1994 йылда «Китап» нәшриәтендә яҙыусының «Тыуған тупһа янында» китабын башҡорт телендә баҫтыра. Ә бер аҙҙан автор, үҙе Өфөгә килеп, әҙипте «Ағиҙел» редакцияһында эҙләп таба: «Һин Әмирме?» «Эйе, Әмир, һеҙ Талха Ғиниәтуллинмы?» «Эйе, Талха ҡарт»... Артабан Өфөлә, Мәскәүҙә, Ураҙҙа ихлас осрашыуҙар, ижад серҙәре хаҡында уйланыуҙар утыҙ йылға яҡын дауам итә. Уҙған йыл, Талха Ғиниәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы яҙылған мәҡәләһендә Әмир Әминев былай тине: «Уның һәр әҫәренең, һәр хәлдә һуғыш тураһындағы әҫәрҙәренең күбеһендә төп персонажы – башҡорт кешеһе. Башҡортлоҡ уларҙың исемдәрендә һәм тышҡы һын-ҡиәфәтендә генә түгел, күңелендә, эске донъяһында, холоҡ-фиғелендә, ҡыланыштарында, башҡа милләт вәкилдәренә ҡарашында. Әгәр ҙә бөгөн Талха Ғиниәтуллин Рәсәй һәм Башҡортостанда иң уҡымлы яҙыусыларҙың береһе булып ҡала икән, бында авторҙың тәржемәсеһе Әмир Әминевтың роле баһалап бөткөһөҙ. Хәҙерге уҡыусыларыбыҙ, йәштәр художестволы әҫәрҙәрҙе уҡырға артыҡ ынтылып бармағанда, минеңсә, Талха Ғиниәтуллин, Әмир Әминевтарҙың тормошо һәм ижады менән таныштырыу бик урынлы булыр ине.

Талант тигәнең бер бирелһә, бәндәһенә ҡушарлап киләлер, күрәһең. Әҙип һәм тәржемәсе Әмир Әминевтың йәнә бер даланы хаҡында һүҙ йөрөтәһе бар, ул – әҙәби тәнҡит. Заманыбыҙ үҙен­сәлегелер, нишләптер, илебеҙҙә, шул иҫәптән республикабыҙҙа, әҙәби тәнҡит, жанр булараҡ, һиҙелерлек һүлпәнәйҙе. Әмир Әминев фекеренсә, тәнҡит өлкәһендә ни бары профессорҙар Гөлфирә Гәрәева, Фәнил Күзбәков, доцент Зәки Әлибаевтар тороп ҡалды. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә был өлкәлә арымай-талмай Әмир Әминев үҙе етди шөғөлләнә, сөнки уның ижади үҫеше тап ошо юғарылыҡҡа, тәбиғи рәүештә, яңы үрҙәргә күтәрелә барҙы. Ә уның нигеҙендә, академик, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов күрһәткәнсә, талант асылы ята: «Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡып сыҡҡан Әмир Әминевта Мәскәү тәрбиәһе, үҙәк мәркәз мәҙәниәте көслө. Был уның белем дәрәжәһендә, интеллектында, үҙен баҫалҡы тотоп, ипле ҡылыҡ-мөғәләмәһендә асыҡ сағыла. Телмәр тотһа, фекерле һүҙ әйтер, яҙһа, аҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатыр». Ә бит бындай сифаттар заманында В.Г. Белинский, Б.В. Томашевский, М.М. Бахтин, үҙебеҙҙә Ғ.Б. Хөсәйенов, К.Ә. Әхмәтйәнов, Ә.Х. Вахитов, Р.Н. Байымов, Т.Ә. Килмөхәмәтовтарға хас ине. Быуындар бәйләнеше дауам итә, әҙәби тәнҡит өлкәһендә әҙип, әүҙем тәнҡитсе Әмир Әминевтың да ижад йондоҙо нур һибә, тимәк, хәҙерге тәнҡиттең киләсәге юҡ түгел.

Ул өлкәлә Әмир Әминев тиҫтәләрсә йыл эшләп килә, айырым хеҙмәттәр нәшер итә, «Ағиҙел», «Башҡортостан» биттәрендә мәҡәләләре, ижади портреттары даи­ми донъя күрә. Бер-бер артлы «Ҡәләмдәштәр һүҙе» (2010), «Ҡәләмдәштәргә һүҙ» (2011), «Портретҡа штрихтар» (2023) китаптары ташҡа баҫылды. Былар барыһы ла әҙиптең ижади әүҙемлеге хаҡында һөйләй. БР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор Ғәли Сәйетбатталов фекере: «Һәммәһенән алда шуны билдәләргә кәрәк: Әмир Әминев халыҡтың йәнле һөйләү телен һәйбәт белә. Йыйып әйткәндә, һүҙ оҫтаһы Әмир Әминев һүҙҙең бәҫен белеп ижад итә, уның повестары, хикәйәләре актуаль, хатта оригиналь темаларға арнала, уҡыусылар уларҙы яратып уҡый».

Әҙәби тәнҡит һәм рецензиялар китабы менән Әмир Әминев үҙ ижади концепцияһына тоғро ҡала, сөнки үҙ әҫәрҙәреңә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре, йәғни ҡәләмдәштәр һүҙе – башҡорт әҙәбиәтендә әлегәсә һирәк күренеш. Бығаса тәнҡитселәр үҙ хеҙмәттәрен бер китапҡа туплай һәм баҫтыра торғайны. Ә бына шәхсән үҙ ижадыңа ҡарата әйтелә килгән ҡәләмдәштәр һүҙе, минеңсә, тәүге осраҡ. Хәйер, әҙип үҙе лә тап ошо ҡарашта тора: «Ҡәләмдәштәрҙең бер-береһенең айырым әҫәрҙәре, йә китап, йә дөйөм ижады хаҡында яҙғандарын бергә туплап китап итеп сығарыу йолаһы электән бар, ә үҙең тураһындағыларҙы йыйып нәшер итеү, миңә ҡалһа, ярайһы һирәк күренеш.  Һәр хәлдә, әҙәбиәтебеҙҙә мин ундай миҫалды хәтерләмәйем». Шулай икән, әҙиптәребеҙ киләсәктә был ижади ысулды кинәнеп ҡуллана алыр тигән өмөт бар.

«Ҡәләмдәштәргә һүҙ» – Әмир Әминевтың шулай тип аталған сираттағы китабында  әҙиптең төрлө йылдарҙа ҡәләмдәштәренең айырым әҫәрҙәренә, йә дөйөм ижадына бағышланған рецензиялары, мәҡәләләре, Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе сағында съездарҙа, йыйылыштарҙағы  сығыштары, шулай уҡ рәссамдар хаҡындағы фекерҙәре, әҙиптең үҙе менән әңгәмәләр урын алған. Мәҫәлән, яҙыусы үҙе хәтерләгәнсә, Талха Ғиниәтуллин хаҡында ғына тиҫтәнән ашыу мәҡәлә яҙылған. Әнүр Вахитов ижадына арналған бихисап хеҙмәттәре бар. Бынан тыш Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Таңсулпан Ғарипова, Сабир Шәрипов, Булат Рафиҡов һ.б. хаҡында әленән әле һүҙ әйтә килгән.

Тәнҡитсе теге йәки был яҙыусының яҙыу стилен, поэтикаһын, художестволы фекерләү үҙенсәлеген, уларҙың дөйөм һыҙаттарынан сығып, бер бөтөн күренеш итеп таный белә, шуларҙы уҡыусы күңеле һәм аңына еткерә, художестволы әҫәрҙең эстетик ҡиммәттәрен дөрөҫ билдәләүгә йүнәлтә.

Рәшит Солтангәрәев – хикәйәсе. «Хикәйә жанры быға тиклем булмаһа, уны Рәшит Солтангәрәев өсөн генә уйлап сығарырға кәрәк булыр ине. Сөнки ул, әйтеүемсә, тынғыһыҙ, актив, хәрәкәтсән, ә ундай характер тап хикәйә өсөн кәрәк». Ә нимәһе менән ылыҡтыра һуң уның хикәйәләре? «Иң элек, тормошсанлығы менән. Ҡайһы ғына хикәйәһен алма,  ундағы хәл-ваҡиға – тормоштан, уйлап сығарылған, фантазияға ҡоролған факт юҡ. Р. Солтангәрәев хикәйәләренең икенсе мөһим атрибуты – фекер. Ғөмүмән, ул – философ», – ти әҙип. Улай ғына ла түгел әле, тәнҡитсе фекеренсә: «Р. Солтангәрәев бер ҡасан да һөйләмәй, ә күрһәтә, тәҡдим итә, аңлауҙы, һығымта яһауҙы уҡыусының үҙенә ҡалдыра.

 Р. Солтангәрәев – психолог. Ул геройҙарының эске донъяһын, уй-кисерештәрен, икеләнеү-ғазаптарын бик оҫта, ышандырғыс итеп күрһәтә белә». Эйе, хикәйә жанры өсөн тышҡы һәм эске хәрәкәттең үҙ-ара ойошоп барыуы үтә мөһим шул, сөнки шунһыҙ әҫәрҙең уҡыусыға тәьҫир көсө, психологизмы етмәй. Рус эстетикаһы белгесе, профессор Юрий Борев былай ти: «Ижадсының шәхесе әҫәрҙәрендәге художестволы образдарҙа асыҡ сағыла. Шәхес ни тиклем юғары, уның әҫәре лә шундай уҡ кимәлгә күтәрелә». Күрәһең, әҙәби тәнҡит тә, күп һөйләмәй, ваҡ художестволы деталдәр менән мауыҡмай, ә иң мөһим күренештәрҙе асыҡлай һәм уға эстетик күҙлектән дөрөҫ баһа бирергә ынтылырға тейештер. Ошоларҙан сығып ҡараһаҡ, Әмир Әминев Рәшит Солтангәрәев ижадының йәнә бер нисә мөһим үҙенсәлегенә иғтибар итә: «Ә оҫталығы шунан ғибәрәт: ул кешене, йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы эләктерә, ваҡытында, эҫе мәлендә, тип әйтәйек, тота белә. Тота ла үҙенең күңеленә, аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып, әлеге проблеманы тағы ла үткерерәк, саяраҡ итеп ҡуя. Быныһы – бер. Икенсеһе – тормошта булған кескәй генә деталде, күренеште әҙәби деталь итеп «уйнатыу» маһирлығына эйә, деталь – художестволы фекерләү, әҫәргә һалынған идеяның төп атрибуты, әҫәр асҡысы». Күренеүенсә, Әмир Әминев теге йәки был яҙыусының әҫәре йөкмәткеһен һөйләмәй, ә төп иғтибарҙы уның һүҙ сәнғәте булыуына, эстетик асылын аныҡ билдәләүгә ынтыла.

Әҙиптең йәнә бер етди хеҙмәте – «Портретҡа штрихтар. Һайланма мәҡәләләр» китабы күптән түгел донъя күрҙе. Китапҡа 19 әҙәби портрет ингән, улар араһында Валентин Распутин, Талха Ғиниәтуллин, Мөнир Ҡунафиндар ижадын уңышлы анализлау күп нимә тураһында һөйләй. Халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин ижады хаҡында тәнҡитсе ана ни ти: «Уның прозаһына иркенлек, эске азатлыҡ хас, ул уҡыусы ҡабул итерме, әҙәби тәнҡитсе ни әйтер, тип ҡулын бәйләмәй, күңеле ҡушҡанса яҙа. Былар барыһы ла, иманым камил, алда уны яңы асыштарға килтерәсәк». Ваҡыт-тәнҡитсе прозабыҙ аҡһаҡалының һүҙ-фекерен тулыһынса раҫланы, күрәһең, ысын тәнҡитсе яҙыусыны үҫтерә, киләсәк ижадының уҡыусы тарафынан һөйөп ҡабул итеүен күҙаллай белә. Шулар ме­нән бергә, Әмир Әминев тәнҡиттә хә­ҙерге башҡорт хикәйәһенең торошон, үҫеш йүнәлештәрен, жанрҙың эске донъяһын, художестволы асылын, поэтикаһын бар тулылығында асырҙай мәҡәләһе менән («Мин хикәйә уҡыйым», «Ағиҙел», №7, 2025) күптәнән көтөлгән һүҙ әйтте, ысын мәғәнәһендә ижади оҫтахана ойошторҙо.

Әҙиптең был яҙмалары – хәтерләүҙәргә ҡоролған, хис-тойғо менән һуғарылған эссеистика ул, шулай ҙа ундағы күҙәтеүҙәр күренекле хикәйәселәрҙең киң билдәле әҫәрҙәре хаҡында. Һәр береһенән геройҙар тормошонан алынған айырым бер ваҡиғалар хикәйә жанрындағы тема, материал һәм форма, идея, сюжет, композиция, деталь кеүек художестволы күренештәрҙе ни рәүешле ойоштороуға йүнәлтелгән. Йыйып ҡына әйткәндә, Әмир Әминевтың әҙәби эшмәкәрлеге күп яҡлы, һәр йүнәлештә лә ул ҙур яуаплылыҡ тойоп, бар ижади һәләтен һалып, хәҙерге әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә хеҙмәт итә, үҙ артынан башҡаларҙы әйҙәй.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас