Хуш килдең, «Китап-Байрам»!

30 майҙа IV Халыҡ-ара «Китап-Байрам»да Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә «Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы» тигән әҙәби-музыкаль программа менән сығыш яһаны.

Хуш килдең, «Китап-Байрам»!Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!

Республиканың халыҡ ижады үҙәге Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева етәкселегендә «Сәсәндәр тирмәһе» менән Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары бергәләп алыҫ ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы.

«Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы»  тигән әҙәби-музыкаль һәм материаль мәҙәниәт менән бәйле этнографик күргәҙмә тәҡдим итте ҡунаҡтар. Абруйлы делегацияла публицист һәм нейрохирург Азат Кинйәбулатов менән аҫыл шағирә Рәшиҙә Рәис (Өфө), легендар шәхес Фирҙәүес Бәширова (Ҡазан), Яйыҡбикә сәсәниә (Үрге Урал районы),  талымһыҙ етәксе Сәфинә Хәкимова менән оҫтабикә Йәмилә Хисмәтова (Мәғнит ҡалаһы), рәссам Урал Ҡолошов (Сосновка районы), фольклорсы-ғалимә Нәфисә Сиражитдинова менән Ҡорман уртә мәктәбе директоры  Гөльямал Назимева (Арғаяш) ине.

Башҡортостанға мәҙех менән Яйыҡ-һыу яҙмышына арналған ҡобайыр,  күңел һандуғасы Кәтибә Кинйәбулатова менән илһөйәр Ғ.Сәләмде иҫләп, туған телгә бағышланған шиғри ауаз менән иркә шаян һүҙҙәр күккә ашты. «Силәбеләр-рухташтар», – тип Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенттары ғалимә Раушания Султаҡаева етәкселегендә ашҡынып килеп еткәйне.  Әҙәби күстәнәс итеп «Урал батыр мәктәбе» түңәрәк ағзаһы Зөлфиә Абдуллина Назар Нәжмиҙең йөрәкле шиғырын тасуири уҡыны.

«Китап-Байрам» күңелдәргә хуш килде, дуҫлыҡ ептәре төйнәлде. Боронғо йола буйынса рух көйләп, йән имләп бүләктәр менән алышынды. Хужалар ҡунаҡтарға Рәхмәт хаттары менән «Нематериальное этнокультурное достояние народов Республики Башкортостан» тигән китап тапшырһа, ә силәбеләр үҙҙәренең әле генә «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Духовный мир челябинских башкир» тигән антология бүләк итте.

«Сәсәндәр тирмәһе»  – аҡыл һәм рух, иман һәм сәм, ижад һәм дуҫлыҡ үҙәге ул.  Халыҡты туплап,  берҙәмлеккә, гуманистик идеяларға хеҙмәт итә. Республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Илгиз улы Кирәйевкә, «Сәсәндәр мәктәбе»  етәксеһе Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаеваға, Зөбәржәт Рәфҡәт ҡыҙы Утарбаеваға һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ошондай күркәм сараны ойошторған өсөн Силәбе башҡорттары ихлас рәхмәт белдерә.

Ҡамса МОРТАЗИН.

Фото авторы:  Арсен ХӘСӘНОВ,  БДМУ-ның 5 курс студенты.

Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Хуш килдең, «Китап-Байрам»!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас