

Маҡсат. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә телмәр мәҙәниәтен камиллаштырған, үҙен һәм тиңдәштәрен хөрмәт иткән, бөтә яҡлап үҫешкән, мәктәптә алған белемдәрен көндәлек тормошта, киләсәктә дөрөҫ ҡуллана белгән милли рухлы балалар тәрбиәләү.
Бурыс. Эшемдең актуаллеген күрһәтеү, минең ҡарамаҡҡа уңышлы тип һаналған, халыҡ педагогикаһына, заман технологияларына бәйле ҡайһы бер алымдар менән таныштырыу.
Дәрестең башында уҡ уҡыусыларҙы дәрескә көйләү маҡсатында матур теләк-алғыштар әйттерәм. Ғәҙәттә, улар өйҙә уйлап, өлкәндәрҙән һорашып киләләр. Мәҫәлән, «5»-ле алыуыңды теләйем!», «Дәрес күңелле үтһен!», «Уҡытыусыбыҙ «5»-ле»ләрҙе күп ҡуйһын!» – был V кластарҙың теләктәре. Хөрмәтле коллегаларым, бөгөн минең уҡыусыларым булып тороғоҙ! Һеҙ ниндәй теләк-алғыштар әйтер инегеҙ? (Яуаптар алына.)
Мәҡәлдең яртыһын тап. Халыҡ ижадын өйрәнгәндә, ял минуттарында уҡыусыларға мәҡәлдәрҙең ҡағыҙға яҙылған яртыһын бирәм, ә икенсе өлөштәрен алғы партаға һалам. Улар тиҙ генә сығып, уның яртыһын табалар, тулы мәҡәлде уҡып, мәғәнәһен асыҡлайҙар. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар өсөн эш ойошторола, төркөмдәр үҙ-ара ярыша.)
Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңы байытыла, халыҡ теленең яҡшы өлгөләре үҙләштерелә. Ниндәй темаға бәйле өйрәнеүгә ҡарап, телдән хикәйә төҙөү, яҙма инша үткәреү ҙә файҙалы була. Тел дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып яҙыу кеүек күнегеүҙәр эшләү отошло. (Эштәр экранда күрһәтелә.)
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһеңме? Дәрестәрҙе йәнләндереү өсөн ҡағыҙға билдәле ваҡытта тылсымлы һүҙҙәр яҙырға ҡушам. Аҙаҡтан һанап, урындар билдәләйем, баһалар ҡуям. Тылсымлы һүҙҙәрҙе аҙымлап әйттерергә лә мөмкин.
Тормош менән бәйле төрлө ситуациялар булдырып: «Һеҙ ошондай осраҡта нимә эшләр инегеҙ? Ниндәй һүҙҙәр ҡулланыр инегеҙ? Ни өсөн?», – тигән һорауҙар бирәм. Дәрестә күберәк аралашырға, мәҡәлдәрҙе, тылсымлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланырға, этикет ҡағиҙәләрен һаҡларға өйрәтәм.(Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар тылсымлы һүҙҙәр әйтә.)
V класта «Исем» темаһын өйрәнгәндә дарыу үләндәре исемен, гөл һәм ил ижегенә башланған кеше исемдәрен әйттереү, уҡылған әҫәрҙәрҙә булған исемдәрҙе хәтергә төшөрөп ярыштырыу уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, халҡыбыҙҙың матур яңғырашлы исемдәренә, дарыу үләндәрен белеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Әңгәмә барышында исемдәрҙең мәғәнәһен аңлатып, киләсәктә балаларға ҡолаҡҡа ятышлы исемдәр ҡушыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәм. (Ҡатнашыусылар араһынан 2 кеше аҙымлап атлай бара, исемдәр әйтә.)
VI класта «Һандар» темаһын өйрәнгәндә һанлы мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөү, уларҙың мәғәнәләрен аңлатыу уңышлы килеп сыға. (Һанлы мәҡәлдәр әйтеп ярышалар.) Әҙәбиәт дәресендә әйтештәрҙе өйрәнгәндә төркөмдәргә «Бер тигәс тә ни яҡшы?», «Бер тигәс тә ни яман?» тигән әйтеш яҙырға ҡушам, уны уҡыусылар ҙур теләк менән башҡара.(Экранда уҡыусыларҙың эштәре күрһәтелә.)
Эштәрҙе дауам итеп, уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре булдырған «Күңел дәфтәрҙәрен»ә дарыу үләндәренең исемдәрен, әйтелештә һирәк ҡулланылған мәҡәлдәрҙе, уңышлы теләк-алғыштарҙы теркәп ҡуя. (Проект эше: исем ҡушыу, биҙәү, яҡлау ойошторола. Уҡыусылар эшләгән китапсыҡтар күрһәтелә.)
V класта халыҡ йырҙарын өйрәнгәндән һуң, өйҙә таҡмаҡмаҡтар яҙырға ҡушам, уҡыусылар өлкәндәрҙән һорашып, был эште лә ихлас башҡара. Таҡмаҡтарҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Улар балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләтен үҫтерә.
Бөгөн – яңы технологиялар заманы. Мин дә заман менән бергә атлайым, әммә был технологиялар менән артыҡ мауыҡмайым. Пликерс интернет технологияһын өйрәндем, йомғаҡлау дәрестәрендә йә алған белемде нығытыу өлөшөндә ҡатнаштырам. Уны үҙемсә ҡулайлаштырып та алдым, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, хаталар өҫтөндә эш ойоштороу яғынан бик отошло. (Экрандағы QR-кодҡа, фотоға иғтибар бирелә. Асыҡ дәрестә балаларҙың әсәйҙәр менән бергә эшләүе күрһәтелә.)
Уңышлы булһа ла, былар сит ил технологияһы. Беҙҙең үҙебеҙҙең алым-методтар барҙыр бит, тип уйланып, Башҡорт теленең машина фондына юлыҡтым, өйрәндем һәм уны эшемдә ҡулланам.(Кеҫә телефондары менән эшләйҙәр.)
Башҡорт теленең машина фонды генераль картотеканы, лексикографик, эксперименталь-фонетик, грамматик, диалектологик базаны, ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптар каталогын үҙ эсенә алған. (Экранда күрһәтелә.)
Уны 2-3-сө йүнәлеш буйынса уҡыған балалар өсөн ҡулланыу айырыуса отошло, сөнки эштәр тәржемә менән бирелгән. Мин V класта «Фонетика» бүлеген өйрәнгәндә ҡулланам. Эксперименталь-фонетик базағаинәбеҙ ҙә ниндәй өн кәрәклеген һайлап алабыҙ. Өндөң бөтә билдәләре экранда сыға, дөрөҫ әйтелеште ишетеү мөмкинлеге лә бар. ([ә], [ө] өндәре миҫалында күрһәтә.)
Фонетик һүҙлек һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. (Ҡатнашыусыларға 2-3 миҫал ишеттерелә.)
Рус-башҡорт академия һүҙлеге базаһында һүҙҙәрҙең тәржемәһен табырға була. (Уҡытыусы «Кавычки», «работящий» һүҙҙәре миҫалында тәржемәне табырға өйрәтә.)
V – VI кластарҙа башҡорт халыҡ ижадын өйрәнгәндә фольклор базаһына мөрәжәғәт итәбеҙ. (Уҡытыусы «Просмотр произведений» – «Әҫәрҙәрҙе ҡарау» бүлегенә инеп, миҫалдар күрһәтә: «тылсымлы әкиәттәр» тормош-көнкүреш әкиәттәре» номерҙарына баҫа, сығара.)
Бөгөн әҙәби әҫәр уҡытыуы бер проблема булып торһа ла, өйгә эштәрҙе компьютер аша эҙләргә бирһәң, уҡыусылар табалар, әҙерләп киләләр. Ошонан сығып, әкиәттәрҙе өйрәнгәндә әкиәт эҙләп уҡырға ҡушам. «Һинең исемеңә әкиәт юҡмы икән, эҙләп ҡара әле», – тип ҡыҙыҡһындырам.
Башҡорт теленең машина фонды, Башҡорт Википедияһы булдырылыуы интернет киңлектәрендә туған телебеҙҙе таратыуҙа, үҫтереүҙә ҙур аҙым булды. Башҡорт теленең машина фонды башҡорт халҡын донъя халыҡтары менән бер кимәлгә күтәреү өсөн кәрәк. Телебеҙҙең көндәлек тормошта ҡулланыуы кәмей барған саҡта, уның даирәһен киңәйтеү мөмкинлеге лә ул.
Халыҡ ижадында йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе – халыҡ педагогикаһы – тупланған. Әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, йырҙарҙа һәм көләмәстәрҙә әхлаҡ нормалары сағылыш тапҡан. Бәләкәй йәштән уларҙың тормошта ғәмәлгә ашыуын күреп үҫкән бала итәғәтле, кеселекле, нескә күңелле була.
Беҙҙә оҙаҡ йылдар балаларҙың йәйге лагеры эшләй. Һәр көндө файҙалы ойошторабыҙ: тәбиғәткә экскурсияға сығабыҙ, балалар һабантуйы үткәрәбеҙ, төрлө шифалы үләндәр менән таныштырабыҙ, ҡоштар тауышына иғтибар иттерәбеҙ, «Сабыр» шишмәһен тәрбиәләйбеҙ. Үткән йәй, ауылыбыҙҙағы иң оло йәштәге Мәйсәрә инәйгә барып, халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы «Ҡот ҡойоу» ҙы өйрәндек. Милли музыка ҡоралыбыҙ – ҡумыҙ серҙәренә өйрәтеү өсөн ауылдашыбыҙ, оҫта ҡумыҙсы Фуат ағай Хужәхмәтовты дәрестәргә, түңәрәктәргә саҡырабыҙ. Хәҙер ҡумыҙҙа уйнаған уҡыусыларыбыҙ күп.(Экранда фотолар күрһәтәлә.)
Мәрйәм апай Бураҡаеваның халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән программаһына ярашлы, уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ. Тәрбиәнең нигеҙе – халыҡ педагогикаһында булыуын аңлатабыҙ.
Ошондай эш төрҙәрен башҡарыу халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, тормош һабаҡтары бирә һәм баланы коллектив эсендә үҙ фекерен туплап әйтә белергә, киләсәктә үҙ урынын табып лайыҡлы йәшәргә өйрәтә, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй һәм дәрестәрҙә предмет-ара бәйләнеш булдырырға ярҙам итә. (Экранға ҡарап, Мәрйәм Бураҡаеваның теләк-алғышын әйтеү.)
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт!
Ҡорайт, илгә Ҡотом ҡайт!
Ил именлеге булып ҡайт!
Ил татыулығы булып ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт:
Аңыбыҙ яҡтырһын,
Рухыбыҙ ҡанатланһын,
Ғәмебеҙ уяуланһын,
Ырыҫыбыҙ ишәйһен,
Моңобоҙ дәртләнһен,
Аҡылыбыҙ зирәкләнһен
Быуын- быуындан күсә килгән
Затлы атыбыҙ ҡайтһын!
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт!
Донъяға нур булып ҡайт!
– Әлбиттә, был алымдарҙы һеҙ ҙә эшегеҙҙә ҡулланаһығыҙҙыр. «Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй», ти халыҡ мәҡәле. Оҫталыҡ дәресемдең файҙаһы тейер, тип ышанам.